Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2025, 17:24

Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында

Каникул көндәрендә Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында ойошторолған “Мин АГРО-ла” агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡалаһы” интерактив белем биреү киңлегендә булды.

Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында

Һөнәри йүнәлеш биреү майҙансығы Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында ойошторолоп, унда балалар һәм үҫмерҙәргә заманса ауыл хужалығының нисек эшләгәнен ҡарап, үҙҙәрен тармаҡтың төрлө йүнәлештәрендә һынап ҡарау мөмкинселеге булған. Уҡыусыларға алдынғы игенселек, малсылыҡ нигеҙҙәрен, аҙыҡ-түлек етештереү технологияларын күрһәткәндәр.

Практикала балалар тематик майҙансыҡта бер нисә һөнәрҙәр менән таныша алған:

“АгроЛаб”та улар микроскоптар менән эшләп, үҫемлек күҙәнәктәрен хайуандарҙан айырырға өйрәнгәндәр;

“Цифрлаштырыу” локацияһында махсус программаларҙың ауыл хужалығы техникаһының торошон һәм урынын күҙәтергә ярҙам итеүен күргәндәр;

VR-зонала өҫтәмә ысынбарлыҡ күҙлектәре ярҙамында улар Рәсәй агросәнәғәт комплексының реаль предприятиелары буйлап виртуаль турҙар яһағандар.

Уҡыусыларға сәләмәт туҡланыу тураһында һөйләп, һәр кемгә бүләктәр ҙә биргәндәр.

Балалар бындай сәйәхәттән бик ҡәнәғәт.

Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Йөҙимән уҡыусылары - агросәнәғәт комплексы һөнәрҙәре ҡаласығында
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас