

БР Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән булдырылған “Балалыҡ ҡалаһы” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Проекттың грант аҡсаһына район балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн милли кейемдәр комплекты һатып алынған.
Был сарала балалар тамашасыларға милли кейемдәр күрһәтеп кенә ҡалманы, йырҙар, бейеүҙәр һәм музыка ҡоралдарында уйнау менән дә ҡыуандырҙы. Абруйлы ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина һәм мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов был сағыу сараны тамаша ҡылды.
- “Аманат – балаларға” проектының бер өлөшө булып торған сара мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм быуындар араһында бәйләнеште нығытыуға бер аҙым булып тора. “Балалыҡ ҡалаһы” фонды командаһына район хакимиәте башлығы Венер Вахитовтың рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Был һеҙҙең тарафтан тормошҡа ашырылған беренсе генә проект түгел. Артабан да өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмаҫһығыҙ, тип ышанам, - тине үҙ сығышында Гөлнара Ринат ҡыҙы.
Айҙар Айрат улы ойоштороусыларға, кескәйҙәргә, тәрбиәселәргә, атай-әсәйҙәргә сағыу сығыштар өсөн рәхмәтен еткереп: “Бөгөн балаларыбыҙ үҙ халҡының йолаларын белеүҙең һәм хөрмәт итеүҙең мөһимлеген күрһәтте. Бындай саралар йәш саҡтан уҡ берләштерә, дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара ихтирамға өйрәтә. Һеҙ бик мөһим эш башҡараһығыҙ - балаларға үҙ тамырҙарын белергә, тыуған мәҙәниәте менән бәйләнеште тойорға, уның менән ғорурланырға ярҙам итәһегеҙ. Тимәк, йолаларыбыҙ артабан йәшәйәсәк һәм быуындан-быуынға тапшырыласаҡ”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Балалыҡ ҡалаһы” фонды директоры Гөлнара Айҙар ҡыҙы Мостафина сығыш яһап, “Этно-Модно” флешмобында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Милли кейемдәр – кейем генә түгел, ә быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ һынланышы. Милли кейемгә, уның тарихына ҡарата көндән-көн арта барған ҡыҙыҡһыныу халҡыбыҙҙың киләсәгенә лә яҡты өмөттәр бирә. Һуңынан “Этно-Модно” флешмобында ҡатнашыусы бөтә балалар баҡсаларына Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды. Был сара “Бөтә ер шары балалары дуҫ” флешмобы менән тамамланды.