Ҡатнашыусылар өс төрлө: әҫәрҙе тасури уҡырға һәм мәғәнәһен оҫта тапшыра белеүселәр өсөн “Әкиәт, шиғыр”; сәхнәлә тотош донъяны һәм тарихты кәүҙәләндерергә әҙер булған ысын театр оҫталары өсөн “Әкиәт, спектакль, пьеса”; ҡурсаҡтарҙы йәнләндереүсе һәм тылсымлы тамашалар тыуҙырыусы оҫталарға - “Ҡурсаҡ спектакле” номинацияһында үҙ һәләттәрен күрһәтә алды.
Йәш артистарҙың сығыштарын абруйлы жюри - район мәғариф бүлегенең тәрбиә эше буйынса методисы Альбина Басирова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район мәҙәниәт һарайы методисы Лена Рябова баһаланы.
Театр яҙы сағыу спектаклдәр генә түгел, ә иҫ киткес күңелгә үтеп инерлек мәлдәр ҙә бүләк итте. Конкурстың иң йәш ҡатнашыусылары айырыуса хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Бәләкәй артистар, микрофонға буйҙары етмәһә лә, шул тиклем етдилек һәм ихласлыҡ менән шиғыр һөйләнеләр, хатта йылмайыуҙы һәм һоҡланыуҙы тыйыу мөмкин түгел ине. Уларҙың бер ҡатлылығы һәм ҡыйыулығы бөтә тамашасыларҙың һәм жюриҙың күңелен әсир итте. Полина Безовчук, Адина Заһиҙуллина, Ева Давыдова, Марианна Тахтарова, Олеся Сәлихова (“Тирәккәй” балалар баҡсаһынан) сәхнәлә яңы ғына үҙ юлын башлаған ысын йондоҙҙар булып балҡыны.
Шулай уҡ “Миләшкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре “Йомроҡас”, “Теремок”тар “Теремок” әкиәте менән матур сығыш яһаны. Балалар ысын мөғжизә күрһәтте, сәхнәләге ҡурсаҡ театры иҫ киткес тулҡынландырғыс һәм мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Бәләкәй артистар тамашасылар сәхнәнән күҙен ала алмаҫлыҡ итеп тырыштылар. Балаларҙың оҫта итеп сығыш яһауы, уларҙы әҙерләгән коллектив етәкселәре Татьяна Баранова, Әлфиә Юлмөхәмәтованың да уңышы тип әйтергә була.
Сараны сағыу һәм динамик сығыштары менән асҡан Красноусолдағы “Феникс” коллективына, “Бөрйән ҡыҙы”, “Башҡорт казагы” бейеүҙәрен башҡарыусыларға һәм уларҙың етәкселәре А.Ф.Буранова, П.И. Ивановҡа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән райондың мәғарифты үҫтереү фондынан Айгөл Фәйзуллинаға иң йәш уҡыусыларға (6 йәшкә тиклем) “Әкиәт, шиғыр” номинацияһында бирелгән татлы бүләктәр, Красноусолдағы 2-се мәктәп коллективына үткәреү урыны тәҡдим иткән өсөн ойоштороусылар ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Конкурс театрҙың ысын байрамына әүерелде, тамашасыларға онотолмаҫлыҡ күренештәр бүләк итте, ә йәш таланттарға – баһалап бөткөһөҙ тәжрибә һәм ҙур сәхнәлә үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирҙе.
Бөтә йәш таланттар Балалар ижады үҙәге әҙерләгән диплом һәм татлы күстәнәс менән бүләкләнде. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Алда ла балаларҙың һоҡланғыс яңы театр асыштарын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.