+12 °С
Облачно


Конкурс Мәскәүҙә 19-21 апрелдә үткән. Был конкурсҡа бөтә илдән 2800-ҙән ашыу эш килгән. Һәм шундай етди конкуренцияла Руфина 1-се урынды алыуға ирешкән.
Ул баш ҡаланың алдынғы юғары уҡыу йорттары майҙансыҡтарында “Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы символдары” проектын уңышлы тәҡдим иткән һәм яҡлаған. Бүләкләү сараһы РФ Дәүләт Думаһы Союздары йортоноң колонналар залында үтеп, унда Руфина Ғиззәтуллинаға Артекҡа юллама тапшырылған. Уға алда ла яңы еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!