Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ғинуар , 10:00

Афарин - 2025

"Табын" гәзите мөхәрририәте күптәнге йолаға тоғро ҡалып, уҙып киткән йылда райондың ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе билдәләй. "Йыл кешеләре" тип бына кемдәр билдәләнде:

Афарин - 2025
Афарин - 2025

Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Марат Раил улы БАСИРОВ өсөн уҙған йыл емешле һәм уңышлы булды. Республика ауыл мәктәптәренең 45 йәшкә тиклемге етәкселәре араһындағы конкурста еңеү яулап (рейтинг буйынса республикала 4-се) аҡсалата грантҡа лайыҡ була. Сертификатты Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Үҙе етәкләгән белем биреү учреждениеһы һәр йәһәттән алдынғылар рәтенән төшмәне. 2-се мәктәп яңы уҡыу йылына ҙур уңыштар менән аяҡ баҫты. Уҡытыусылар коллективы белем биреү сифатын күтәреүҙә һәм ойоштороуҙа емешле эшмәкәрлек алып барҙы һәм дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Йылдың иң яҡшы урта мәктәбе-2025” номинацияһында еңеп, 100 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде. Һуңғы ике йылда Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призёрҙар һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә булып, ике йыл рәттән күсмә кубок уларға тапшырылды. Быйыл Рәсәй Компьютер спорты федерацияһы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағындағы Бөтә Рәсәй интеллектуаль-киберспорт лигаһында мәктәп йыйылма командалары араһында тәүгеһенән уҙған ярыштарҙың республика беренселегендә 2-се мәктәп уҡыусылары командаһы еңеү яулап, дүрт тапҡыр республика чемпионы булып таныла! Волга буйы федераль округының зона этабында республика данын лайыҡлы яҡлайҙар. Владивостокта уҙған “Океан” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә киберспорт буйынса ярышта уңышлы сығыш яһайҙар. Уңышлы эшләгән мәктәптең булдыҡлы етәксеһенә “Афарин!” тиергә генә ҡала.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас