+12 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
22 Января , 10:47

Үҙҙәрен ысын телһөйәр, телселәр итеп күрһәттеләр

Жәлил Киекбаев  исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары:  Илһам Рәхимов, Рәдиф Вәлиев ( 9-сы класс), Айгөл Рәхимова, Зарина Вәлиева  (11-се кл.) башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала бик матур сығыш яһап,  районыбыҙ данын күтәрҙеләр.

Үҙҙәрен ысын телһөйәр, телселәр итеп күрһәттеләрҮҙҙәрен ысын телһөйәр, телселәр итеп күрһәттеләр
Үҙҙәрен ысын телһөйәр, телселәр итеп күрһәттеләр

Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар араһында уҙғарылған мәртәбәле ярышта 11-се класс уҡыусыһы Айгөл Рәхимова еңеүсе исеменә лайыҡ булды, 9-сы класс уҡыусыһы Илһам Рәхимов призер тип танылды.Рәдиф менән Зарина ла яҡшы белемдәрен күрһәтеп, һәйбәт балдар йыйҙы.

Туған телгә һөйөү,ихтирам тәрбиәләгән уҡыусыларҙың ата-әсәләренә,уҡытыусыларына “Афариндар!” тиәһе генә ҡала. Артабан да уҡыусыларыбыҙға тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

 М.Мәмәтҡолова.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас