1-се урынды 2-се мәктәп уҡыусылары Надежда Ведерникова (8 йәш) һәм Динар Фәтҡотдинов (9 йәш, Родина ауылы) яулаһа, 2-се урынға 2-се мәктәптән Александра Кәримова (10 йәш), 1-се мәктәптән Виктория Пастухова (9 йәш), 3-сө мәктәп уҡыусылары Данил Заплатин (8 йәш) һәм Арсен Солтанғолов (10 йәш) лайыҡ булды. Арсендың һаулыҡ мөмкинлеге сикле булыуға ҡарамаҫтан, ул бик яуаплы күнекмәләр яһаны, чемпионатта бөтә көсөн, тырышлығын һалып, лайыҡлы 2-се урынды алды.
3-сө урынды 2-се мәктәп уҡыусылары Самира Манишева (9 йәш), Дарья Юдинцева (8 йәш) һәм “Теремок” балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Савелий Гусельников (6 йәш) яуланы.
Балаларҙы лайыҡлы наградалары, дипломдары һәм кубоктары менән ҡотлайым. Улар өсөн ғорурланып, алда тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы яңы ярыштарға һәм еңеүҙәргә дәртләнеп ҡайттыҡ. Шулай уҡ был мауыҡтырғыс сәфәргә ярҙам иткәндәре өсөн балаларҙың атай-әсәйҙәренә һәм өләсәйҙәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә.
Оксана ӘҒЛЕТДИНОВА,
“Амрита” интеллектуаль үҫеш үҙәге педагогы.