Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Декабрь 2025, 09:00

“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ

Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһында Президент гранты ярҙамында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған логопедия кабинеты асылды.

“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ

Һуңғы йылдарҙа телмәр үҫеше боҙолған балалар һаны артҡандан-артыуы көнүҙәк проблемаға әйләнде. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы таҙа итеп һөйләшергә өйрәтеү – бик мөһим мәсьәлә, уның етдилеген ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа аңлай. Уй-фекерҙәрен асыҡ итеп еткерә алмауы баланың мәктәптә яҡшы өлгәшеүенә лә ҙур йоғонто яһаясаҡ. Шуға ла балаларҙың өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүен, ҡатмарлы етешһеҙлеккә әйләнмәҫ элек, мәктәпкәсә йәштә үк бөтөрөргә кәрәк, ти белгестәр. Ә бының өсөн заманса махсус ҡорамалдар, материалдар талап ителә.
Тап шул маҡсаттан сығып, “Миләшкәй” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы балалар баҡсаһы етәкселеге менән берлектә Президент гранты фонды конкурсына “Звуколяндия” мәктәбе” проектын тәҡдим итеп, еңеүгә өлгәшкәйне. 28 ноябрҙә тантаналы шарттарҙа “Миләшкәй” балалар баҡсаһында ошо проект нигеҙендә булдырылған мәктәп тантаналы шарттарҙа үҙ ишектәрен асты.
Йола буйынса ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң сарала ҡатнашыусылар өр-яңы логопедия бүлмәһенә үтте. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре көсө менән ремонтланған бүлмә бөтөнләй икенсе төҫ алған. Бында һөҙөмтәле эш өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған: интерактив ҡорамалдар, әсбаптар, нейропсихологик уйындар һәм башҡа әйберҙәр алынған. Улар араһынан баланың телмәр үҫеше һәм өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеүсе “Аҡыллы көҙгө”, “Антошка” комплексы, балансирҙар, ”Лого-Стандарт” логопедия өҫтәле мөһим урын биләй.
- Райондағы бер генә балалар баҡсаһында ла бындай ҡорамалдар юҡ. Шуға ла ауылдарҙан да телмәр үҫеше боҙолған балаларҙы беҙгә килтерә алалар,- тип билдәләне логопед Гүзәл Ғайса ҡыҙы ҡунаҡтарҙы бындағы мөмкинлектәр менән таныштырып.
“Звуколяндия” мәктәбе” менән танышҡандан һуң байрам сараһы тамашасылар залында дауам итеп, балалар төрлө әкиәт геройҙары менән берлектә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Йырға ла, бейеүгә лә ифрат оҫта булып сыҡты улар, төрлө “музыка ҡоралдары”нда ла уйнай беләләр. "AY YOLA" башҡорт фольклор төркөмө йырына бейеү ҙә һалғандар, хатта.
Артабан балалар баҡсаһы мөдире, проект етәксеһе Алира Дәүләтбаева проект командаһының эше тураһында һөйләп үтте.
- Ныҡлы командаһыҙ проектты тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Ә беҙҙең командала тап шундай, әүҙем, позитив һәм ижади эшләүсе белгестәр – уҡытыусы- проект логопеды Гүзәл Ғайса ҡыҙы Әсфәндиәрова, Ләйсән Ислам ҡыҙы Табулдина һәм музыкаль етәксе Татьяна Александровна Баранова тупланған. Шулай уҡ заявканы әҙерләүҙә “Миләшкәй”коммерцияға ҡарамаған ойошманың етәксеһе Елена Викторовна Алексеенконың ярҙамы тос булды,- тип билдәләне Алира Әмирйән ҡыҙы. – Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе һәм конкурсҡа тәҡдим ителгән 10 меңдән ашыу проект араһынан беҙҙең эшебеҙ еңеүгә өлгәшеп, уны тормошҡа ашырыуға 796 100 һум грант аҡсаһы алдыҡ. Һәм бына проектта ҡаралған барса ҡорамалдар, әсбаптар, материалдар алып, мәктәбебеҙ асылып, балалар менән эшләй ҙә башланы.
Алира Әмирйән ҡыҙы ярҙамдары өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Р.Ғөбәйҙуллина, район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге белгесе А.Ф.Мөхәмәтйәнова, район мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Н.Н.Арыҫланбәковаға рәхмәт белдерҙе. Бүлмәне ремонтлауҙа, ҡорамалдарҙы урынлаштырыуҙа ярҙам итеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Проект 2026 йылдың 31 майына тиклем тормошҡа ашырылып, күп яҡлы дәрестәр, күнекмәләр һәм сараларҙы, милли биҙәүестәр, ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үҙ эсенә ала. Ә инде мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә милли колорит” тигән темаға семинар үткәреү проекттың йомғаҡлау сараһы буласаҡ.
“Звуколяндия” мәктәбенә һөҙөмтәле эш теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
“Звуколяндия” мәктәбенә рәхим итегеҙ
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас