Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2025, 15:22

Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды

21 ноябрҙә  район мәҙәниәт һарайында  районыбыҙҙың иң һәләтле, көслө уҡытыусыларын, тәрбиәселәрен асыҡларға ярҙам иткән “Йыл уҡытыусыһы – 2026” һәм “Йыл тәрбиәсеһе -26” конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр асыҡланды.

Үҙ һөнәренең  ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды

Бер аҙнанан ашыу ваҡытта конкурсанттар үҙҙәренең күп һәләттәрен асты, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, яңы асыштар яһаны, яңы белем тупланы. Былар артында, әлбиттә, оҙайлы әҙерлек эштәре, эҙләнеүҙәр һәм йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ ята. 

Тантаналы йомғаҡлау сараһында ҡатнашыусыларҙы һәм конкурсанттарҙы муниципаль район Советы рәйесе Галина Петрова, мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов сәләмләне һәм еңеүселәрҙе  тәбрикләне.

Шулай итеп,  “Йыл уҡытыусыһы -26” конкурсы еңеүсеһе - Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының  физик культура уҡытыусыһы  Марат Рәмзил улы Юнысов. Еңеүсе Маҡтау грамотаһы  һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән  бүләкләнде.

“Йыл тәрбиәсеһе -26”   титулына Красноусол ауылының “Тирәккәй “ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская лайыҡ булды.  Светлана Викторовна  Маҡтау грамотаһы һәм 40 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.  Уларҙы мәртәбәле конкурста еңеүҙәре менән ихлас ҡотлап,  артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Конкурс йомғаҡтары тураһында тулыһынса гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Үҙ һөнәренең  ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең  ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең  ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас