Батыр егеттәребеҙҙе ғаиләлә атай-әсәй, олатай-өләсәй һәм, әлбиттә, мәктәптә уҡытыусыларыбыҙ тәрбиәләй. Атай-олатай үҙ өлгөһөн күрһәтһә, мәктәптә яҙыусыларыбыҙҙың матур әҫәрҙәре, төплө уйланған класс һәм тәрбиә сәғәттәре, шулай уҡ патриотик-ватансыл рухҡа ҡоролған башҡа кластан тыш саралар уландарыбыҙҙы, үҫмерҙәребеҙҙе буласаҡ көслө ир-ат итеп тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Шундай сараларыбыҙҙың береһе булып, яҙыусылар, яугирҙар, ветерандар менән осрашыуҙар, аралашыуҙар тора. Ошо көндәрҙә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында шундай йылы, ихлас, күңелгә үтеп ингән матур сара ойошторолдо.
Байрамыбыҙҙың төп геройы - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов - яҙыусы ла, журналист та, тәржемәсе лә, педагог та. Тормош иптәше Әлфиә менән Азат һәм Урал исемле рухлы улдар тәрбиәләп, абруйлы атай ҙа, өс ейәнгә, бер ейәнсәргә яратҡан олатай ҙа. Ун бер китап авторы булған Салауат ағайҙың бәләкәй балаларҙың нескә күңелен аңлап яҙған әҫәрҙәренән башлап, оло йәштәге китап һөйөүселәргә тиклем етә тәрбиәүи һүҙе. Күптән түгел генә уның “Китап” нәшриәтендә донъя күргән аң-белем хазинаһы балаларға һәм үҫмерҙәргә бағышланған йөкмәткеле китабы “Башҡортостан - батырҙар төйәге” тип атала.
Осрашыуҙа хөрмәтле ҡунаҡтар - Ауырғазы районының “Зәңгәр шишмә” әҙәби берекмәһе етәксеһе, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Вәрис Йәғәфәр улы Аҡбашев, районыбыҙҙың мәғариф һәм хеҙмәт ветераны, “Табын” ойошмаһы рәйесе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин ҡатнашты.
Салауат Кәрим балаларға үҙенең бай йөкмәткеле “Урман аҡланында”, “Йырсы сыйырсыҡ”, “Тәүге дәрес”, “Тыуған йорт йылыһы” исемле хикәйәләр китаптары һәм 1-2-се кластар өсөн төҙөгән “Әҙәби уҡыу” дәреслеге аша таныш. Әммә яҙыусы менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеү балалар өсөн дә, ижадсы өсөн дә үҙе бер иҫтәлек, шул уҡ ваҡытта фәһемле ваҡиға. Шуғалыр ҙа ҙур зал тып-тыныс булды, һәр кем яҙыусыны бар күңеле менән тыңланы. Әҙип үҙенең бала сағынан башлап, әлеге көнгә тиклем булған иҫтәлекле ваҡиғалары менән бүлеште. Үҙе үҫкән ғаилә, ата-әсәһе, туғандары, белем һәм тормош һабаҡтары биргән уҡытыусылары, үҙенең ғаиләһе, балалары, ейәндәре-ейәнсәре хаҡында ҙур кинәнес менән һөйләне. Уҡыусылар йотлоғоп тыңланы ағайҙы. Районыбыҙҙың аҡһаҡалы Ғәлинур Зиннур улы Салауат Ғайса улы менән бер осорҙа мәғариф өлкәһендә эшләгән йылдарын хәтерләне. Уның бөгөн дә бар көсөн изге эшкә бағышлауын, матбуғатҡа, мәғарифҡа, мәҙәниәткә әүҙем хеҙмәт итеүен белдерҙе. Кешегә һәйбәт мөнәсәбәттә һәм яҡшы дуҫ булыуын әйтте. Ауырғазы ҡунағы, шағир Вәрис Йәғәфәр улы шиғырҙарын оҫта итеп һөйләп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Салауат Ғайса улының эшһөйәр булыуын, кешеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙыуын, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуын билдәләне.
Салауат Кәримгә балаларҙың һорауҙары ла күп булды. Мәҫәлән, Салауат исемен һеҙгә кем ҡушҡан? Ундай исем яуаплылыҡ өҫтәйме? Нисек яҙыусы булып киттегеҙ? Яҙыусы, журналист булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ? Әҫәрҙәге геройҙар кемдәр улар? Нисә китабығыҙ сыҡты? Пионер булдығыҙмы? Уҡытыусы булып эшләнегеҙме? Балаларға хикәйә яҙыуы ҡыйынмы һәм башҡа бик күп һорауҙар яуҙырҙылар. Ижадсы ағайыбыҙ уларға ысын күңелдән яуап бирҙе. Гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Илира Иҙрисова “Башҡортостан уҡытыусы” журналы битендә тәжрибәле уҡытыусыларҙың дәрес өлгөләрен баҫтыра барыуҙарын һораны.
Салауат Ғайса улы 1960 йылда Ишембай районының Ғүмәр ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан алсаҡ Салауат башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғайса Көнәфиә улының ғаиләһендә ҡәҙерле бала булып үҫә. Атаһы тарихи шәхестәргә ҙур ихтирам менән ҡарап, оло улына - Юлай, уртансыһына Салауат тип исем ҡушҡан. Иҫ белә башлағаны бирле үҙенең кем исемен йөрөткәнен тойоп йәшәгән малай, Петровский урта мәктәбендә белем алып, 1976 йылда Ишембай нефть техникумына уҡырға инә. Ауырғазы районында быраулау эштәрендә йөрөй, ә уйында - шиғриәт була. Ишембай ҡала гәзите ойошторған конкурста йәш нефтсенең “Ишембай” шиғырының еңеү яулауы уға ҡанат өҫтәй.
- Мәктәптә беҙ ҡатнашмаған бер сара ла булманы, өйөбөҙгә төрлө матбуғат баҫмалары килә торғайны, күмәкләп гәзит-журналдар уҡыйбыҙ, мәҡәләләр ҙә яҙабыҙ. Пионер ҙа, комсомол ойошмаһы секретары, 7-се кластан атайым ойошторған фототүңәрәк етәксеһе лә булдым. Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Факиһа Туғыҙбаева менән “Аҡбуҙат” журналында бергә эшләнек, ул миңә бик күп һабаҡтар бирҙе, - тип һөйләп үтте Салауат Ғайса улы.
Эйе, буласаҡ журналист һәм яҙыусы өсөн былар үҙе бер рухиәт мәктәбе булған икән. “Ленинсы” республика йәштәр гәзитенең тәржемәсе-хәбәрсеһе, Күмертау ҡала һәм районының “Ильич юлы” гәзите мөхәррире урынбаҫары, “Башҡортостан пионеры” гәзите мөхәррире урынбаҫары, “Йәшлек”, “Аҡбуҙат” баҫмаларының яуаплы секретары, баш мөхәррир урынбаҫары, “Башҡортостан” ДТРК-һының “3-сө канал” студияһы директоры урынбаҫары, Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе булып эшләй, 2007 йылдан бөгөнгә тиклем “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире. Ул - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының Почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы профессоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры ла булып тора.
Был осрашыу ике яҡлап та ҙур әһәмиәткә эйә булды. Балалар бәләкәй Салауаттан оло хөрмәткә лайыҡ шәхес булып киткән яҙыусы, журналист, “уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы” булған абруйлы журналдың баш мөхәррире менән яҡындан танышты. Ә Салауат Кәрим саф күңелле бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан күңел йылыһы алып, киләсәк әҫәрҙәренә яңы геройҙар табып ҡайтҡандыр тип ышанам.
Гөлшат ВӘЛИЕВА,
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол
башҡорт гимназия-интернаты
уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы-ның почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.