Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ноябрь 2025, 13:49

Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды

21 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында районыбыҙҙың иң һәләтле, көслө уҡытыусыларын, тәрбиәселәрен асыҡларға ярҙам иткән “Йыл уҡытыусыһы – 2026” һәм “Йыл тәрбиәсеһе - 2026” конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәле булды.

Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды

Был юлы конкурста үҙ эшенең оҫтаһы булып, бар булмышын яратҡан һөнәренә һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға төплө белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған 17 уҡытыусы һәм тәрбиәсе ҡатнашты. Конкурс барышында улар үҙҙәренең күп һәләттәрен асты, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, яңы асыштар яһаны, яңы белем тупланы. Былар артында, әлбиттә, оҙайлы әҙерлек эштәре, эҙләнеүҙәр һәм йоҡоһоҙ төндәр, тырышлыҡ ята.
Тантаналы йомғаҡлау сараһында муниципаль район Советы рәйесе Галина Петрова, мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов, район мәктәптәре уҡытыусылары ҡатнашты.
- Конкурс кешелә яңы таланттар асыуға һәм яңы һәләттәр үҙләштереүгә этәрә, бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булып тора. Конкурсанттарҙың унда алған тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ һәм ул бары тик ыңғай хис-тойғолар бирә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һынауҙы лайыҡлы үтте һәм һеҙҙең барығыҙға ла ирешелгәндәр менән туҡтап ҡалмайынса, алдығыҙға яңы маҡсаттар ҡуйып, уға мотлаҡ өлгәшеүегеҙҙе теләйем, - тигән теләктәрен еткерҙе район Советы рәйесе Галина Викторовна һәм төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе тәбрикләне. Шулай итеп, “Йөрәгемде балаларға бирәм“ номинацияһында Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Урал ҡыҙы Насирова, “Ижади эҙләнеү һәм оригиналь ҡарарҙар” - Яңғыҙҡайын урта мәктәбе филиалы Буруновка төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмө тәрбиәсеһе Миләүшә Әхмәт ҡыҙы Мөхийәнова, “Еңеүгә ынтылыш өсөн” - Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Гүзәл Ғиндулла ҡыҙы Әбделмәнова, “Мәктәпкәсә белем биреү өмөтө” - Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең Родина ауылындағы "Сабый" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Элина Владимировна Түзбәкова, “Уҡытыуға ижади ҡараш өсөн” - Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Алина Илһам ҡыҙы Ғәзизова, “Спорт еңеүҙәренә рухландырыусы” - Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Әлфиә Зиннур ҡыҙы Ғиззәтуллина, “Әлифба һәм изгелек һаҡсыһы” - Игенйылға дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Вилена Вилүр ҡыҙы Сафина, “Тарихи мәғрифәтселектең иң яҡшы практикаһы” - Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең тарих уҡытыусыһы Маргарита Ғарифулла ҡыҙы Ибраһимова билдәләнде. Уларға район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы һәм 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Яна Радик ҡыҙы Ғәләүетдинова иһә “Иң яҡшы йәш уҡытыусы” номинацияһында билдәләнеп, Маҡтау грамотаһы һәм 10 мең һумлыҡ сертификатка эйә булды.
- Районыбыҙҙың барса мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн иң әһәмиәтле һәм мөһим сара булған "Йыл уҡытыусыһы - 2026" һәм "Йыл тәрбиәсеһе - 2026" конкурсы финалы уңайынан район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм шәхсән үҙемдең исемдән ҡайнар ҡотлайым,- тине мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп. – Был конкурс ҡатнашыусыларҙың еңеүҙән дә бигерәк үҙенең һәләтен тулыһынса асып бирергә ынтылыуы менән башҡа ярыштарҙан айырылып, киләсәк быуынды, тимәк, Рәсәйҙең киләсәген тәрбиәләүгә бөтә көсөн һәм энергияһын һалыусыларҙы берләштереүсе иң күләмле педагогик форум да булып тора.
Айҙар Айрат улы һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыусылар һәм барса уҡытыусыларға һөҙөмтәле эштәре, әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт еткерҙе, ауыр һәм изге эштәрендә уңыштар теләне.
Артабан Айҙар Айрат улы конкурс лауреаттары - Красноусолдағы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәзинә Хәлил ҡыҙы Юлдашбаева, “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алина Александровна Комлева, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Йәмилә Ғәфүр ҡыҙы Сәғитоваға һәм Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең физика уҡытыусыһы Наталья Евгеньевна Макароваға Маҡтау грамотаһы һәм 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
“Йыл уҡытыусыһы - 2026” конкурсы призёрҙары - Аҡкүл урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Алина Ринат ҡыҙы Алтынбаева менән Табын урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Павловна Теплова район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы һәм 20 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс минуттар – төп еңеүселәрҙе иғлан итер мәл етте. Шулай итеп, “Йыл уҡытыусыһы - 2026” конкурсының абсолют еңеүсеһе - Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының физик культура уҡытыусыһы Марат Рәмзил улы Юнысов. Еңеүсе Маҡтау грамотаһы һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
“Йыл тәрбиәсеһе - 2026” титулына Красноусол ауылының “Тирәккәй“ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская лайыҡ булды. Светлана Викторовна Маҡтау грамотаһы һәм 40 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Уларҙы оло еңеүҙәре менән ихлас ҡотлап, тағы ла яуаплыраҡ бәйгелә – рес-публика кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында уңыштар теләйбеҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды
Үҙ һөнәренең ысын оҫталары асыҡланды
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас