Мәғариф
24 Апреля , 05:20

Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды

Красноусолдың “Йәшлек” паркында 2026 йылдың йәйге спорт миҙгелен асыуға арналған “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы иҫәбенә кросс буйынса Ғафури районы чемпионаты һәм беренселеге үтте. Сара “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә үтеп, халыҡты әүҙем йәшәү рәүешенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгәйне.

Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылдыРайонда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды
Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды

Ярышта иң йәш йүгереүселәрҙән алып тәжрибәле спортсыларға тиклем 119 кеше ҡатнашты. Һәр кем дистанцияны үҙенең йәш төркөмөнә һәм ГТО баҫҡысына ярашлы үтеп, тиҙлек һәм сыҙамлыҡ ҡына түгел, ә физик әҙерлек кимәлен дә күрһәтте.

Был көндө һаулыҡ өсөн файҙалы ял көндәрен үткәрергә ҡарар иткәндәр өсөн дуҫтарса мөхит ысын спорт байрамына әүрелде.

Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды
Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды
Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды
Районда йәйге спорт миҙгеле кросс менән асылды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас