Мәжит Ғафуриҙың 145 йыллыҡ юбилейын йомғаҡлап, беренсе халыҡ шағирының исемен йөрөткән райондың берҙән-бер башҡорт гимназияһына осрашыуға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Таңсулпан Ғарипова, шағирә, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, танылған яҙыусы-сатирик, “Шоңҡар” республика йәштәр журналының яуаплы секретары Венер Исхаҡов килгәйне. Көтөп алынған ҡунаҡтарҙы барыһы ла яҡты йөҙ менән ихлас, залда баҫып ҡаршы алдылар.
Үҙенең илһамлы шиғырҙары менән әсир иткән Тәнзилә Сәлих ҡыҙы сара башында ниндәй ниәт менән йөрөүҙәрен еткереп: “Ҡәҙерле балалар, бына беҙ Өфөнән һеҙҙең янығыҙға килеп еттек. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтан ҡайнар сәләмдәр алып килдек. Бөгөн Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының студент, үҙемдең йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп Мәжит Ғафури төйәгенә – Еҙем-Ҡаран ауылына ла кереп сыҡтыҡ, музейҙа булдыҡ. М.Ғафури ижады ысынында ла мәңгелек. Һеҙҙең арала ла шиғыр, әҫәр, хикәйәләр яҙыусылар булһа, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Ғафури районы таланттарға бай. Райондан ғына ла дүрт халыҡ яҙыусыһы сыҡҡан. Ошо төбәктә Башҡортостандың әҙәбиәтен артабан да дауам итеүселәр табылыр тип уйлайым", - тине һәм гимназияға Яҙыусылар союзы исеменән яңы сыҡҡан китаптар бүләк итте, шулай уҡ һорауҙарға яуап биреп, ҡасандыр Красноусолда йәшәп, эшләп алыуы, ике йыл Еҙем-Ҡаран мәктәбендә уҡытыуы хаҡында, шуға ла был яҡтар ҡәҙерле, яҡын булыуы хаҡында әйтеп үтте, һуңынан илһамланып шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
- Гимназиялар милләттең телен, рухын, йөҙөн һаҡлаусы рух үҙәге булып тора, - тип башланы үҙенең сығышын башҡорт әҙәбиәтенең маһир ҙа, көслө рухлы ла, күренекле лә шәхестәренең береһе Таңсулпан апай Ғарипова. – Кемдер Красноусолда донъяға билдәле шифахана ла бар тип әйтер. Шифахана тик билдәле физик органдарҙы сәләмәтләндереү учреждениеһы, ә мәктәптәрҙә киләсәк быуын, рух тәрбиәләнә. Шуға ла был осрашыу ҙа бушҡа түгелдер. Ат бер баҫҡан ергә өс баҫа, тигәндәй, мин Ғафуриға икенсе генә баҫыуым. Беренсе тапҡыр БДУ-ла 1-се курста уҡығанда Еҙем-Ҡаран ауылына колхоз үҫтергән игенде таҙартырға килгәйнек. Шунда һалам, ҡабыҡ башлы өйҙәрҙе күрҙем. Йәшәргә өйөнә кереткән апай М.Ғафуриҙы яҡындан белгән булып сыҡты. Уға һорауҙар биреп, уның һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлағаныбыҙ әле лә иҫтә. М.Ғафуриға ихтирам ҙур, уның шиғырҙарын ятлап, уҡып үҫкәнбеҙ. Ул онотола торған шағир түгел, үҙе хеҙмәтсән халыҡ араһынан сыҡҡан һәм ғүмеренең аҙағынаса ижадын халҡына бағышланы. Уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле бик ҙур һәм ул районығыҙға исем биргән, башҡорт академия драма театры, Өфөлә иң ҙур баҡса уның исемен йөрөтә, музей эшләп килә, иң мөһиме – беҙ уның исемен һаҡлайбыҙ, - тип һөйләп үтте Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Мәжит Ғафури менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашып. Шулай уҡ “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһының Марсель Ғафуров тәржемәһендә “Буренушка” булып рус телендә сығыуын, үҙ тормошо һәм ижады менән бәйле төрлө мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы һөйләне, һорауҙарға ентекле яуаптар бирҙе, хатта бала саҡта яҙған тәүге “Яҙ” исемле шиғырын да һөйләне уҡыусыларға.
Яҡташыбыҙ, юмор һәм сатира оҫтаһы, әлеге көндә театр сәхнәһендә барған “Йырланмаған йырым һин” спектакле авторы Венер Исхаҡов ихласлыҡ менән үҙе һәм ижады менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы яҙышырға әйҙәне, уларҙың һорауҙарына яуап та ҡайтарҙы. Залдағыларға “Шоңҡар” журналының төрлө һандарын таратып, милли матбуғатҡа яҙылырға саҡырҙы.
Үҙе лә әҙәбиәт донъяһына ғашиҡ гимназия директоры Гөлсөм Монасипова Өфө ҡунаҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп: “Бөгөн рух һәм илһам бүләк итеүселәр килгән. Ысынлап та, беҙҙең гимназия рух ҡәлғәһе, илһам өләшеүсе урын. Бындай осрашыуҙар беҙгә кәрәк. Уҡыусылар “Өмөтлө ҡәләм”, Сәсәндәр мәктәбе үткәргән бәйгелә лә ҡатнашалар. Ә ҡунаҡтар рухты, илһамды, һәләтте, китаптарға булған һөйөүҙе балаларға тапшырыу өсөн ошо сараға килгәндәр. Яҙыусылар союзына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, - тине.
Осрашыу аҙағында уҡыусылар Таңсулпан Ғарипованың автографлы китаптарына эйә булды, шулай уҡ Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ташлама мине, әсәй” китабы буйынса төшөрөлгән фильмда төп ролде уйнаған актер, гимназияның 9 “В” класс уҡыусыһы Ансар Шәйәхмәтовҡа ҡунаҡтар матур һәм яҡты теләктәренә ҡушып, автографлы китап бүләк итте.
Сараны гимназия уҡыусылары Алһыу менән Әлиә йәнле итеп алып барҙы. Вокаль квартет ҡобайыры (етәксеһе Д.Ғ.Абдуллина), “Табын тыпырҙығы” (етәксеһе, сәхнәгә сығарыусы А.Ф.Буранова) бейеүе сараны биҙәп кенә ҡалманы, барыһының да күңеленә хуш килде.
Был йәмле аралашыу күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.