

БР Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән бойомға ашырылған “Балалыҡ ҡалаһы” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Проекттың грант аҡсаһына район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн милли кейемдәр комплекты һатып алынған.
Был сарала балаларҙан торған ижади коллективтар тамашасыларҙы йырҙар, бейеүҙәр һәм музыка ҡоралдарында уйнау менән ҡыуандырҙы. Абруйлы ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина һәм мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов был сағыу сараны тамаша ҡылды.
- “Аманат – Балаларға” проектының бер өлөшө булып торған сара мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм быуындар араһында бәйләнеште нығытыуға бер аҙым булып тора. “Балалыҡ ҡалаһы” фонды командаһына район хакимиәте башлығы Венер Вахитовтың рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Был һеҙҙең беренсе тормошҡа ашырылған проектығыҙ түгел. Артабан да ҡаҙаныштарығыҙҙа туҡтап ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанам, - тине үҙ сығышында Гөлнара Ринат ҡыҙы.
Айҙар Айрат улы ойоштороусыларға, кескәйҙәргә, тәрбиәселәргә, атай-әсәйҙәргә сағыу сығыштар өсөн рәхмәтен еткереп: “Бөгөн балаларыбыҙ үҙ халҡының йолаларын белеүҙең һәм хөрмәт итеүҙең мөһимлеген күрһәтте. Бындай саралар йәш саҡтан уҡ берләштерә, дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара ихтирамға өйрәтә. Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ - балаларға үҙ тамырҙарығыҙҙы белергә, тыуған мәҙәниәтегеҙ менән бәйләнеште тойорға, уның менән ғорурланырға ярҙам итәһегеҙ. Тимәк, йолаларыбыҙ артабан йәшәйәсәк һәм быуындан-быуынға тапшырыласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бөтә балалар баҡсаларына Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды. Был сара “Бөтә ер шары балалары дуҫ” флешмобы менән тамамланды.