Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ноябрь 2025, 16:45

Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте

Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған, йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған. Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы булған халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Шуныһы ҡыуаныслы, улар ҡулланыла, тулылана.

Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте

6 ноябрҙә Балалар ижады үҙәгендә “Халыҡ йолалары” конкурсы уҙғарылды. Конкурста Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Сулпылар” коллективы “Ҡояш саҡырыу” (етәкселәре Г.Р.Мирхәйҙәрова), Балалар ижады үҙәгенең “Талантиум” коллективы “Беренсе сәс үреү” (О.П.Безовчук), Аҡкүл мәктәбенең “Балҡыш” коллективы “Йыйылышып ултырыу” (Л.В.Большакова), Юлыҡ мәктәбенең “Дуҫлыҡ” коллективы “Ҡыҙҙар тауына барыу” (Р.Х.Урманшина), Красноусолдың 1-се мәктәбе уҡыусылары “Баҡсала аҡ кәзә” (З.М.Усманова) йолаларын күрһәтеп,   “Миләшкәй” балалар баҡсаһы (Т.А.Баранова, С.Л.Долгополова) йола йырын башҡарып, үҙ һәләттәрен күрһәтте.

Халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныслы баҡһын тиһәк, иң беренсе ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү фарыз. Бигерәк тә, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә халҡыбыҙ йолаларының әһәмиәте ҙур. Сарала балалар үҙ сығыштарын тиҫтерҙәре хөкөмөнә тәҡдим итеп кенә ҡалманы, бер-береһенең сығыштарын ҙур кинәнес менән ҡарап, фәһем алды, тәжрибә тупланы.

Тулыраҡ – гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ.

Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Балалар халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас