1,8 миллион һумлыҡ грант аҡсаһына кабинет йыһазландырылған: ремонт үткәрелгән, яңы заманса мебель, макеттар өсөн шкафтар, стеллаждар, уҡыусылар һәм уҡытыусы өсөн фирма логотибы менән кейем-кепкалар, цифрлы микроскоп, уҡытыу комплекттары, интерактив әсбаптар, мультимедиа ҡорамалдары һәм башҡалар һатып алынған. Хәҙер инде был кабинет ысын фәнни лаборатория. Унда уҡыусыларҙы яңы асыштар һәм эксперименттар көтә!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында йыһазландырылып, өр-яңы төҫ алған уҡыу кабинеты - агрокласты асыу тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рита Сәйфетдинова, методист Нәзифә Арыҫланбәкова, шулай уҡ КБГИ директоры Гөлсөм Монасипова, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты.
Аграр асыштар иле ишегенең ҡыҙыл таҫмаһы киҫелгәс, барыһы ла яңыртылған кабинетҡа үтте. Сара барышында Эльмира Сәлих ҡыҙы ҡунаҡтарға был проекттың маҡсаты, пландары, асыр алдынан башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, һатып алынған ҡорамалдарҙы күрһәтте. Бына, мәҫәлән, фитояҡтыртҡыстар менән стеллаждар урынлашҡан “Гидропоника” зонаһында үҫентеләрҙе тупраҡһыҙ үҫтерергә, микроклиматты программаларға һәм йыл әйләнәһенә уңыш алырға мөмкин булыуын күрергә була ине. Был киләсәк технологияһы, әле үк ҡулланыла. Микроскоптар менән лаборатория өҫтәлдәре урынлашҡан “Микро-лаборатория”ла тупраҡ составын, ашламаларҙың йоғонтоһон өйрәнергә һәм хатта орлоҡто селекциялау буйынса тәжрибә уҙғарырға мөмкин. Бында уҡыусылар бер үк орлоҡто төрлө тупраҡҡа ултыртып эксперименттар уҙғара. Күренеүенсә, “АгроЭкспериментариум” фәнде, технологияларҙы һәм йәнле хеҙмәтте берләштерә.
Эльмира Ғизетдинова шулай уҡ тәжрибә-һөнәргә өйрәтеү эшмәкәрлеген алып барыуҙы ойоштороу йәһәтенән проект сиктәрендә ремонтланған подвалда артабан район үҙәгенең мәңгелек ут, Еңеү аллеяһы кеүек иҫтәлекле урындарына, Татар Саскүле ауылындағы өлкән йәштәгеләр пансионаты биләмәһенә ултыртыу өсөн төрлө үҫентеләр (сәскәләр, йәшелсәләр) үҫтереүҙәрен, Башҡорт дәүләт Аграр университеты менән килешеү төҙөлөп, даими рәүештә тәжрибәләр үткәреләсәге, агрокластарҙа химия, биология уҡытыусыларына семинарҙар, агрокласта уҡыусыларға оҫталыҡ дәрестәре ойоштороуҙары тураһында бәйән итте. Был уҡыусыларҙы хеҙмәт-экологик, гражданлыҡ-патриотик йәһәттән тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Шулай итеп, агрокласта уҡыусылар теорияны ғына түгел, ә киләсәктә мотлаҡ кәрәкле практик оҫталыҡтар ҙа ала аласаҡтар.
Күп тапҡыр ишеткәнсе бер тапҡыр күреүең мең артыҡ. Агрокласс майҙансығында йәш тикшеренеүсе ҡунаҡтарға йәш үҫенте - сәскәләрҙе күсереп ултыртыу серҙәре менән бүлеште. Һәм ҡунаҡтар ҡулдарына бирсәткәләр кейеп, сәскә үҫентеләрен күсереп ултыртты.
Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов гимназия коллективын агрокласс асылыуы менән ҡотлап, һоҡланыуын һәм ғорурланыуын белдерҙе. Үҙенең сығышында ул районыбыҙ ауыл хужалығы районы булыуын билдәләп, матур һәм уникаль тәбиғәтебеҙҙә туризмды үҫтереүҙә мөмкинлектәр ҙур булыуын һәм туризм ауыл хужалығынан башҡа йәшәмәүен, агрокласс тап ошо тармаҡтың үҫешенә башланғыс нигеҙ һалыусы булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тыуған районды һәм тотош республиканы үҫтереү өсөн сифатлы белем алыуҙың, бигерәк тә хәҙерге юғары технологиялы, ҙур һорау менән файҙаланылған, иң мөһиме, иң кәрәкле һәм табышлы тармаҡ - ауыл хужалығы өлкәһендә, мөһимлеген билдәләне. Венер Фәнир улы былтыр Красноусолда Атайҙар паркына нигеҙ һалыныуын билдәләп, уның биләмәһендә КБГИ ботаника баҡсаһын булдырыу пландары менән дә уртаҡлашты.
Мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рита Сәйфетдинова изге теләктәрен еткереп, проект командаһын Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
“Киләсәк мәктәбе” коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Раушания Дәүләтбаева проект-ты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан һәм ярҙам ҡулы һуҙған партнёрҙарға, бер төркөм әүҙемселәргә һәм ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.
Гимназия коллективы өсөн үҙенсәлекле иҫтәлекле сараны уның директоры Гөлсөм Монасипова йомғаҡлап, агрокласс асылыуы менән ихлас ҡотланы, ошондай ҙур эште атҡарып сығыуҙары өсөн проекттың берҙәм командаһына, Эльмира Сәлих ҡыҙына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ауыл хужалығы кабинеты асылыуы уҡыусыларға тағы ла яҡшыраҡ уҡырға мотивация, төрлө тикшеренеү эштәрен башҡарыуҙа мөмкинлектәр ҙур буласағын, ә иң мөһиме, эштәренең күренеп торасағын билдәләне, ауылыбыҙҙы, гимназиябыҙҙы, районыбыҙҙы биҙәп торасаҡ, тине. Был проект һуңғыһы булмауын, барлыҡ идеяларының, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын, уңыштар теләне, ә татыу һәм яҡшы аграр класс уҡыусыларына 11-се класты тамамлағансы йәнә берәй ҙур грант отоу теләген еткерҙе.
- “АгроЭксперимен-тариум”да тормош саҡ башлана. Был урын яңы һәләттәр, яңы сорттар һәм яңы идеяларҙың үҫеш нөктәһе булһын! – тигән теләктәр менән тамамланы сараны алып барыусы Альбина Ишкина.
Ниндәй байрам тәм-томһоҙ булһын инде? Фирма логотибы менән биҙәлгән пирожныйҙар менән сәй эсеү агрокласс уҡыусылары өсөн махсус сюрприз булып торҙо. Символикалы тәм-томдар сараға биҙәк өҫтәне, ә уҡыусылар үҙҙәрен проекттың ҙур һәм дуҫтарса командаһының бер өлөшө итеп тоя алды.