Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь 2025, 12:30

2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған

Күптән түгел Владивостокта “Океан” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә киберспорт буйынса ярыш уҙғарылып, унда Красноусолдың 2-се мәктәп уҡыусылары ла Бөтә Рәсәй мәғариф программаһында уңышлы сығыш яһаған.

2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған
2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған

Мәктәп уҡыусылары йыл һайын тигәндәй республика Волга буйы федераль округында үткән ярыштарҙа призлы урындар яулай. Сираттағы сара уларға ил кимәлендә иң яҡшы киберспортсылар исемлегенә инеү хоҡуғын биргән. Владивостокта улар компьютер уйындарында төрлө күнекмәләр үткән, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм мини турнирҙарҙа тәжрибә туплаған.

  • Бөгөнгө көндә беҙҙең мәктәптә кластан тыш эшмәкәрлек буйынса әүҙем эш алып барыла. Волейбол, кидбол, өҫтәл теннисы буйынса секциялар эшләп килә. Быйылғы йылдан башлап тағы ла курстар асылды, уҡыусылар үҙенә кәрәкле белем ала, секцияларҙа шөғөлләнә, - тип һөйләп үтте мәктәп директоры Марат Раил улы Басиров үҙҙәренең уҡыусыларына ғорурлыҡ белдереп.

Тарихта тәүге тапҡыр Рәсәй компьютер спорты федерацияһы заманса уйындар менән ҡыҙыҡһынған үҫмерҙәр өсөн балалар үҙәге базаһында партнерлыҡ проектын тормошҡа ашырып, был сара уҡыусыларға компьютер уйындарының стратегик ҡоролош үҙенсәлектәрен төптәнерәк өйрәнеү мөмкинлеге булдырған. Йәш киберспортсылар, профессиональ компьютерҙарҙа ярышып, ысын финал атмосфераһын тойған.

2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған
2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған
2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған
2-се мәктәп уҡыусылары уңышлы сығыш яһаған
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас