Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Март , 14:55

“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

25 мартта Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында шиғыр һөйләү конкурсының муниципаль туры үтте. Был конкурс Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур татыу ғаилә йылына, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы иғлан иткән Рәсәйҙә мәктәпкәсә белем биреү йылына арналғайны. Конкурста Красноусолдың “Миләшкәй”, “Әкиәт”, “Тирәккәй”, “Теремок” балалар баҡсаларынан, Сәйетбаба, Йөҙимән, Юлыҡ, Ибраһим, Еҙем-Ҡаран, Яугилде, Байымбәт, Аҡкүл, Родина, Яңғыҙҡайын, Туғай, Ҡауарҙы, Курорт ауылдарынан 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар баҡсаларына йөрөүсе 33 бала ҡатнашты.

“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте

Шиғыр ятлауҙың файҙаһы бик күп: хәтер яҡшыра, тел байлығы арта, телмәр үҫә, ҡыйыулыҡ өҫтәлә, фекерләү байый һәм башҡалар. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ул айырыуса мөһим, шиғыр артикуляция аппаратын көйләй һәм һүҙлек запасын байыта, ваҡ һәм дөйөм моторика үҫә.

Конкурстың маҡсаты булып, танып белеү, телмәр һәм художество-эстетик үҫеш өлкәһендә мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләү сифатын күтәреү, һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау һәм уларға үҙ-үҙен үҫтереү өсөн мөмкинлек биреү торһа, балалар был конкурсҡа атай-әсәйҙәр, тәрбиәселәр ярҙамы менән ныҡлы әҙерләнгән.

Конкурсты “Миләшкәй” балалар баҡсаһының йәш тәрбиәләнеүселәре сағыу сығыштары менән асты. Балаларҙың “Минең илем - Рәсәй” коллектив бейеүе һәм рус халыҡ инструменттары оркестрының дәртле сығышы барыһының күңеленә хуш килеп, сарала сығыш яһаусыларға дәртләндереүсе көс бирҙе.

“Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының берҙәмлеге” номинацияһында: Ульяна Фәйзуллина һәм Карина Шәрәфетдинова (“Тирәккәй” балалар баҡсаһы), Сафия Ҡорманғолова (“Теремок” балалар баҡсаһы); “Минең ҙур һәм татыу ғаиләм” номинацияһында: Йәмилә Дәүләтбаева (“Әкиәт” балалар баҡсаһы), Ралина Фәйзуллина (“Тирәккәй” балалар баҡсаһы), Самир Фәхретдинов (Сәйетбаба ауылы) еңеүсе булды. Бәйгеселәрҙе абруйлы баһалама комиссияһы: район мәғариф бүлеге методистары Лира Бәхтийәрова, Ольга Ғүмәрова, Гөлсинә Зәйнуллина баһаланы. Шиғырҙар ҡабатланып торһа ла, улар һәр уҡыусының һөйләй белеү ҡеүәһенә ҡарап яңыса яңғыраны. Уларҙың шиғыр юлдарын онотоп туҡтап ҡалғанда ла, юғалып ҡалмай, тәрбиәселәренең күҙҙәренә төбәлеп ҡарауҙары, ҡулдары менән төрлө хәрәкәттәр эшләп шиғырҙы һүрәтләүҙәре әйтеп бөткөһөҙ, эскерһеҙ тамаша булдырҙы.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы һоҡланғыс сығыштары менән ҡотлайбыҙ. Киләсәк быуындың илебеҙҙе, Башҡортостаныбыҙҙы данлап, ғорурлыҡ менән шиғыр һөйләүҙәре бик һөйөндөрә.

“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
“Миләшкәй”ҙә шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас