

Атайым дәрестә “Йүгер, һикер!” тип кенә команда бирмәй, уҡыусыларға барыһын да башта яҡшылап аңлата. Әгәр беҙ оҙонлоҡҡа һикерһәк, ул башта нисек этенергә, аяҡҡа йомшаҡ баҫырға кәрәклеген күрһәтә. Балалар уны тыңлайҙар, сөнки атайым үҙ эшен яҡшы белә.
Атайым дәрестә төрлө уйындар уйнатырға ярата. Йә эстафеталар ойошторабыҙ, йәиһә баскетбол турниры үткәрәбеҙ.
Мин тәнәфестә атайым эргәһенә йүгереп барып киләм. Ул уҡыусыларын турникта күтәрелергә, йә дөрөҫ һикерергә өйрәтә. Аңламағандарға тыныс ҡына бер нисә ҡат аңлата. Атайым ҡәтғи, әммә уҫал түгел. Әгәр кемдер тәртип боҙһа, ул ҡысҡырмай, әрләмәй, ә өҫтәлмә күнегеү бирә. Барыһы ла шунда уҡ нимә эшләү яҡшыраҡ икәнен аңлай.
Өйҙә лә атайым спорт тураһында онотмай. Беҙ уның менән урамда туп ырғытабыҙ, ҡыш көнө саңғыла йөрөйбөҙ. Спорт ул миҙалдар ғына түгел, ә көслө, сыҙамлы, сәләмәт булыу, ти минең атайым. Бер ваҡыт беҙ бергәләп ҡулдарҙа ғына кәүҙәне тоторға өйрәндек. Мин оҙаҡ эшләй алманым, хатта ташларға теләнем, ә атайым: “Бына бит, башҡа ваҡыттан оҙағыраҡ торҙоң, тимәк килеп сыға. Тик бер аҙ күнекмәләр эшләргә кәрәк”, - тине. Һәм ысынлап та, бер нисә көндән күнекмә килеп сыҡты. Мин бер нисә секунд ҡулда тора ала башланым.
Дәрестәрҙән һуң атайым арый, сөнки физкультура күп көс талап итә. Әммә ул барыбер беҙҙең өсөн ваҡыт таба: беҙ бергә спорт матчтары ҡарарға яратабыҙ, йә иһә ул билдәле олимпия чемпионы тураһында һөйләй. Һәм шул саҡта ғәҙәти кис бәләкәй генә мажараға әйләнә.
Физкультура уҡытыусыһы булыу еңел түгел. Ул, минеңсә, көслө, сабыр, һәр уҡыусыға иғтибарлы, ярҙам итергә әҙер булырға тейеш. Минең атайым шундайҙарҙан. Уның дәрестәренә уҡыусылар теләп йөрөйҙәр, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә тырышалар, атайымды хөрмәт итәләр. Атайым ябай ғына уҡытыусы түгел, ә үҙ эшен яратҡан, уҡыусыларына һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған кеше. Шундай атайым булыуы менән мин бик ғорурланам!
Әминә ШӘЙӘХМӘТОВА, Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.