Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан йыйылған балалар тамаша залында сағыу итеп биҙәлгән сәхнәнән сараның башланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Улар үҙҙәре лә байрамса кейенеп, балҡып ултыралар ине.
Байрам сараһын алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина ҡотлау өсөн һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға биргәс, ул үҙ сығышында балаларға матур, изге теләктәр юлланы.
Артабан балалар “Юғалған китаптың тылсымы” тип аталған театрлаштырылған тамаша ҡарап, әкиәт иленә сәйәхәт ҡылды. Мөғжизәле әкиәт геройҙары Яңы йыл байрамына килеүселәргә онотолмаҫлыҡ, шул тиклем һоҡланғыс тамаша бүләк итте.
Был көндө балалар бүләктәр алып шатланып, байрамдан бай тәьҫораттар алып, ҙур ҡыуаныс кисергәнен шат йөҙҙәрҙән дә күрергә була ине. Һуңынан улар әкиәт геройҙары менән бергә шыршы тирәләй әйләнеп, йырҙар йырлап, бейеп күңел асты.