Мәғариф
24 Апреля , 11:30

“Тәмләп тә ҡарама!”

23 апрелдә Красноусолдағы Балалар ижады үҙәге ойоштороуында “Тәмләп тә ҡарама!” тип аталған агитбригадаларҙың смотр-конкурсы үтте. Балалар ижады үҙәге район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте, шулай уҡ мәғариф бүлеге менән берлектә уҙғарған был конкурс эскелеккә, тәмәке тартыуға ҡаршы һәм наркоманияны иҫкәртеү сараһы булып, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы.

“Тәмләп тә ҡарама!”“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”

Быйыл смотр-конкурста райондың төрлө белем биреү учреждениеларынан һигеҙ команда:  “Сәләмәт компания” (Красноусолдағы 1-се мәктәп, етәкселәре Анна Владимировна Банникова), “Сәләмәт бул!” (Мораҡ мәктәбе, етәкселәре Гөлнара Талха ҡыҙы Муллабаева), “Сәләмәт балалар” (Антоновка мәктәбе, етәкселәре Людмила Викторовна Большакова), “NEXT” (Балалар ижады үҙәге, етәкселәре Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова), “Кәрәкле кешеләр” (Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, етәкселәре Альбина Рәжәп ҡыҙы Ишкина),” Эко-Десант” (Табын мәктәбе, Татьяна Павловна Теплова), “Комета” (Яңғыҙҡайын мәктәбе, етәкселәре Светлана Винер ҡыҙы Бикбаева), “Сәләмәтлекте һайлау” (Красноусолдағы 2-се мәктәп, етәкселәре Ольга Владимировна Опарина) иң яҡшылар исеменә көрәште.

Уҡыусыларҙың сығыштарын Балалар ижады үҙәге белгестәре төркөмөндәге етди һәм абруйлы жюри - район мәғариф бүлегенең тәрбиә эше буйынса методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова, полицияның кесе лейтенанты, ГДН инспекторы Вероника Сергеевна Кулакова, муниципаль район Советы ҡарамағындағы йәштәр советы рәйесе Алиса Айытбай ҡыҙы Ҡадирғолова, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Разалия Хадим ҡыҙы Салауатова баһаланы.

Һәр команда сәләмәтлек серҙәрен, насар ғәҙәттәрҙең зыянын, физик күнекмәләргә өҫтөнлөк биреп, шәхси гигиенаны һаҡлау сәләмәтлек нигеҙе булыуын  тамашасыларға еткерергә тырышты.  Киләсәк быуынға спорт менән дуҫ булып, яҡшы ғәҙәттәрҙе һайларға өндәнеләр.

Командаларҙың сығышы тамамланып, гимназия бейеүселәренең сағыу бейеүен ҡараған арала жюри ағзалары үҙ-ара кәңәшләшеп, смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһап та өлгөргәйне. Баһалау һөҙөмтәләре буйынса 1-се урын “Кәрәкле кешеләр” (Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты), 2-се “NEXT” (Балалар ижады үҙәге), 3-сө “Сәләмәт балалар” (Антоновка мәктәбе)  командаһына бирелде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Ойоштороусылар был мөһим сараны үткәреүгә ҙур өлөш индергән “Феникс” Pasha Hip-Hop коллективының художество етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы Бурановаға сағыу, дәртле бейеү номерҙары, шәхси эшҡыуар Тимур Илмир улы Фәхретдиновҡа командаларға татлы бүләктәргә бағыусылыҡ ярҙамы, 2-се мәктәпкә сараны үткәреүгә тамаша залын биреп, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән өсөн  Рәхмәт хаты тапшырҙы. Һәм, әлбиттә, бөтә командаларға, ҡатнашыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерелде, тап уларҙың энтузиазмы һәм тырышлығы арҡаһында конкурс юғары кимәлдә үтте.

Саранан күренеүенсә, сәләмәт йәштәр - сәләмәт киләсәк икәнен балалар яҡшы аңлай. Спорт, яҡшы ғәҙәттәр менән дуҫ булған балалар оло тормошта ла һынатмаҫтар.

“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас