

Байрам сараһы “Байыҡ - 2025” республика конкурсы еңеүсеһе - “Быҙыбыт” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең сағыу, дәртле бейеүе менән башланып, залда ултырыусыларҙың кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Тәүге һүҙ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмил Рафаил улына бирелеп, ул районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән, балалар баҡсаларынан килгән уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотланы.
- Йылдың-йылы октябрҙә беҙ абруйлы уҡытыусы һөнәрен һайлаусыларҙы тәбрикләп, уларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бөгөн Уҡытыусылар көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Һәр кемдең тормош юлы һеҙҙең аша үтә. Күпме генә йылдар үтһә лә үҙеңдең уҡытыусың һәм уның дәрестәре бер ваҡытта ла хәтерҙән сыҡмай. Бына минең мәктәпте тамамлауыма 50 йыл, әммә уҡытыусыларым һаман да иҫтә, улар һис онотолмай. Һеҙ дәрес биреү менән бергә изгелек, дөрөҫлөк, ғәҙеллек төшөнсәләрен аңлатаһығыҙ, киләсәк быуынды тәрбиәләйһегеҙ. Бөгөн сабырлығығыҙ, хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйеп, рәхмәтемде еткерәм, хөрмәтле уҡытыусылар, – тип һүҙен тамамланы Рәмил Рафаил улы һәм бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар тапшырҙы. Мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Шаһиева “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” билдәһе, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының музыка уҡытыусыһы Динә Абдуллина, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнур Батыршина, Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Эльвера Ғафарова, Ҡауарҙы урта мәктәбенең өлкән тәрбиәсеһе Анжелика Исхаҡова, Бурлы урта мәктәбе директоры урынбаҫары Фәнүр Нурғәлиев, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Сенотова, Аҡкүл урта мәктәбе башланғыс кластар уҡытыусыһы Зинаида Третьякова “Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре” билдәһенә лайыҡ булды. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн Табын урта мәктәбе директоры Фәрит Ғүмәров республика Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы, Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Иҙрисова республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы, Ҡарағай урта мәктәбе директоры Ләйсән Әхтәмова, Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Әсфәндиәрова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
- Уҡытыусы һөнәре бөйөк һәм яуаплы, бик кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки беҙҙең, илебеҙҙең киләсәге күп яҡлап һеҙҙең эшегеҙгә, киләсәк быуынға ниндәй белем һәм тәрбиә биреүегеҙгә бәйле, - тип башланы сығышын район хакимиәте башлығы Венер Вахитов. – Бөгөн уҡытыусылар алдында бик мөһим һәм ҡатмарлы стратегик бурыс - киләсәгебеҙҙе билдәләрҙәй лайыҡлы граждандар, лидерҙар тәрбиәләү бурысы тора. Уҡытыусылар эшенә талаптар бермә-бер артты, мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр кисерә, яңынан-яңы стандарттар индерелә. Шуға ла һәйбәт уҡытыусы булыу өсөн һөнәри белем алыуҙан тыш, үҙ өҫтөңдә даими эшләү, уҡытыуҙың яңы алымдарын һәм методикаһын киң ҡулланыу талап ителә. Һәм бөгөн был йәһәттән беҙҙең Ғафури уҡытыусылары һынатмай, уҡытыуҙың яңы технологияларын уңышлы үҙләштереп, заман менән бер ҡатар атлай тип әйтә алам. 9-11-се кластарҙы тамамлаусылар сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарында уҡыуҙарын дауам итәләр. Район, республика кимәлендә генә түгел, төбәк-ара, халыҡ-ара кимәлдәге олимпиада, конкурс, ярыштарҙа еңеүгә өлгәшәләр.
– Байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлап, эшегеҙҙе, балаларҙы яратып башҡарыуығыҙ, сабырлығығыҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яңы ҡаҙаныштар теләйем, - тип һүҙен йомғаҡланы ул.
Артабан Венер Фәнир улы Табын урта мәктәбенең филиалы булған Архангелка башланғыс мәктәбе тәрбиәсеһе Елена Тимофеева, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының математика уҡытыусыһы Минира Дәүләтова, “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Физалиә Сафина, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Йәмилә Сәғитова, Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлфиә Ишмөхәмәтова, Яңғыҙҡайын мәктәбенең Туғай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Рәхмәтуллина, Мораҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Садиҡова, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Рәсимә Дауытова, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Елена Симанович, Табын коррекция мәктәп-интернатының хеҙмәткә өйрәтеү уҡытыусыһы Виктория Подлеснаяға Ғафури районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиаданың республика этабында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре өсөн Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Иҙрисова 10000 һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Венер Фәнир улы шулай уҡ төп эштәренән тыш ирекмәнлек эшмәкәрлегендә лә әүҙемлек күрһәтеп, 2026 йылда төҙөкләндереү планлаштырылған йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн тауыш биреүҙе ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре: Луиза Ишбулдина (КБГИ, тәрбиәсе), Зилә Иҙрисова (Сәйетбаба, директор кәңәшсеһе), Анна Банникова (КСШ №1, директор кәңәшсеһе), Ольга Садиҡова (КСШ №1, директор урынбаҫары), Анфиса Мәхмүтова (Имәндәш, директор кәңәшсеһе), Альбина Мәхсүмова (Аҡкүл, директор кәңәшсеһе), Гөлфирә Ишкина (Бурлы, директор кәңәшсеһе), Гүзәл Сабитова (Яңғыҙҡайын, директор кәңәшсеһе), Юлия Исламова (КСШ №3, директор урынбаҫары), Лилиә Салауатоваға (Ҡарағай, директор кәңәшсеһе) республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
- Хөрмәтле уҡытыусылар, район Советы депутаттары һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым, - тине район Советы рәйесе Галина Петрова. - Илебеҙҙең киләсәге күп йәһәттән үҫеп килеүсе быуынға бәйле. Шуға ла уҡытыусыларҙың хеҙмәте, белем биреү системаһын камиллаштырыу бик мөһим. Сөнки тап уҡытыусылар бәхетле киләсәгебеҙгә нигеҙ һалалар. Был йәһәттән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Районыбыҙ уҡытыусылары заман менән бергә атлап, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Йәштәргә өлгө булып, улар менән бай тәжрибәләрен ихлас уртаҡлашҡан ветерандарыбыҙ ҙа оло ихтирамға лайыҡ.
Галина Викторовна һайлаған һөнәренә тоғролоҡтары, балаларға бүлгән күңел йылыһы, төплө белем һәм тәрбиә өсөн уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге уңыштары өсөн Нина Ишмөхәмәтова (Курорт урта мәктәбе, тәрбиәсе), Светлана Мәҡсүтова (КСШ №3, башланғыс кластар уҡытыусыһы), Ирина Фәхретдинова (ДЮСШ, өлкән методист), Рәфиҙә Булатова (Бурлы, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Дилбәр Ғүмәрова ("Тирәккәй" балалар баҡсаһы педагог-психолог), Гөлсинә Нафиҡова (Ҡауарҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы), Татьяна Тимофееваға (Табын коррекция интернат-мәктәбе педагогы) район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов та үҙ сиратында хеҙмәттәштәрен, мәғариф ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм үҙ эштәрендә матур һөҙөмтәләр күрһәткән Олеся Муллагилдина (КБГИ, китапханасы), Фәймә Ғүмәрова (Йөҙимән, башланғыс кластар уҡытыусыһы), Алина Комлева (“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе), Зөлфиә Килмөхәмәтоваға (“Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе)мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһын, оҙаҡ йылдар һуҙымында намыҫлы хеҙмәте өсөн “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Луиза Мәүлетҡоловаға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Шулай уҡ 5-се йыл рәттән үткән "Кәрәҙ" республика педагогик марафонда әүҙем ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән Альбина Ишкина (КБГИ), Маргарита Ибраһимова (КСШ №2), Наталья Белозуцкаяға Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Сара барышында уҡытыусыларға төбәп бик күп йылы һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде. Уларға арнап моңло, хисле йырҙар, дәртле бейеүҙәр башҡарылды. Уҡытыусылыҡ ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Балаларға биргән күңел йылығыҙ үҙегеҙгә сәләмәтлек, бәхет һәм яңы ҡаҙаныштар өсөн көс-дәрт булып әйләнеп ҡайтһын, тигән матур теләктәр менән тамамланды байрам сараһы.
Мәрхәбә Собханғолова.
Ҡотлайбыҙ!
Юғары исемдәргә лайыҡ булдылар
Ғафури районы уҡытыусылары юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды:
Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы ЙӘНЕШЕВА - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн Табын коррекция мәктәп-интернаты директоры – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме;
Дилбәр Дәриғәт ҡыҙы ӘСӘНОВА – Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме менән бүләкләнделәр.
Уларға юғары наградаларҙы Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
* * *
Күптән түгел Өфө ҡалаһында урта һөнәри белем биреү системаһының 85 йыллығы айҡанлы ҙур сара уҙғарылып, унда Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.
Ошо тантанала Красноусол филиалында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн Мөнир Зөлкәфей улы Сиражетдинов менән Закир Фәйзрахман улы Сөләймәновҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Юғары наградаға лайыҡ булыусы үҙ һөнәренең оҫталары булған райондаштарыбыҙҙы хеҙмәттәренә юғары баһа алыуҙары менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!