Мәғариф
24 Апреля , 05:22

Исемле йыл рәсми асылды

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бойороғо менән 2026 йыл мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан ителеп, был башланғыс мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү сифатын күтәреү, балалар баҡсалары инфраструктураһын яҡшыртыу, педагогтарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Исемле йыл рәсми асылдыИсемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды

Мәктәпкәсә белем биреү йылы нигеҙендә бөтә ил буйынса мәктәпкәсә ойошмаларҙа төрлө саралар үтә. 16 апрелдә Красноусолдың “Миләшкәй” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының семинар-кәңәшмәһе ойошторолоп, Мәктәпкәсә белем биреү йылын рәсми асыу тантанаһы ла үтте.
Балалар баҡсаһына килеп ингәс тә, үҙенсәлекле һәм милли традицияларға бай күргәҙмә ҡаршы алды. Бындағы эштәр барыһын да таң ҡалдырҙы. Тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр ҡулы менән эшләнгән сағыу һәм үҙенә тартып торған китап - балаларҙы халыҡ әкиәттәре, мәҡәлдәр һәм йомаҡтар менән таныштыра, уҡытыуҙы йәнле һәм ҡыҙыҡлы итә. Тоҙло ҡамырҙан эшләнгән милли ризыҡтар традицион ризыҡтарҙың миниатюралы күсермәләре. Уйын һәм ижад аша балалар милли аш-һыуҙы өйрәнә, һүҙлек запасын байыта һәм ваҡ моториканы үҫтерә. Рус халыҡ костюмының байлығын асыусы декоратив элементтар күргәҙмәһен – “Кокошниктың матурлығы” тип атағандар. Бының аша балалар деталдәрҙе, төҫтәрҙе һәм биҙәктәрҙе һүрәтләргә өйрәнә, ул бәйләнешле телмәр күнекмәләрен һәм эстетик зауыҡты өйрәтә. Башҡорт түшелдереге ‑ милли биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөһө. Орнаменттар, материалдар һәм күкрәк кейеме тарихы менән танышыу мәктәпкәсә йәштәге балаларға Башҡортостан мәҙәниәте менән бәйле яңы һүҙҙәрҙе үҙләштерергә һәм үҙ мираҫы менән ғорурланырға ярҙам итә.
Күркәм тамаша залында сара Рәсәй һәм Башҡортостан Гимндары менән башланды. Йәш тәрбиәләнеүселәр гимндарҙы үҙҙәре башҡарғанда, залды тантаналылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғолары солғап алды.
Бында мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район советы рәйесе Галина Петрова, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов, профсоюздың район Советы рәйесе Альберт Насиров сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, баланың иртә йәштә һәр яҡлап үҫешенең мөһимлеген билдәләнеләр һәм был процеста педагогтарҙың төп ролен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Емешле хеҙмәте, мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереүгә һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Юлыҡ төп дөйөм белем биреү ойошмаһының мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Фирҙәүес Әһлиуллина, Красноусол “Әкиәт” балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөләйҙә Мырҙабаева - район Советының, Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Зимфера Мәжитова, “Миләшкәй” балалар баҡсаһының хужалыҡ эштәре етәксеһе Ләлә Быкова - район хакимиәтенең, “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алина Комлева, Яңғыҙҡайын урта дөйөм белем биреү мәктәбе Буруновка-филиалының мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Миләүшә Мөхйәнова район мәғариф бүлегенең Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Яңғыҙҡайын урта дөйөм белем биреү мәктәбе Туғай филиалының башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы төркөм тәрбиәселәре Миләүшә Рәхмәтуллина, Флүзә Ҡаһирова, Родина ауылындағы “Кескәйҙәр” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гүзәлиә Харькова, Курорт ауылының дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Нина Ишмөхәмәтова, Аҡкүл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Гөлнур Гәрәеваға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Миләшкәй” һәм “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һоҡланғыс концерт номерҙары менән сығыш яһап, сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырҙы. Бәләкәй “артистар” үҙҙәренең һәләте менән күңелде күтәрергә, өлкәндәргә шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итергә тырышты. Мәктәпкәсә балалыҡ символын - уйын аша үҫеште кәүҙәләндергән пирамиданы балалар мәртәбәле ҡунаҡтар – Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һәм Айҙар Айрат улы менән йыйҙы, ә педагогтар район мәғариф бүлеге методисы Лира Бәхтийәрова ойоштороуында “Звуколяндия мәктәбе” эше менән танышты.
Сара аҙағында Айҙар Рафиҡов районда мәктәпкәсә белем биреү йылына старт биреп: “Мәктәпкәсә осор бала шәхесен үҫтереүҙә төп һәм шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы этап булып тора. Был ваҡытта рухи-әхлаҡи сифаттарҙың нигеҙе һалына. Шуға ла һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең нисек ҡатмарлы һәм ауыр булғанын аңлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ”, - тине.
Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре өсөн йыл бай буласаҡ, планлаштырылған сараларҙы һәйбәт һәм сифатлы итеп үткәрергә насип булһын.

Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Исемле йыл рәсми асылды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас