+5 °С
Ясно
Антитеррор
Мәғариф
28 Августа , 10:22

Балалар - беҙҙең киләсәк!

Билдәле булыуынса, үткән аҙнала Ишембай ҡалаһында мәғариф бу-йынса республика август кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Балалар - беҙҙең киләсәк!Балалар - беҙҙең киләсәк!
Балалар - беҙҙең киләсәк!

Республика Башлығы башта мәғариф өлкәһенең эшмәкәрлегенә арналған бай һәм йөкмәткеле күргәҙмә менән танышты. Төбәк етәксеһенә Башҡортостан уҡыусыларының Юрий Гагарин исемендәге кубок олимпиадаһында әүҙем ҡатнашыуы хаҡында һөйләнеләр. Быйыл үҙенең 15 йыллығын билдәләгән мәғариф проекты йәштәргә теүәл фәндәрҙе тәрән өйрәнергә, инженерлыҡ, тикшеренеүҙәр һәм заманса технологиялар донъяһын асырға ярҙам итә. Уҙған уҡыу йылында, мәҫәлән, олимпиадала республиканың 1280 мәктәбенән 180 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Радий Хәбиров шулай уҡ 3-сө Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы, МХО ветераны Эдуард Бикташев менән аралашты. Күргәҙмәлә шулай уҡ “Алға, Башҡортостан” картаһы экосистемаһы нигеҙендә эшләнгән уҡытыусы картаһы ла тәҡдим ителде. Был карта менән уҡытыусылар мәктәптә туҡланыу өсөн генә түгел, музейҙарға, мәҙәниәт һәм спорт йорттарына йөрөй алалар, шулай уҡ һөнәри семинарҙарҙа һәм курстарҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булалар. Бынан тыш был карта мәктәпкә инеүгә һанлы пропуск ролен дә үтәйәсәк. Элегерәк индерелгән уҡыусы картаһы уңайлы инструментҡа әйләнде, тип билдәләне республика башлығы. Ул ата-әсәләргә баланың мәктәпкә килеү һәм ҡайтыу ваҡытын күҙәтергә, шулай уҡ уҡыусыларға туҡланыу һәм юл хаҡын түләргә мөмкинлек бирә.
Һанлы технологиялар ярҙамға килә
Артабан төбәк етәксеһе республиканың белем биреү учреждениеларында ҡулланылған һанлы технологиялар менән танышты. Улар иҫәбендә - яһалма интеллект базаһында булдырылған "Арта" мәктәпте һаҡлауҙың интеллектуаль системаһы. Ул ваҡиғаларҙы асыҡлай ала. Мониторинг үҙәгендәге операторҙар был сигналдарҙы тикшерәсәк һәм ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу тураһында оператив ҡарарҙар ҡабул итәсәк. Программаны әҙерләүселәр системаны Салауаттағы белем биреү учреждениеларында һынап ҡарауҙарын билдәләне. 2026 йыл башында мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте һәм иҫкәртеү эшен көсәйтеү буйынса ҡарар ҡабул ителде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге ҡарамағындағы мәктәп психологтарына ярҙам итеү өсөн көрсөккә ҡаршы бүлексә хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Белгестәрҙең бурыстары мәктәпкә барыу менән ашығыс һәм көрсөк ярҙамы күрһәтеү, уҡыу йорттарында психологик мөхитте анализлау, мәктәп психологтарын оҙатыу, типовой профилактик ҡарарҙар формалаштырыу. "Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ. Ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал булған хәлдәрҙе йәшереп булмай", – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Педагогтарға ярҙам саралары
Башҡортостан башлығы яңы уҡыу йорттары төҙөлөү менән бер рәттән мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса ла киң күләмле эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк етәксеһе мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте арттырыуға айырыуса иғтибар бүлде. Уҡыу йорттарын һаҡлау системаһын нығытыу менән бер рәттән һүҙ педагогтарҙың һәм балаларҙың психологик һаулығын яҡлау тураһында бара. Был мәсьәләне хәл итеү антибуллинг программаларын, агрессия күренештәрен иҫкәртеүҙе, уҡыусыларҙың йәшәү сифатын контролдә тотоуҙы күҙ уңында тота.
Шулай уҡ педагогик хеҙмәткәрҙәргә адреслы ярҙам саралары хаҡында ла әйтеп үтте. Һүҙ "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы, балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм мәктәптәрҙең йәш директорҙары өсөн гранттар хаҡында бара. Бынан тыш, уҙған йылдан республика ярҙамы менән мәктәп уҡытыусылары шифахана-курорт дауалауын алыу мөмкинлегенә эйә булды. Республика Башлығы шулай бөгөнгө көндә мөһим булған бурыстарҙың береһе - махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙарға ярҙам итеү хаҡында ла иҫкә төшөрҙө.
- Беҙҙең алда торған бурыстарҙың береһе – педагог һөнәренең абруйын артабан күтәреү, - тине Радий Фәрит улы. - Бөгөн мин төрлө ярҙам сараларын, матди һәм матди булмаған сараларҙы үҙ эсенә алған указға ҡул ҡуясаҡмын. Мәҫәлән, уҡытыусыларыбыҙ балаларҙы балалар баҡсаһына беренсе сиратта бирергә, һанлы ресурстар менән файҙаланырға, квалификацияһын даими күтәрергә, ҡайтанан әҙерлек үтергә хоҡуҡлы. Шулай уҡ беҙ миҙал булдырасаҡбыҙ, уны ҙур ҡаҙаныштар өсөн тапшырасаҡбыҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндө төбәк мәктәптәренә яңы автобустар асҡыстары ла тапшырҙы. Өфө ҡалаһының, Әбйәлил, Ейәнсура, Ишембай, Илеш, Стәрлебаш, Өфө һәм Фёдоровка райондарының һигеҙ мәктәбе республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған 10 заманса "ВЕКТОР NEXT" автобустарына эйә булды. 25 урынға иҫәпләнгән автобустар балаларҙы йөрөтөү буйынса талаптарға яуап бирә, хәүефһеҙлек ҡайыштары, тахографтар, спутник навигацияһы менән йыһазландырылған
– Республикала, уҡыу йылы башланыр алдынан, мәктәптәргә яңы автобустар тапшырыу яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл федераль средстволар иҫәбенә тағы 59 автобус көтәбеҙ. Һәм беҙ Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм шәхсән министр Сергей Сергеевич Кравцовҡа мәктәп автопаркын яңыртыу эшенең даими алып барылыуы өсөн рәхмәтлебеҙ. Сөнки балалар уҡырға яҡшы, уңайлы, заманса шарттарҙа йөрөргә тейеш, – тине Р.Хәбиров.
Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Андрей Корнеев сығышында министрлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылған тармаҡ проекттары һәм программаларҙың үҙенсәлектәренә туҡталды. Республикала педагогтарға ярҙам итеү өсөн яңы инструменттар һәм механизмдар индерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин тармаҡ үҫешенә ентекле анализ яһаны, уңыштарҙы барланы.
- Беҙҙең мәктәп тамамлаусылар БДИ буйынса быйыл да ышаныслы һөҙөмтәләр күрһәтте, ете уҡыу предметынан уртаса балл үҫте, ә туғыҙ предметтан уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ булды, - тип билдәләне ул. Илдар Мәүлетбирҙин шулай уҡ уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, оҙайтылған көн төркөмдәрен ойоштороу, уҡытыусыларға грант ярҙамы һәм педагог һөнәренең абруйы, инфраструктураны яңыртыу хаҡында һөйләне.
Рәсәй Федерацияһы Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова мәғариф өлкәһен үҫтереү буйынса мөһим закондар сығарыу башланғыстары хаҡында бәйән итте, "Профессионалитет" федераль проектын тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүлде һәм Башҡортостандың республикала булдырылған кластерҙар һаны буйынса икенсе урынды биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Конференцияла шулай уҡ уҡыу программалары, балалар туҡланыуы, хәүефһеҙлек саралары кеүек мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнде, шулай уҡ бер төркөм педагогтарға, хеҙмәт ветерандарына дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.

Балалар - беҙҙең киләсәк!
Балалар - беҙҙең киләсәк!
Балалар - беҙҙең киләсәк!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас