

Мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов эш сәхифәһендә туғыҙынсыларҙы ҡотлап: ”Был көн - ҙур берлектәге хеҙмәт һөҙөмтәһе: балаларҙың тырышлығы һәм уҡытыусыларҙың профессионализмы. 9-сы класс өсөн аттестат документ ҡына түгел, ә мәктәптең балалар өсөн ышаныслы терәк булыуын күрһәткән беренсе күтәрелеш билдәһе.
Ҡәҙерле туғыҙынсы класс уҡыусылары! Һеҙҙе төп дөйөм белем тураһында аттестат алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Туғыҙ йыл - яңы белемдәр, асыштар, еңеүҙәр һәм хатта бәләкәй генә ауырлыҡтар менән тулы ҙур юл, ул һеҙҙең характерығыҙҙы нығыта ғына. Һеҙ төп дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙығыҙ һәм бөгөн был документ һеҙҙең тырышлығығыҙҙы һәм ныҡышмалылығығыҙҙы лайыҡлы раҫлай.
Кемдер 10-сы класта уҡыуын дауам итәсәк, ә кемдер һөнәр үҙләштереүгә тәүге аҙым яһаясаҡ - һәр хәлдә алда һеҙҙе күп ҡыҙыҡлы тормош көтә. Һеҙ һайлаған юлдың уң булыуын теләйем: үҙегеҙҙе бағышлаған эш күңелегеҙгә ятышлы һәм уңышлы булһын. Мәктәптә алған белем ышаныслы терәк булһын, ә ауырлыҡтар алдында бирешмәү һәләте теләһә ниндәй маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итһен.
Үҙегеҙгә юғары маҡсаттар ҡуйырға ҡурҡмағыҙ, бының өсөн һеҙҙең көсөгөҙ ҙә, һәләтегеҙ ҙә бар. Һәм иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мәктәп һәр ваҡыт һеҙҙе күреүгә шат булыр, сөнки бында һеҙҙе ҡәҙерләйҙәр һәм ихлас күңелдән иң яҡшыһын ғына теләйҙәр. Һеҙҙең уңыштарығыҙ менән ғорурланам һәм киләсәктә сағыу еңеүҙәрегеҙгә һәм ҡаҙаныштарығыҙға ышанам. Уҡытыусыларға һәм атай-әсәйҙәргә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәре, сабырлыҡтары һәм ярҙамдары өсөн айырым рәхмәт”, - тиелгән.
9-сы класты тамамлап, ҡулдарына төп дөйөм белем биреү аттестаттары алыусыларҙы ҡотлайбыҙ, бар уй-маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, уңыштар юлдаш булһын! Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, йөрөһәгеҙ ҙә, белем, тәрбиә һалған мәктәп усағы онотолмаҫ, аҡ юл һеҙгә!