Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Март , 09:55

Афарин, Искәндәр!

17 мартта Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9 “А” Шайморатовсылар класында уҡыусы Искәндәр Шаһиев  “Тамыр” телеканалы ойошторған республика  “Ат уйнатып” проектында ҡатнашты һәм шағир, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы гимназия директоры Фәнил Нил улы Бүләков менән бәйгегә сығып,  еңеүгә өлгәште. Афарин, Искәндәр!

Афарин, Искәндәр!
Афарин, Искәндәр!

“Ат уйнатып” - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар араһында тарихты, тыуған яҡты өйрәнеүҙе, патриотизмды һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе аңлауға арналған команда уйыны. Уның исеме - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар комдивына һәм башҡорт халҡының ғорурлығы булған аттарға ла һылтанма булып тора.

Искәндәрҙе бәйгегә лайыҡлы  әҙерләгән  Шайморатов класы етәксеһе Раушания Әхнәф ҡыҙы Рафиҡова, тәрбиәсеһе Луиза Флүр ҡыҙы Ишбулдина һәм сарала ҡатнаштырыуға күп көс һалған гимназияның “Нөктә ТВ” телестудияһы етәксеһе Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова ла маҡтауға лайыҡ һәм һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Афарин, Искәндәр!
Афарин, Искәндәр!
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас