Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Февраль , 16:20

“Шайморатовсылар балы” үтте

Кисә район мәҙәниәт һарайында “Шайморатовсылар балы” үтте. Унда Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Миңлеғәле Минһаж улының исемен йөрөткән 9 “А” класс уҡыусылары сараның төп геройҙары булды. Был сарала хөрмәтле ҡунаҡтар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илья Макаров, гимназия директоры Гөлсөм Монасипова, район мәғариф бүлеге методисы Анастасия Кулагина булды.

“Шайморатовсылар балы” үтте
“Шайморатовсылар балы” үтте
  • Бөгөн шул тиклем матур, ихлас байрамға йыйылғанбыҙ. Беҙҙең районда һеҙ иң беренселәр. Шайморатов класы, уҡыусылары, класс етәксеһе, тәрбиәсеһе, атай-әсәйҙәре ниндәй булыуын һеҙ күрһәттегеҙ, таныттығыҙ. Ошо класс уҡыусылары өсөн беҙҙең күңелебеҙ тыныс, һеҙ өлгө алырлыҡ иң яҡшы уҡыусыларыбыҙ, беҙҙең илебеҙҙең патриоттары, киләсәге буласаҡ уҡыусылар. Һеҙгә күпме тәрбиә, белем һалынған, шуға ҡарап артабан да кәрәкле һөнәрҙәр алып, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып китерегеҙгә беҙҙең ышаныс ҙур. Ысынлап та, һеҙҙең һәр берегеҙ беҙҙең уҡыусыларға өлгө булырлыҡ. Һеҙгә иң беренсе булып башлап ебәреүе ауыр булһа ла, грант буйынса ла еңдегеҙ, төрлө ҡышҡы, йәйге Шайморатов уйындарында призлы урындар алдығыҙ, төрлө патриотик сараларҙың уртаһында ҡайнанығыҙ, шул яҡтан беҙ һеҙгә “афарин” тип әйтәбеҙ. Һеҙҙең бөгөн ошондай матур балға йыйылыуығыҙ, ул декабрь айында Өфөлә үткән Шайморатов балында республика Башлығы Радий Хәбировтың эргәһендә булып ҡайтыуығыҙҙың шаңдауы. Артабан да һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем, - тине гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы сығыш яһап һәм Шайморатов класы уҡыусыларына сертификаттар тапшырҙы.

9 “А” класының уҡыу алдынғыһы Илнара Дауытова класс исеменән сығыш яһап: “Шайморатов исемен йөрөтөү - оло яуаплылыҡ. Беҙ тарихты ғына өйрәнмәйбеҙ, ә генерал сағылдырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәргә тырышабыҙ: маҡсатҡа тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм Ватанға сикһеҙ бирелгәнлек”, - тине.

 Был сарала ошо һүҙҙәрҙең бөтәһе лә йәнләнеп, музыкаға, йылмайыуҙарға, ғорур торошҡа һәм күҙҙәрҙәге ялҡынға әйләнгән мәл булды. Эйе, Шайморатов балы уҡыусылар күңелендә мәңгегә уйылып ҡалған көн булып ҡаласаҡ. Сөнки, был ябай бер сара ла, бал да түгел, бында ҡатнашыу легендар Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класта уҡыу абруйын, ҡаһарманлыҡ билдәһен сағылдырып тора.

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

“Шайморатовсылар балы” үтте
“Шайморатовсылар балы” үтте
“Шайморатовсылар балы” үтте
“Шайморатовсылар балы” үтте
“Шайморатовсылар балы” үтте
“Шайморатовсылар балы” үтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас