Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Ғинуар , 09:43

Ижади эшләүсе мөғәллимә

Тормошта һәр кемдең өлгө алырлыҡ, уның матур ғүмер һәм хеҙмәт юлына һоҡланып йәшәгән маяҡ булырҙай кешеһе була. Минең өсөн шундай кешеләрҙең береһе - остазым, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хәҙер тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итеүсе Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева.

Ижади эшләүсе мөғәллимә
Ижади эшләүсе мөғәллимә

Ул тәүге хеҙмәт юлын башлағанда мин саҡ яҡты донъяға ауаз һалғанмын, ә йылдар үтеп, уҡытыусы һөнәренә эйә булғас, тәүге хеҙмәт юлымды тәжрибәле мөғәллимә Гөлшат Акрам ҡыҙының ҡул аҫтында башлауым менән бик тә бәхетлемен. Ул 1-се кластың уҡытыусыһы, ә мине ул етәкләгән класҡа тәрбиәсе итеп тәғәйенләнеләр. Миңә тәжрибәле педагогтың ҡанаты аҫтында эш башлауы еңел булды, аҡыллы кәңәштәре эшемдә ҙур таяныс ине. Унан бөркөлөп торған йылылыҡ, ихласлыҡ һәр кемгә лә бирелмәйҙер ул. Үҙ эшенең оҫтаһы, яратҡан хеҙмәте – балаларға башланғыс белем орлоҡтары сәсеүгә һәм тәрбиәләүгә бар күңелен һалыусы уҡытыусы-тәрбиәсе Гөлшат Акрам ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел.
45 йыллыҡ хеҙмәт стажының 30 йылын Красноусол башҡорт гимназия-интернатында (1996 йылда гимназия асылғандан алып эшләй) балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнап, арымай-талмай эшләй. Ошо йылдар арауығында Гөлшат Вәлиева ете сығарылыш класс сығара. Хаҡлы ялдамын тип тормай, өсөнсө йыл инде яратҡан коллективында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Гимназияла эш башлағас, башланғыс кластар кафедраһын етәкләп, уның эшен ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы, уҡытыусыларҙы бергә тупланы, йәш уҡытыусыларға остаз булып торҙо. Үҙенең аҡыллы кәңәштәре, башҡарған эштәре, ипле һүҙе менән беҙҙе, йәштәрҙе, алға әйҙәй, шиғри күңеле, моңло йырҙары менән күңелдәрҙе әсир итә. Гимназиябыҙҙа “Урал батыр” мәктәбен етәкләй, уға йәнә бер эш йөкмәттеләр, ул да булһа, “Табын” район гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенә етәкселек итеү.
Һәр балаға халҡының тарихына, йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала. Башҡорт халҡының боронғо йолаларын тергеҙеү өҫтөндәге эшен дә билдәләргә кәрәк. Шуларҙың береһе: “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе булараҡ, Гөлшат Акрам ҡыҙы Красноусол ағинәйҙәре менән гимназиябыҙҙың башланғыс класс ҡыҙҙарына оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, түшелдерек эшләү серҙәрен өйрәттеләр, хәҙер иһә ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр береһе зауыҡлы милли биҙәүес – түшелдерекле булды. Йыл да башланғыс һәм өлкән кластар араһында “Урал батыр” һәм “Һомай һылыуы” конкурстарын үткәреүҙә мөғәллимә тырышлыҡ һала. Башҡорт телем, илем, халҡым тип янып йәшәгән ижадҡа мөкиббән уҡытыусы башҡорт теле дәрестәрендә ижадҡа - шиғриәткә ҙур иғтибар бирҙе, балаларын шиғыр яҙырға өйрәтте. Уҡыусылары дәрестә дүрт юллыҡ шиғырҙар ижад итеп, уҡып ишеттерәләр ине. “Тамсыҡай” ижад түңәрәгендә шөғөлләнгән балалары йыл да халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова премияһына “Өмөтлө ҡәләм” конкурсында ҡатнашып, лауреаттар булыуы һәм призлы урындар яулауы ошо хаҡта һөйләй.
Ижади эшләүсе тәжрибәле мөғәллимә, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы, һәр ваҡыт заман менән бергә атлаусы, йәштәргә өлгө булып тороусы районыбыҙҙа ғына түгел, республикала туған телебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һала һәм 20 йыл элек үҙен башланғыс кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре әҙерләп баҫтырыуҙа һынап ҡарай. 3-4-се башланғыс кластар өсөн программалар, “Башҡорт теле” дәреслектәре һәм “Методик ҡулланмалар” авторы булараҡ билдәлелек яулай Гөлшат Акрам ҡыҙы һәм бөгөнгәсә был эштән айырылмай. Был яуаплы эшкә тотоноуҙа район мәғариф бүлегендә методик кабинет мөдире булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялдағы Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы Мөхөтдинованың өлөшө ҙур була, уҡыу әсбаптарын Мәғарифты үҫтереү институтынан “Башҡорт теле”, “Әҙәби уҡыу” дәреслектәре, программалар авторы, доцент, С.Юлаев премияһы лауреаты Ф.Ш.Сынбулатова менән берлектә әҙерләп сығаралар. 4-се кластар өсөн дәреслек 1-се мәктәп уҡытыусыһы Р.В.Сиражетдинова ярҙамы менән әҙерләнә. Гөлшат Вәлиева “Башҡорт һәм рус телдәрен параллель уҡытыу” тигән авторлыҡ программаһын төҙөп (авторҙашы – гимназия уҡытыусыһы И.Ғ.Иҙрисова) сығарыуға өлгәшә. Артабан был эшкә үҙе генә түгел, гимназияның барлыҡ башланғыс кластар уҡытыусыларын да йәлеп итте һәм программалар, методичкалар әҙерләп сығарҙыҡ. Яңы технологиялар буйынса уҡытыу программаһын Ф.Ш.Сынбулатова менән берлектә әҙерләнеләр. Тиҙҙән авторҙың Мәскәүҙә гриф (рөхсәт) алған йәнә бер хеҙмәт емешен - өр-яңы, үҙенсәлекле – уҡытыу программаһы, эш дәфтәре, контроль эштәр менән комплектланған “Башҡорт теле” дәреслек-әсбабын ҡулға аласаҡбыҙ. Ижадҡа мөкиббән уҡытыусы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, баҫма биттәрендә төрлө мәҡәләләр менән сығыш яһай, “Табын” район гәзите һәм башҡа баҫмалар менән дә хеҙмәттәшлек итә. Гәзиттең тоғро дуҫы уны таратыуға үҙ өлөшөн индерә, “Изге подписка” акцияһында ҡатнашып, ауылдағы ут күршеһенә лә гәзит бүләк итә. Үҙ премияһын да булдырған ул. Башта тыуған – Һабай ауылы мәктәбендә, ул ябылғас, юғары кластарҙа белем алған Юлыҡ ауылы мәктәбендә башҡорт теленән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар лайыҡ була. Мәктәпкә “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын, “Йәншишмә” гәзитен дә яҙҙыра.
Һәр саҡ асыҡ, йылы ҡарашлы, изге күңелле, тура һүҙле, баҫалҡы, кешелекле, кеселекле, бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәҫ, урынлы һәм төплө кәңәштәрен биреп, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған оло йөрәкле, ипле һүҙе менән һәр кемдең күңелен арбаған Гөлшат Акрам ҡыҙы хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт һәм абруй ҡаҙанды. Талапсанлығы, ғәҙеллеге өсөн уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, кластан тыш саралар берҙәм үтә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, сағыулығы, маһирлығы, егәрлелеге менән айырылып торған уҡытыусы тигән хөрмәтле, мәртәбәле һөнәргә эйә булған мөғәллимә Г.А.Вәлиеваның һәр яҡлап тырыш хеҙмәте бик күп наградалар менән баһаланған. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарының, Рәхмәт хаттарының, иҫтәлекле бүләктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ул бөгөн хаҡлы рәүештә “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы”, “Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” исемдәрен йөрөтә, 2008 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә уҙғарылған мәртәбәле конкурста 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булып, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” тип танылыу яулауы һәр яҡлап маһир педагогтың хеҙмәтенә ҙур баһа булды. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде. “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, лауреат һәм 1-се урын яуланы. “Табын” район гәзитенең “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ булды.
Һабай ауылында тыуып үҫкән Гөлшат Вәлиева эшендә ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған, абруйлы мөғәллимә булһа, тормошта ул һөйөклө ҡатын, әсәй һәм яратҡан өләсәй. Тормош иптәше Рафаэль Ғилман улы менән татыулыҡта донъя көтәләр. Ике ҡыҙы – Нәркәс менән Гөлназ ғаиләләре менән Өфөлә төпләнгән, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, ете ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхетен кисереп йәшәйҙәр.
Беҙ, башланғыс кластар кафедраһы уҡытыусылары, ошондай ипле, һәр яҡлап маһир, күптәребеҙ өсөн остаз булған Гөлшат Акрам ҡыҙы менән бергә эшләү бәхете тейеүгә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ. 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхетле, бәрәкәтле, тиң-тигеҙ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, Гөлшат Акрам ҡыҙы!
Дилбәр ӘСӘНОВА,
КБГИ-ның башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас