Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2025, 14:15

Педагогтар бәйгелә һынау тота

11 ноябрҙә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Педагог һәм остаз йылын ябыу һәм “Йыл уҡытыусыһы – 2026” һәм “Йыл тәрбиәсеһе - 2026” һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабын асыу тантанаһы үтте.

Педагогтар бәйгелә һынау тота
Педагогтар бәйгелә һынау тота

Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә педагогтың роле баһалап бөткөһөҙ. Ә был һөнәр эйәләре һәр саҡ заман менән бергә атларға тырыша һәм конкурстарҙа ҡатнашыу улар өсөн яңы офоҡтар аса, үҙ эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, һөнәри яҡтан үҫешергә мөмкинлек бирә. Район кимәлендә уҙғарылған педагогтарҙың һөнәри бәйгеһе йыл һайын яңы исемдәр аса.
Быйыл конкурста 11 ноябрҙән 21-нә тик-лем 8 тәрбиәсе: Еҙем-Ҡаран мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Гүзәл Ғиндулла ҡыҙы Әбделмәнова, “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская, “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алина Александровна Комлева, Яңғыҙҡайын мәктәбенең Буруновка филиалының мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө тәрбиәсеһе Миләүшә Әхмәт ҡыҙы Мөхйәнова, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Лилиә Урал ҡыҙы Насирова, Йәмилә Ғәфүр ҡыҙы Сәғитова, Красноусолдағы 2-се мәктәптең Родина ауылындағы “Малыш” структур бүлексәһе балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Элина Владимировна Түзбәкова, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәзинә Хәлил ҡыҙы Юлдашбаева һәм 9 уҡытыусы – Аҡкүл мәктәбенең математика уҡытыусыһы Алина Ринат ҡыҙы Алтынбаева, Красноусолдағы 1-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Яна Радик ҡыҙы Ғәләүетдинова, Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Алина Илһам ҡыҙы Ғәзизова, Яңғыҙҡайын мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Әлфиә Зиннур ҡыҙы Ғиззәтуллина, 2-се мәктәптең тарих уҡытыусыһы Маргарита Ғарифулла ҡыҙы Ибраһимова, 3-сө мәктәптең физика уҡытыусыһы Наталья Евгеньевна Макарова, Игенйылға мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Вилена Вилүр ҡыҙы Сафина, Табын мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Павловна Теплова, гимназияның физик культура уҡытыусыһы Марат Рәмзил улы Юнысов һөнәри һынауҙарҙа иң яҡшылар исеменә көрәшәсәк.
Конкурсты асыу Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырауында башланып китте. Тантананы алып барыусылар гимназия уҡытыусылары Альбина Ишкина менән Рим Рәхимов барыһын да ҡайнар теләктәр менән сәләмләгәс, гимназияның 5 “Б” класс уҡыусылары башҡарыуындағы вальс барыһының күңелен күтәреп ебәрҙе. Тәүге һүҙ район Советы рәйесе Галина Викторовна Петровға бирелеп, ул конкурсанттарға тәү сиратта һаулыҡ, маҡсатҡа ынтылыш һәм уңыштар теләне.
- Хөрмәтле конкурс-та ҡатнашыусы педагогтар, уҡытыусылар, коллегалар! Һеҙҙе “Йыл уҡытыусыһы – 2026” һәм “Йыл тәрбиәсеһе - 2026” һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабы башланыу менән тәбрикләйем. Район хакимиәте башлығы һәм шәхсән үҙемдең исемдән барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, яҡты еңеүҙәр, берегеҙҙең дә һынатмауын теләйем. Беҙҙең конкурстың девизы - “Уҡытырға һәм өйрәнергә”. Шуға ла был конкурс балаларҙы белем, тәрбиә донъяһына ғына әйҙәп ҡалмай, шулай уҡ уларға үҙ һәләттәрен асырға, ысынбарлыҡ тормошто танып-белергә өйрәтә. Һеҙҙең алда - мәшәҡәттәр менән тулы ике аҙна. Бер тынала үҙегеҙҙең төрлө эш алымдарын күрһәтеп, был һынауҙы барығыҙ ҙа уңышлы еңеп сығырһығыҙ тип уйлайым. Педагогтарға уңыштар, үҙҙәренең белем һәм тәрбиә биреүҙәге ҡыҙыҡлы алымдары менән ҡыйыу таныштырыуҙарын теләйем, - тине район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Айрат улы Рафиҡов.
Тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға бер нисә төрлө һынау этабын үтергә кәрәк буласаҡ, шул иҫәптән үҙҙәренең интернет ресурстары менән таныштырыу, педагогик саралар, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү һәм башҡалар. Уларҙың эшен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова етәкселегендәге, район мәғариф бүлеге методистарынан һәм мәктәптәрҙең тәжрибәле педагогтарынан торған жюри баһалаясаҡ.
Конкурста ҡат-нашыусыларҙың барыһына ла уңыш һәм илһамлы ижад теләйбеҙ.

Педагогтар бәйгелә һынау тота
Педагогтар бәйгелә һынау тота
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас