Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2025, 14:33

Конкурс ҡыҙыу төҫ алды

12-13 ноябрҙә “Йыл уҡытыусыһы – 2026” конкурсы нигеҙендә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты базаһында беренсе тур үтеп, ул үҙ эсенә “Дәрес” һынауын алды. Был конкурстың төп һынауҙарының береһе булып тора.

Конкурс ҡыҙыу төҫ алды
Конкурс ҡыҙыу төҫ алды

Конкурс дәресендә барыһы ла мөһим: балалар менән бәйләнеш, белем тәрәнлеге, ижади ҡараш һәм, әлбиттә, импровизация оҫталығы.
Жюри ағзалары дәрес йөкмәткеһенең белем биреү стандарттарына тап килеүен генә түгел, ә педагогтың балаларҙа яңы белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәләтен дә иғтибар менән баһалай.
17-18 ноябрҙә конкурсанттар “Уҡыусылар менән һөйләшеү”ҙең икенсе турын үтеп, унан һуң 5 ҡатнашыусы “Оҫталыҡ дәресе” конкурс һынауында үҙ тәжрибәһен күрһәтте.
“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы ла шул этапта барҙы. 19 ноябрь “Миләшкәй” балалар баҡсаһында финалға сыҡҡан дүрт тәрбиәсе – Алина Комлева, Светлана Ковальская, Йәмилә Сәғитова, Рәзинә Юлдашбаева менән район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов “Брифинг” уҙғарҙы. Айҙар Айрат улы тәрбиәселәргә һөнәргә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, финалсылар алмашлап яуап ҡайтарҙы.
“Әкиәт” балалар баҡсаһынан Алина Александровнаның йыл ярым ғына тәрбиәсе булып эшләүенә ҡарамаҫтан, конкурста ҡатнашырға баҙнатсылыҡ итеүе һоҡланыу уята. “Тирәккәй” балалар баҡсаһында эшләүсе Светлана Викторовна был һөнәрҙә 16 йыл, ә Рәзинә Хәлил ҡыҙының “Тирмәкәй”ҙә эшләүенә 10 йыл булған.
- Мин был конкурсҡа үҙем эшләгән “Миләшкәй” балалар баҡсаһын, башҡорт кешеһе булараҡ үҙ милләтемде күрһәтеү өсөн ҡатнаштым. Тәрбиәсе һөнәренә тиклем тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләнем, балалар менән эшләү ҡыҙыҡлы, улар менән бергә йәшәйһең, донъяны танып-белергә өйрәтәһең. Һәр баланың үҙенсәлеген күҙ уңында тотоп, кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырып, һәләттәрен асып, шуға үҙ өлөшөңдө индереп эшләйһең, - ти араларында иң күп стажға эйә Йәмилә Ғәфүр ҡыҙы.
Артабан “Педагогик хәл-ваҡиға” һынауы үтте һәм жюри тарафынан финалға сығыусылар билдәләнеп, 21 ноябрҙә конкурсты тантаналы ябыу тора.
Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә белем биреү мөмкинлектәре киңәйҙе: электрон дәреслектәр, компьютер, мультимедиа, аудио-видео материалдарын ҡулланыу дәрестәрҙе йәнләндерә, эште еңелләштерә. Бөгөн конкурста заманға ярашлы уҡытыу методикаһын камиллаштырыу йүнәлешендә эшләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тәжрибәле педагогтар сығыш яһай.
Конкурстың маҡсаты - киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, ғөмүмән, уҡытыусы, тәрбиәсе һөнәренең абруйын күтәреү. Район конкурсы быйыл да яңы исемдәр асыр, тип ышанабыҙ.

Конкурс ҡыҙыу төҫ алды
Конкурс ҡыҙыу төҫ алды
Конкурс ҡыҙыу төҫ алды
Конкурс ҡыҙыу төҫ алды
Конкурс ҡыҙыу төҫ алды
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас