+21 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
26 Мая , 12:40

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа ул һуңғы ҡыңғырау байрамы. Ҡыңғырау сыңы уҡыу йылы тамамланыуҙы ғына түгел, ә өлкән класс уҡыусылары өсөн ғүмерҙең иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - бала саҡ менән хушлашыу, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыу ҙа булып тора. 26 майҙа илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендәге кеүек, районыбыҙ мәктәптәрендә лә сығарылыш класс уҡыусылары өсөн "Һуңғы ҡыңғырау" тантанаһы үтте. Быйыл районыбыҙ мәктәптәрен 11-се класты - 118, 9-сыны 425 уҡыусы тамамлай.

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

11 йыл элек ҡыйыуһыҙ ғына мәктәп ишеген асып, беренсе класҡа уҡырға килгән балалар бөгөн белем үрҙәрен үрләп, ҡанаттарын нығытҡан ҡош балаларылай зәңгәр киңлеккә ынтыла, оло тормош юлына аяҡ баҫа. Райондың Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты ла бөгөн үҙ ҡошсоҡтарын оло юлға сығарҙы. “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһының төп сәбәпселәре – 11-селәрҙе һәм уларҙың класс етәкселәре Р.А.Ваһапова, И.И.Вафина, тәрбиәселәре А.М.Ильясова, Г.М.Шаймарҙанова (“А” класы - 15 уҡыусы, “Б” - 16 уҡыусы) һәм 9-сыларҙы һәм уларҙың класс етәкселәре: Р.Ә.Рафиҡова, Р.Д.Юнысова, О.М.Вахитова, тәрбиәселәре Л.Ф.Ишбулдина, Л.М.Рафиҡова, Г.Д.Йәнбирҙинаны (“А” класы - 17 (Шайморатов класы), “Б” – 21, “В” – 20 уҡыусы) көслө алҡыштарға күмеп, байрам майҙанында ҡаршы алдылар.  Байрам тантанаһы асыҡ һауала үтеп, уны гимназия уҡыусылары Алһыу Ғәлимова менән Алмаз Ҡоҙайғолов алып барҙы.

“Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны, флагтарҙы уҡыу алдынғылары Мәҙинә Ходжакулова менән Илназ Ғайсин күтәрҙе. 

Гимназияны та-мамлаусыларҙы ҡотларға хөрмәтле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов, Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты, химия фәндәре кандидаты Рәмил Рауил улы Зарипов килгәйне. Улар сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәр юллап, алда барыһы ла һәйбәт булыуын еткерҙеләр.

Тантаналы сарала гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова сығыш яһап: “Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ҡунаҡтар, атай-әсәйҙәр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы менән ҡотлайым. Ысынлап та моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла ошо көн - бер яҡтан айырылышыу, үҙебеҙҙең ҡарлуғастарҙы оло тормош юлына сығарыу булып тора. Бында гимназияла алған белемегеҙ, тәрбиәгеҙ һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп торор һәм оло тормош юлында ҙур уңыштарға өлгәшерегеҙгә ышанам. Быйыл беҙҙең гимназиянының юбилейы – уға 30 йыл. 1996 йылда асылған уҡыу йорто бөгөн республикабыҙ күгендә милли мәғарифтың инновацион мәктәбе булып танылды. Бөгөнгө сығарылыш класс уҡыусылары бик күп уңыштарға өлгәштеләр, шундай ағай-апайҙарға ҡарап уҡытыусы биргән белемгә, тәрбиәселәрегеҙҙән матур һыҙаттар алып, районыбыҙ, республикабыҙ, илебеҙ күгендә ҙур уңыштарға өлгәшеп, матур яҙмышҡа лайыҡ булырһығыҙ тип ышанам. Яҙмыштарығыҙ яҡты, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, офоҡтарығыҙ бейек булһын. Гимназияны онотмағыҙ, килеп тороғоҙ. Һеҙгә аҡ юлдар, аҡ яҙмыштар теләйем”, - тине.

Гимназияны тамамлаусы өлкән апай-ағайҙарын 1-се класс уҡыусылары шиғыр һөйләп ҡотланылар. Традиция буйынса сығарылыш класс уҡыусыларына таҫма тағыу хоҡуғы 9-сы класс уҡыусыларына тапшырылып, улар 11-селәргә ҡыҙыл таҫмалар таҡты. Сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре белем алған гимназияға, уҡытыусы, тәрбиәселәренә, атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтеп, сәскәләр бүләк итте, бала саҡтың һуңғы вальсын әйләнделәр, зәңгәр күк йөҙөнә ҡарап ап-аҡ күгәрсендәрҙе осорҙолар. Башланғыс класта уҡытҡан Илира Ғөбәйҙулла ҡыҙы, ата-әсәләр исеменән Ләйсән Әбүбәкир ҡыҙы һәм башҡалар сығыш яһап, матур теләктәрен еткерҙе.

Ҡыңғырау тауышын 11-се кластан уҡыу алдынғыһы Искәндәр Вахитов һәм 1-се класс уҡыусыһы Аиша Мирғәлиева яңғыратты.

Быйылғы сығарылыш уҡыусылары араһында Нүргизә Исҡужина (11 класс) итальян теле буйынса республика этабында, Илнара Дауытова (9 кл.) башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиада призёры, Айгүзәл Абдуллина (11 кл.) ғилми-тикшеренеү эштәре һәм проекттары республика конкурсында, Алһыу Аҫылбәкова һәм Элиза Мәмәтдинова (11 кл.), Тимур Фәхретдинов һәм Илшат Таһиров (9 кл.) “Батыр” эҙәрмәндәр клубында ҡатнашыусылар, шулай уҡ Алһыу Аҫылбәкова Мәжитов, Ғарипов, Мостай уҡыуҙары республика ғилми-ғәмәли конференциялары призёры һәм еңеүсеһе, Илшат Ҡотов (11 кл.) “Байыҡ” республика бейеү конкурсы лауреаты, финанс грамоталылығы буйынса бөтә Рәсәй кейс-чемпионаты, Нәргизә Әхмәтшина (9 кл.) Ю.А.Гагарин кубогына республика олимпиадаһы, физик культура, башҡорт теле, йәмғиәтте өйрәнеү буйынса, Илзиә Рәхмәтуллина, Руфина Степанова, Азалия Басариева (9 кл.) волейбол буйынса республика ярыштарының бер нисә тапҡыр призёрҙары, Эльнара Шәрипова 9 (кл.) волейбол буйынса республика ярыштары призёры, “Вокал” йүнәлеше буйынса “Аврора” республика йәш башҡарыусылар конкурсының 2-се дәрәжә лауреаты, Мәжитов уҡыуҙары призёры, Сабина Абдрахманова (9 кл.) Волга буйы федераль округы, Башҡортостан Республикаһы, Удмурт Республикаһы, грепплинг буйынса Бөтә Рәсәй лигаһы еңеүсеһе, грепплинг буйынса Европаның һайлап алыу турында 2-се урын яулаусы, Искәндәр Шаһиев (9 кл.) телевизион уйын еңеүсеһе булған.

Осор киңлектәрегеҙ киң, тормош күгегеҙ һәр саҡ имен-аяҙ, атлар юлдарығыҙ аҡ булһын, балалар! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, районыбыҙға кәрәкле белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа, ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Аҡ юл һеҙгә!

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас