+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
16 Сентября , 11:15

Ҡотлайбыҙ!

Уҙған аҙнала Липецк ҡалаһында V “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Илебеҙҙең 87 төбәгенән йыйылған иң көслө педагогтар араһында республикабыҙ данын яҡлап, яҡташыбыҙ – Сәйетбаба ауылы ҡыҙы, Өфө ҡалаһында эшләүсе, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Хәсәнова “Быуындар күсәгилешлеге өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ләйсән Миңләхмәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 10-сы Анатолий Иванович Хохлов исемендәге белем биреү үҙәгендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Педагогика уның өсөн ғаилә һөнәре. Уның олатаһы Ибраһим Сабир улы мәктәпкә 40 йыл ғүмерен бағышлай һәм күренекле ғалим Жәлил Кейекбаев менән бергә эшләй. Ләйсән Миңләхмәт ҡыҙы был традицияны дауам итә, уҡыусыларына туған тел һәм әҙәбиәт белемен тапшырып, һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Был конкурс рух байрамы кеүек булды. Сөнки һәр бер уҡытыусы үҙенә шундай һығымта эшләне, һүҙҙәр ниндәй телдә генә яңғыраһа ла, уларҙы туған телгә, балаларға һөйөү берләштерә. Тауыш биреү үҙе бер тарихҡа әйләнде. Башҡортостан менән тауыш биреп, беҙҙе ҡеүәтләгән кешеләр бик күп булды, тауыш биргән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Уңыштарға өлгәшеү өсөн һәр саҡ үҙең өҫтөндә эшләргә, эшеңде, уҡыусыларыңды, атай-әсәйҙәрҙе яратып, ихтирам итеп һәм ҡанатланып эшләргә кәрәк, - тине Ләйсән Миңләхмәт ҡыҙы “Сәләм” тапшырыуында сығыш яһап.
Башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыға артабан да ең һыҙғанып, эшенән йәм табып эшләргә яҙһын. Конкурстың төрлө һынауҙарын уңышлы үткән, уҡытыусылар династияһын һаҡлаған Ләйсән Миңләхмәт ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Алда ла ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас