Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль , 10:30

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләүсе мөғәллимә

Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова - Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләүсе мөғәллимә
Телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләүсе мөғәллимә

Өс тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт стажы булған Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы уҡыусыларға төплө белем биреү менән бер рәттән, улар күңеленә әҙәбиәткә, әсә теленә, халҡыбыҙҙың йолаларына, тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләргә ынтыла, уларҙың зирәклеген, һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар биреп, һөҙөмтәле эшләй. Бының өсөн ул балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырҙай, күңелдәрен үҫтерерҙәй ижади эҙләнеү эштәренә, төрлө бәйге-конкурстарға йәлеп итә. Ижади эштәргә ҙур урын бирә. Шуға ла уның уҡыусылары ра-йон күләмендә генә түгел, республикала үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа ла һынатмайҙар. Шуларҙан: Г.Яҡупова премияһына уҙғарылған “Өмөтлө ҡәләм”, Сәсәндәр мәктәбе ойошторған “Ҡышҡы йәйғор” ижади бәйгеләрендә һәр ваҡыт призлы урындар ала киләләр.
Бөрйән районында үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара бәйгеһендә бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, призёрҙар булдылар. Йыл һайын Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған республика “Кейекбаев уҡыуҙары”нда ҡатнашып, еңеүсе булып ҡайталар. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы ойошторған “Йәш журналист” һәм шулай уҡ иншалар бәйгеләрендә лә беренсе-икенсе урындар йылдағыса уларҙыҡы. Сибай ҡалаһы ойошторған халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова премияһына уҙғарылған төбәк-ара бәйгелә ҡатнашып, призёрҙар булдылар. Район олимпиадаһында уның уҡыусылары һәр ваҡыт еңеүселәр рәтендә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала икенсе йыл рәттән уҡыусылары районыбыҙға еңеү алып ҡайтты. 11-се класс уҡыусыһы Айгөл Рәхимова – еңеүсе, 9-сы класс уҡыусыһы Илһам Рәхимов призёр булды. Бынан тыш Аҡмулла олимпиадаһында, Гагарин Кубогы олимпиадаһында, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған Туған телдәр буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадала ҡатнашырға ваҡыт табалар һәм һынатмайҙар ҙа. Шулай уҡ “Нияз Мәжитов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында, “Мостай Кәрим уҡыуҙары”нда ҡатнашып, еңеүселәр булдылар.
Бөгөн һәләтле мөғәллимәнең юлын дауам итеүсе уҡыусылары ла етерлек. Улар төрлө тарафтарҙа үҙ эшенең оҫталары булып эшләп йөрөйҙәр.
Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы үҙ өҫтөндә лә туҡтауһыҙ эшләгән тынғыһыҙ уҡытыусы. Ул ра-
йон, республика күләмендә уҙғарылған семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Ике тапҡыр районда, республикала уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсы”нда ҡатнашып, районда еңеүселәр рәтендә булһа, республикала лауреат исеменә лайыҡ булды. 2025 йылда Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында делегат булып ҡатнашты. Хеҙмәт уңыштары өсөн “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исеменә лайыҡ булды. Бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
- Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә белем алдым. Мәктәп йылдары - кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ матур бер миҙгеле. Мәңге юйылмаҫ иҫтәлектәр, тик мәктәп йылдарында һалына. Белем усағы тигән серле йортҡа тәүге булып ишек асҡан, ғилем тауының баҫҡыстары буйлап етәкләп юғарыға мендергән беренсе уҡытыусым Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина минең өсөн һәр саҡ өлгө булып тора. Ул шул тиклем яғымлы, мөләйем, бер ҡасан да тауышын күтәрмәй ине. Нәҡ Фәниә Әкрәм ҡыҙы кескәй йөрәгемдә уҡытыусы булыу теләген уятты. Бер урамда йәшәгән балаларҙы йыйып, “мәктәп” уйнарға ярата инем: мин - уҡытыусы, үҙемдән бәләкәстәр - уҡыусылар.Тәүге уҡытыусыма мәңге рәхмәтлемен, уға оҡшарға тырышам. Мәктәп йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала инем. Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларым Ғиндулла Ширияздан улы Шәйәхмәтов менән Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллинаға рәхмәтлемен. Улар миндә башҡорт теленә һөйөү уяттылар. Мәктәп йылдарында бөтә сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаштым. 11-се класты тамамлағас, ҡайҙа барырға тип аптырап торманым, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына документтарымды тапшырҙым. Студент йылдары ла һиҙелмәй үтеп китте. Ҡулыма диплом алғас, туған мәктәбемә эшкә ҡайттым. Һәм 28 йыл ғүмерем уҡыусыларға белем биреүгә арналды, - ти Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы.
Класс етәксеһе булараҡ, Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы уҡыусыларын яуаплылыҡҡа, хеҙмәт һөйөргә, тәртипкә, ярҙамсыл булырға өйрәтә. Ул үҙе етәкләгән 8-се класс уҡыусылары менән Тимур командаһына йөрөргә лә өлгөрә, экскурсия-походтарға ла йөрөйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарына ҡуйылған обелискыны тәртиптә тотоу ҙа улар өҫтөндә алғандар. “Табын” район гәзите ойошторған “Изге подписка” акцияһынан да ситтә ҡалмай был класс уҡыусылары. Йыл һайын тиерлек яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә “Табын”ды бүләк итәләр. Быйыл иһә атаһы МХО-ла ҡатнашҡан уҡыусыға “Аманат” журналын, “Табын” гәзитен бүләк иткәндәр. “Уҡыусыларымдың илһөйәр, телһөйәр кешеләр булып үҫеүҙәрен теләйем, илебеҙҙең патриоттары булһындар тип тырышам”, - ти Зилә Иҙрисова.

Альбина БАСИРОВА, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас