

Һеҙҙе һәм райондың бөтә педагогтарын яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Яңы идеялар һәм емешле эш теләйем!
Бөгөн беҙ үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ һәм яңы уҡыу йылына мәғарифты үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләйбеҙ.
Райондың муниципаль мәғариф сәйәсәтенең стратегик маҡсаты булып шәхестең, йәмғиәттең һәм дәүләттең сифатлы һәм һәр кем алырлыҡ белемгә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар булдырыу тора.
Мәктәпкәсә белем биреү – илдең киләсәк быуынын тәрбиәләү һәм уҡытыу системаһындағы тәүге баҫҡыс.
Мәктәпкәсә белем биреү системаһы 4 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһын, 17 дөйөм белем биреү ойошмаһы ҡарамағындағы 42 мәктәпкәсә белем биреү төркөмөн үҙ эсенә ала, шуларҙың 12-һе бәләкәй йәштәге балалар өсөн ойошторолған. Районда балалар һаны кәмей, шуға бәйле уҡыу йылы башында төркөмдәр тулы булмау сәбәпле, Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең бер мәктәпкәсә белем биреү төркөмө эшмәкәрлеге туҡтатылды. Балалар баҡсаларына бөтәһе 1494 бала йөрөй, был 61% тәшкил итә. Үткән уҡыу йылында мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында 123 педагог эшләне.
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында һәм балаларҙы мәктәпкә әҙерләүҙә башҡорт телен уҡытыу методикаһын камиллаштырыу һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар әҙерләү буйынса эш кәңәшмәһе бойороҡтары исемлеген” (22.01.2025 й.) үтәү маҡсатында, балалар баҡсаларында башҡорт телен 2025 йылдың 1 сентябренән индереү планлаштырыла. Хәҙерге ваҡытта әҙерлек эштәре бара.
“Рәсәй тәрбиәселәре” төбәк конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Татьяна Викторовна Вороширина “Ойошманың иң яҡшы профессионалы” номинацияһында 3-сө урын яуланы.
“Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Татьяна Александровна Баранова республика “Тылсымлы анимация донъяһы” фестивалендә “Беҙ тыныслыҡ өсөн” номинацияһында “Ветеран хикәйәһе” мульт-фильмы менән еңеүсе булды, “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү йыл педагогы - 2025” һөнәри конкурсының төбәк этабында ҡатнашты һәм район буйынса беренсе тапҡыр БР Башлығының йәш мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына гранттар биреү конкурсында еңеүсе булды.
2025 йылда “Бала саҡ ҡалаһы” мәғарифты үҫтереүҙе яҡлау фондының “Ғаиләгә ҡаршы” балалар-ата-әсәләр үҫтереү клубы Башҡортостан Башлығы гранты менән хупланған иң яҡшы 20 республика инициативалар исемлегенә инде.
Мәғарифты үҙгәртеү процесында дөйөм белемгә төп урын бирелә.
Венер Фәнир улы әйткәнсә, районда 2030 йылға тиклемге демографик хәлде анализлау мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар һанының яйлап кәмеүен күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта Красноусол ауылы мәктәптәрендә уҡыусылар һаны кәмемәй, әлеге ваҡытта ике сменала эшләй. Шуға бәйле “Йәштәр” биҫтәһендә 500 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү һәм Красноусолдағы 3-сө урта мәктәпкә төкәтмә төҙөү актуаль булып ҡала.
Федераль проект сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 17 белем биреү ойошмаһында “Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре” һәм “Хеҙмәт (Технология)” фәндәрен уҡытыу өсөн кабинеттар йыһазландырылған. Мәктәптә ошондай кабинеттар булдырыу хәүефһеҙ һәм заманса йәмғиәт формалаштырыуға индергән өлөш.
Мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү осоронда аутсорсерҙар бөтә ашханаларҙа ла ремонт эштәрен башҡарҙы, шулай уҡ ҡорамалдар яңыртылды. Мәҫәлән, “Сифат тирмәне” ЯСЙ-е Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп ашханаһына капиталь ремонт үткәрҙе, өс миллион һумдан ашыу хаҡҡа технологик ҡорамалдар, һауыт-һаба һатып алды. “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е ремонт һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуҙы иҫәпкә алып, ике йөҙ илле мең һум сарыф итте. Бының өсөн беҙ уларға рәхмәтлебеҙ һәм улар менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә шатбыҙ.
Беҙҙең өсөн мәктәптә белем сифатын күтәреү әүәлгесә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. Уның төп күрһәткестәренең береһе – дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре. Быйыл отличие менән аттестаттар һәм “Уҡыуҙағы айырым ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары алған 11-се клас-ты тамамлаусылар һаны артты – был 36 сығарылыш уҡыусыһы йәки 27%, үткән йылда – 20% булды. 2025 йылда 134 уҡыусы БДИ тапшырҙы, улар араһында рус теле һәм математика буйынса курсты алдан тамамлаған 10-сы класс уҡыусылары ла бар. Күпселек һайланған фәндәр булып йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика тора, уларҙан ҡала биология һәм химия.
12 фәндең 8-ендә район бу-йынса уртаса балл үткән йылға ҡарағанда юғарыраҡ. Быйыл иң яҡшы һөҙөмтәләргә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдағы 2-се һәм Табын урта мәктәптәре сығарылыш уҡыусылары өлгәште.
БДИ һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең район башлығы юғары балл алған бер сығарылыш уҡыусыһын 20 мең һум күләмендәге премия менән һәм положение критерийҙары буйынса иң күп дөйөм балл йыйған ике уҡытыусыны 15-әр мең һум күләмендәге премия менән бүләкләй.
Дөйөм белем биреүгә килгәндә, беҙҙең төп проблемаларҙың береһе булып ТДИ-ла өлгәш йомғаҡтары тора, уны беҙгә хәл итергә кәрәк.
Беҙҙең балаларҙың һәләттәре һәм мөмкинлектәре тураһында һөйләгәндә, беҙҙең район мәктәптәре уҡыусыларының бөтә Рәсәй, төбәк һәм муниципаль кимәлдәге конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашыуын билдәләп үтергә теләйем. Үткән йылдан башлап, уҡыусыларҙы бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерләү буйынса муниципаль тренерҙар командаһы 5 йүнәлеш буйынса ойошторолдо: рус теле, математика, химия-биология, география, тарих. Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында 32 уҡыусы ҡатнашты, уларҙың 10-ы еңеүсе булды, былтырғыға ҡарағанда 4 еңеүсегә күберәк.
Республика уҡыусыларының ғилми-тикшеренеү эштәре һәм проекттары конкурсының муниципаль этабында 61 уҡыусы, төбәк этабының ситтән тороп үткән турында 18 уҡыусы ҡатнашты, очно турға 5 кеше үтте, шуларҙың дүртәүһе еңеүсе һәм призёр булды.
Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында март айында В.И.Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй йәштәрҙең ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсының X юбилей очно туры үтте. Һөҙөмтәләр буйынса, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Динар Ғайсин II дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.
Йыл һайын мәктәп уҡыусылары Ю.А. Гагарин кубогына республика уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнаша. Мәктәп этабында 1349 ҡатнашыусы булды, былтырғы уҡыу йылына ҡарағанда 104 уҡыусыға күберәк, ә республика этабында – 46 призлы урын, шул иҫәптән Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Ринат Ғирфанов музыка буйынса 3-сө урын алды.
2024 йылдың октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылындағы урта мәктәп базаһында Башҡортостан Республикаһы ауыл мәктәптәренең 5-10-сы кластары уҡыусылары өсөн X асыҡ Республика математика турниры дистанцион форматта үтте.
Турнир йомғаҡтары буйынса командалар:
Красноусолдағы 1-се урта мәктәп өлкәндәр лигаһында 2-се дәрәжә,
Красноусолдағы 2-се урта мәктәп кесе һәм өлкәндәр лигаларында 3-сө дәрәжә призёр булды.
Өҫтәлмә белем биреү мәғариф системаһында мөһим урын биләй.
Ғафури районында өҫтәлмә белем биреүҙең 2 ойошмаһы эшләй – Балалар ижады үҙәге һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе.
Биш йәштән ун һигеҙ йәшкә тиклемге балаларҙың 96 проценты мәктәптәрҙең төрлө түңәрәктәрендә һәм секцияларында, Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе һәм шәхси үҙәктәрҙә шөғөлләнә.
Балалар ижады үҙәге һәм спорт мәктәбе уҡыусылары төрлө кимәлдәге (район, республика, Бөтә Рәсәй) конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
2024-2025 йылда Балалар ижады үҙәге Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылына арналған “Һәләтле балалар” район конкурсын үткәрҙе. Унда 608 бала ҡатнашты. Үткән уҡыу йылында спорт мәктәбе уҡыусылары төрлө кимәлдәге 115-тән ашыу ярышта ҡатнашты һәм почётлы призлы урындар яуланы.
Быйылғы йылда йәш быуынды гражданлыҡ-патриотик тәрбиәләүгә айырым иғтибар бүленде. Мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында "Патриоттар тәрбиәләйбеҙ" тигән ата-әсәләрҙең һәм балаларҙың методик эштәре конкурсы, Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусы йылына, БР-ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Беҙҙең армия көслө" тигән һүрәт-макеттар конкурсы үткәрелде. Унда райондың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының ата-әсәләре һәм балалары ҡатнашты. "Миләшкәй" балалар баҡсаһы фондының "Мәктәпкәсә йәштәгеләр Бөйөк Еңеүҙе данлай" проекты сиктәрендә 4 балалар баҡсаһынан 150-нән ашыу бала ҡатнашҡан Мәктәпкәсә йәштәгеләр парады үтте. Был эштәр яңы уҡыу йылында ла дауам ителәсәк, сөнки ул үҫеп килгән быуынды гражданлыҡ һәм патриотизм рухында тәрбиәләүҙә яҡшы сара булып тора.
Профориентация уҡыусыларҙың уңышлы һөнәр һәм карьера һайлауында мөһим компонент булып тора. Уҡыусыларҙың һөнәри ориентацияһы һәм киләсәк һөнәрен аңлы һайлауға әҙерлек өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында, профориентацияның берҙәм моделен индереүгә, белем биреү юлында уҡыу һәм шәхес үҫеше этаптарының өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Ошоға бәйле, белем биреү ойошмалары етәкселәренә, профориентация белгестәренә һәм класс етәкселәренә профориентация эшен ойоштороуҙа системалы расписание төҙөү кәрәклегенә, 2025-2026 уҡыу йылында Модель стандартҡа ярашлы өҫтәмә предпрофессиональ кластар асыуға иғтибар йүнәлтәбеҙ.
Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – кадрҙарға ҡытлыҡ.
Бөгөнгө көндә райондың дөйөм белем биреү ойошмаларында 461 уҡытыусы эшләй, шуларҙың 10% ғына 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр. Йылдан-йыл уҡытыусыларҙың уртаса йәше үҫеүе борсоуға һала, быйыл уҡытыусының уртаса йәше – 49 йәш.
Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә 30 вакантлы урын бар, күпселек осраҡта математика, инглиз теле уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә, тренерҙарға ихтыяж ҙур. Эшләүсе йәш уҡытыусылар республиканан етди ярҙам ала, Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын 12 йәш белгес алды, шуларҙың алтауһы үткән йылда.
Шулай уҡ йәш белгестәргә бөтә мөмкин булған ярҙам саралары күрелә: йәш педагогтарға дүрт эш хаҡы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған стимуллаштырыу түләүҙәре формаһында матди-финанс ярҙамы күрһәтелә; 2024 йылдың 1 ғинуарынан 9 йәш белгескә 3450 һум күләмендә айлыҡ стимуллаштырыу түләүе түләнә; район хакимиәте ҡарарына (№97 17.02.2025 йыл менән раҫланған) ярашлы, 2025 йылдан башлап райондың белем биреү учреждениеларына эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә муниципаль бюджеттан 25000 һум күләмендә бер тапҡыр пособие түләнә; Красноусол ауылы мәктәптәренә эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә фатир биреү мәсьәләһе хәл ителә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указына ярашлы, быйылдан шифахана-курорт дауаланыуы менән тәьмин итеү тәртибе раҫланды. 93 уҡытыусы документтар тапшырып, иҫәпкә ҡуйылды. Юлламалар ғаризаларҙың сиратлылығына ярашлы бүленәсәк.
2024-2025 уҡыу йылы аҙағына 22 йәш белгес иҫәпләнә ине. Быйыл беҙ биш йәш белгесте һәм дүртенсе курс студентын эшкә ҡабул иттек! Һеҙгә уңыштар һәм ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!
Хөрмәтле коллегалар!
Яңы уҡыу йылына түбәндәге бурыстар тора:
Иғтибар итегеҙ, 2022 йылдан башлап мотлаҡ мониторинг эшләй башланы, уға ярашлы мәғариф системаһының эш һөҙөмтәлелеге баһалана. Был Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзорҙың берлектәге проекты. Ул ил президенты билдәләгән 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә төбәктәрҙең өлөшөн баһалау өсөн булдырылған. Эшләгәндә, ошо мониторингта күрһәтелгән критерийҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк, Мәғариф бүлеге советы составындағы эш төркөмө төп проблемаларҙы һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡлаясаҡ.
Тағы ла бер төп мәсьәлә, ул - башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль белем биреү программаларына ҡағылышлы үҙгәрештәр өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының 2024 йылдың 9 октябрендәге 704-се бойороғона ярашлы: 1 сентябрҙән “Йәмғиәтте өйрәнеү” фәне 8-11-се кластарҙа уҡытыласаҡ, “Тарих” фәненә 5-7-се кластарҙа аҙнаһына 2 сәғәт урынына 3 сәғәт бүленәсәк, унда улар тыуған яҡ тарихын өйрәнә башлаясаҡ. Контроль эштәргә нормалар индерелде, ул уҡыу ваҡытының 10%-нан артмай; агротехнологик профиль өҫтәлде.
Федераль эш программаларына һәм федераль уҡыу пландары варианттарына үҙгәрештәр индерелде. Шулай уҡ һәр уҡыу планы өсөн Рәсәй Федерацияһының бөтә мәктәптәрендә Берҙәм расписание һәм бөтә ил буйынса Берҙәм каникулдар индереү тәҡдим ителә.
Хөрмәтле коллегалар, ҡәҙерле дуҫтар!
Бары тик көсөбөҙҙө берләштереп кенә, беҙ берлектәге эштең һөҙөмтәлелеген арттырабыҙ, был иң ҡатмарлы маҡсаттарға һәм бурыстарға ирешеү мөмкинлеген бирә. Алда – яңы уҡыу йылы! Беҙҙең артабанғы эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәлелеге күп йәһәттән уны нисек башлауыбыҙҙан тора. Шуға күрә яңы уҡыу йылында һеҙгә һаулыҡ, эске тотороҡлоҡ, һөнәри һиҙгерлек, оптимизм һәм уңыштар теләйем!
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Үҫеп килгән йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыуҙары, үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарауҙары өсөн Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы ИҘРИСОВА - Ғ.Х.Вәлиев исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбенең физика-математика уҡытыусыһы;
Галина Владимировна КАЛАЧИГОВА - Красноусолдағы 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең педагог-китапханасыһы;
Зилә Әсҡәт ҡыҙы НАФИҠОВА - Яңғыҙҡайын урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих-йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
Миләүшә Миңнулла ҡыҙы РӘХИМОВА - Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Светлана Шотовна ТВАУРИ - “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Светлана Анатольевна ТЕСЛЕНКО - Табын коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе.
Намыҫлы хеҙмәттәре һәм уңыштары өсөн район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Гүзәл Нурғәли ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВА – Аҡкүл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы - Татар-Саскүле ауылы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Руслан Ринат улы ҒӘЛИЕВ – Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты автобусы водителе;
Оксана Васильевна КАРПУНИНА – Аҡкүл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Дилбәр Рәис ҡыҙы ДӘҮЛӘТБАЕВА – Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тәрбиәсе ярҙамсыһы;
Гүзәл Марат ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНА – Курорт ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе лаборанты;
Аймара Әхмәт ҡыҙы СУФИЯНОВА – Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;
Фәнилә Шамил ҡыҙы МӘЖИТОВА – Н.А.Мәжитов исемендәге КБГИ тәрбиәсеһе;
Лена Ғәли ҡыҙы ЙӘНЕШЕВА – район мәғариф бүлеге бухгалтеры;
Светлана Владимировна МАРЬИНА – Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең “Сифат тирмәне” ЯСЙ-енең өлкән ашнаҡсыһы;
Миләүшә Самат ҡыҙы ӘМИНОВА – Үзбәк төп дөйөм белем биреү мәктәбенең “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е ашнаҡсыһы;
Луиза Шамил ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВА – Игенйылға төп дөйөм белем биреү мәктәбенең “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е ашнаҡсыһы.
11-се класс уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға уңышлы әҙерләгән һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән райондың иң яҡшы уҡытыусылары район башлығының 15000 һум күләмендә аҡсалата премияһы менән бүләкләнделәр:
Любовь Валериановна ЯКОВЛЕВА – Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Эльмира Сәлих ҡыҙы ҒИЗЕТДИНОВА – Н.А.Мәжитов исемендәге КБГИ-ның химия уҡытыусыһы.
“Урыҫ телле мәктәптәрҙең башланғыс кластар уҡытыусыһы” номинацияһында 10000 һум аҡсалата премия менән Красноусолдағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Юрьевна НАТАЛЕНКО бүләкләнде.
“Милли мәктәптәрҙең башланғыс кластар уҡытыусыһы” номинацияһында 10000 һум аҡсалата премия менән Н.А.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Әнүәр ҡыҙы ҠОЛМАНОВА бүләкләнде.
“Мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы педагогы” номинацияһында 10000 һумлыҡ район башлығы премияһы менән “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Татьяна Александровна БАРАНОВА бүләкләнде.
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабында юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн 10 000 һум аҡсалата премия менән бүләкләнделәр:
Людмила Васильевна ПУХОВА - Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы;
Любовь Валериановна ЯКОВЛЕВА - Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Алия Барый ҡыҙы НИҒӘМӘТЙӘНОВА - Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең химия уҡытыусыһы;
Ләлә Рәшит ҡыҙы АБДУЛЛИНА - Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы;
Ирина Ильяс ҡыҙы ВАФИНА - Н.А.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының биология уҡытыусыһы;
Рәзинә Дауыт ҡыҙы ЮНЫСОВА - Н.А.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының инглиз теле уҡытыусыһы;
Ирина Юрьевна ЕГОРОВА - Красноусолдағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;
Елена Николаевна СТЕПАНОВА - Красноусолдағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.