Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Декабрь 2025, 10:40

“Геосфера” йәштәр клубы асылды

Быйыл Башҡортостан Республикаһында Рус география йәмғиәтенең ун һигеҙ йәштәр клубы асылып, 11 декабрҙә (Халыҡ-ара тауҙар көнөндә) уларҙың һанын районыбыҙҙағы Балалар ижады үҙәге базаһында асылған "Геосфера" РГЙ  Йәштәр клубы тулыландырҙы.

“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды

Ул Рус география йәмғиәтенең Ғафури урындағы бүлексәһе рәйесе, төбәк бүлексәһенең әүҙем ағзаларының береһе Айрат Миңлебаев тырышлығы менән тормошҡа ашырылған. Талантлы педагог тыуған яҡты өйрәнеү үҫешенә ҙур өлөш индерә, эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләй.

Был көндө уға Рус география йәмғиәте вице-президенты Артем Манукян ҡул ҡуйған Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаттары менән Рус география йәмғиәтенең урындағы активистары ла бүләкләнде.

Сарала ҡунаҡтарҙы сәләмләү һүҙе менән Ғафури районы муниципаль районының мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы А.А.Рафиҡов сығыш яһаны.

Артабан Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе советы ағзаһы Рөстәм Сиражетдинов үҙенең тәжрибәһе һәм тарихтары менән уртаҡлашты. Ул әүҙем журналист һәм сәйәхәтсе, Рәсәйҙе уның сиге буйлап 292 көндә урап үткән кеше. 2015 йылдан алып БСТ телеканалында “Минең планетам – Башҡортостан” авторлыҡ программаһын алып бара.

Был сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Рус география йәмғиәте үҙәге етәксеһе Арина Седлецкая-Ушаридзе менән шәхсән танышыу хөрмәтенә эйә булды.

Рәсми өлөштән һуң сара ҡунаҡтары өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Рус география йәмғиәтенең Ғафури урындағы бүлексәһенә алда ла яңы ҡаҙаныштар, уңыштар насип булһын!

“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды
“Геосфера” йәштәр клубы асылды
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас