

Унда район мәғариф бүлеге етәкселеге, мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист, туҡланыу буйынса технолог, райондың белем биреү ойошмалары етәкселәре, тәрбиәсе-педагогтар, ата-әсәләр, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы ойоштороусы операторҙар ҡатнашты. “Түңәрәк өҫтәл”дәр өс зонала үтте: Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын урта мәктәптәренең мәктәпкәсә төркөмдәре һәм Красноусолдағы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы базаларында. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар үҙ фекер-тәҡдимдәрен еткереү мөмкинлегенә эйә булды.
19 майҙа РФ Мәғариф министрлығы иғлан иткән Мәктәпкәсә белем биреү йылы сиктәрендәге “түңәрәк өҫтәл”дең тәүгеһе Сәйетбаба мәктәбендә үтте. Сараны асып, район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лира Бәхтейәрова “түңәрәк өҫтәл”дең маҡсаты менән таныштырҙы. Артабан һүҙ Красноусол Үҙәк район дауаханаһының Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһы балалар шәфҡәт туташы Мәҙинә Йәноҙаҡоваға бирелеп, уның мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыуын ойоштороу тураһындағы сығышы бик фәһемле булды.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балаларҙа дөрөҫ туҡланыу күнекмәләрен тәрбиәләү – мөһим бурыс, ул мәҙәни-гигиеник күнекмәләр формалаштырыуҙы, сәләмәт туҡланыу тураһында белемде, шулай уҡ үҙ һаулығына аңлы ҡараш үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Ибраһим ауылындағы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Э. Ғәлиуллина үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе туҡландырыу өлкәһендәге муниципаль сәйәсәт тураһында мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, норматив-хоҡуҡи документтар, балалар баҡсаларындағы ашханаларҙың эше тураһында мәғариф бүлегенең туҡланыу технологы Фаягөл Ғайсина һөйләне. Айҙар Айрат улы мәктәпкәсә йәштәгеләрҙең һәм мәктәптәге туҡланыу, уның сифаты тураһындағы мәсьәләне республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров көнүҙәк итеп тотоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Түңәрәк өҫтәл” барышында күтәрелгән һәр кемде борсоған һорауҙарға аңлатмалар бирелде.
Сара йомғаҡтары буйынса, тәрбиәләнеүселәр өсөн аш-һыу әҙерләү сифатын контролдә тотоу маҡсатында, аш-һыу менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре һәм туҡланыу операторҙары менән берлектә ата-әсәләр контролен ойошторорға тәҡдим ителде.
Осрашыу аҙағында Айҙар Айрат улы “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, балалар баҡсалары тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм ярҙам ҡулы һуҙған ата-әсәләр: Байымбәт ауылынан Зөлфиә Салауат ҡыҙы менән Хәлил Хәйҙәр улына, Ҡауарҙынан Луиза Фәнил ҡыҙы менән Азат Шамил улына, Ибраһимдан Физалия Ғәлимйән ҡыҙы һәм Рүзәл Рәшит улына, Ҡарағайҙан Әлфинур Миңнур ҡыҙы менән Айрат Фуат улына, Сәйетбабанан Рәсимә Миңлебай ҡыҙы менән Илгиз Миңлебай улына, Юлыҡтан Дилбәр Рәйес ҡыҙы менән Мөнир Мотаһар улына, Йөҙимәндән Мәүлиҙә Рәйес ҡыҙы менән Рифат Шәйҙулла улына, Таш-Аҫтынан Лилиә Әнүр ҡыҙы менән Айрат Рәүзил улына район мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ошондай уҡ “түңәрәк өҫтәл”дәр Красноусолдағы “Тирмәкәй” һәм Яңғыҙҡайындағы балалар баҡсаларында ла үтте.