Ҡышҡы айҙар яҡынлашҡан һайын яуҙағыларға бындай йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанаҡтарына ихтыяж һиҙелерлек арта. Уҡыусылар әҙерләгән шәмдәр гуманитар йөк составында башҡа тәү кәрәкле әйберҙәр менән бергә алғы һыҙыҡҡа йүнәлтеләсәк.