

Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Сәйетбаба ауылында Фәнизә һәм Әсҡәт Мәүлетҡоловтарҙың ишле - алты балалы ғаиләһендә өсөнсөһө булып тыуып үҫкән. Мәктәптә һәр саҡ алдынғылар рәтендә булып, ошо белем усағының пионер, комсомол эштәренең уртаһында ҡайнап йөрөй. 1987 йыл Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағандан һуң бер йыл тыуған мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға керә. Бында ла һөнәренең бар нескәлектәрен белергә ынтылып, тырышып уҡый. Ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын Красноусолдың 3-сө урта мәктәбендә башлай. 1996 йылдан Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып дауам итә. Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған Гүзәл Әсҡәт ҡыҙының уҡыусыларының артабан уңышлы уҡып китеүе, тәрбиәле, берҙәм булыуҙары, уның балаларға ғына түгел, ә үҙ-үҙенә лә талапсан һәм ғәҙел, һайлаған һөнәрен бөтә күңелен биреп башҡарыуы, тырыш һәм яуаплы булыуы тураһында һөйләй.
- Уҡытыусы булырға бәләкәйҙән хыялланмаһам да, үҙемә ҡайҙа барырға тигән һорау ҡуйғас, мәртәбәле һөнәр булараҡ уҡытыусыны һайлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға барҙым. 1992 йылда районға ҡайтҡас, мине Красноусолдағы 3-сө мәктәпкә тәғәйенләнеләр. Мәктәп директоры Шамил Насибулла улы Хәбибуллин: “Беҙҙең Красноусол мәктәптәренә юғары белемле башланғыс класс уҡытыусыһы кәрәк”, - тип, үҙе үк 3-сө мәктәпкә алып китте. Дөрөҫ йүнәлеш биргән директор Шамил Насибулла улының, ошо мәктәптәге остаздарым – Валентина Георгиевна Бабина, Зоя Алексеевна Кулагинаның (икеһе лә хәҙер мәрхүмдәр) ярҙамдарын бик ныҡ тойҙом, шуға уларға, ул саҡтағы район мәғариф бүлегенең башланғыс кластар буйынса методисы Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы Мөхөтдиноваға бик ҙур рәхмәтлемен. Ошо мәктәптә нығынып, дүрт йыл эсендә танылыу алып, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһын алып, 1996 йылда атай-әсәйҙәр, гимназия хакимиәте саҡырыуы буйынса ошо белем усағына күсергә ҡарар иттем. Ул ваҡытта миңә егерме алты ғына йәш ине. Гимназия бөтөнләй икенсе мөхит асты. Иң матур, дәртле саҡтар шунда үтте. Бөтә коллектив бер йүнәлештә эшләнек. Барыбыҙҙың алдында гимназияны дәрәжәле итеү, республика кимәленә күтәреү маҡсаты торҙо. Гимназияның тәүге директоры Дәриғәт Рәхимов етәкселегендә ҙур үҫеш юлы кисерҙек. Гимназияла 8 сығарылыш класс сығарҙым, быйыл ҡабул иткән 1-се класым унынсыһы. Эшемде, балаларҙы яратам. Минең өсөн иң ҙур баһа - элекке уҡыусыларымдың да мине онотмауы, яғымлы рәхмәт һүҙҙәре. Тормошом мәктәп менән бәйләнгән, иртән шатланып эшкә барам, нимә килеп сыҡты, нимә юҡ, тип эштән уйланып ҡайтам. Ошо белем усағы икенсе йортҡа әйләнде. Әле коллективым менән яңы үрҙәргә ынтылып, дуҫ, берҙәм эшләйбеҙ. Әммә иң ҙур рәхмәтем атай-әсәйемә, уларҙың тырышлығы менән ғаиләбеҙҙә мин беренсе булып юғары белем алдым. Терәк-таяныс булған инәйемә, туғандарыма рәхмәтлемен, - тип һөйләп үтте Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы үҙенең хеҙмәт һәм тормош юлы хаҡында.
Тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап ингән сабыйҙарҙы парта артында ултырырға, хәреф танырға, яҙырға, уҡырға, донъяны танып белергә өйрәтер өсөн күпме көс, тырышлыҡ, сабырлыҡ, ғилем, рух ныҡлығы кәрәк. Эшеңә бирелгәнлек, балаларҙы яратыу, уларҙы шәхес булараҡ ихтирам итә белеү ҙә шарт. Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы алдынғы идеяларҙы, заманса методикаларҙы, халыҡ педагогикаһын оҫта ҡулланып, үҙенә ҡыҙыҡһынып, шул тиклем ышанып төбәлгән күҙҙәргә күңел йылыһын бүлеп, кескәй йөрәктәрҙе яҡтылыҡҡа өндәй, изгелек орлоҡтары сәсә. Уҡыусылары ла төрлө конкурс, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Гимназия асылғандан алып уның үҫеш осоронда, бөтә башланғыстарҙың башында торған, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булған, “Иң яҡшы башланғыс кластар уҡытыусыһы - 2021” район конкурсы еңеүсеһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
Яғымлы, мөләйем, ипле, тыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта йөҙөндә уҡытыусыларға ғына хас етдилек һәм талапсанлыҡ сағылған, ижади ҡарашлы уҡытыусыға ҡарап, уға педагог булыу һәләте тәбиғәттән бирелгәндер, тип уйлап ҡуяһың. Өс тиҫтәнән ашыу йыл эшләү дәүерендә күп балаларға ҡанат ҡуйған, өлкән дуҫына әйләнгән, ысын мәғәнәһендә, һүнмәҫлек ҙур дәрт биреп, күңел йылыһы, йөрәк көсөн һалған Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы уҡытып сығарған уҡыусылар иң бәхетлеләрҙер. Алда ла уҡыусыларығыҙҙан оло рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, үҙ эшегеҙҙән йыуаныс алып, илһамланып эшләргә һәм йәшәргә яҙһын!