

Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы Ғафури районы мәғариф бүлегендә хеҙмәт юлын 1990 йылда башланғыс кластар методисы булып башлай. Эшенә яуаплы ҡараған белгескә оҙаҡламай методик кабинет мөдире яуаплылығын да өҫтәп тапшырып ҡуялар һәм был вазифала ул 28 йыл эшләй. Башланғыс класс уҡытыусылары өсөн район семинарҙары булһынмы, зональ берекмә ултырыштары үтһенме, Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы һәр уҡытыусыға талапсан, үҙ эшен яратып, бирелеп башҡарған яуаплы етәксе була. Республика буйынса инновацион уҡыу йорттары асыла башлағас, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башланғыс класс уҡытыусылары өсөн яңы технологиялар буйынса курстар үткәрергә кәрәклеген күҙ уңында тотоп, Д.Б.Эльконин-В.В.Давыдов-В.В.Репкиндарҙың “үҫтереүсе” уҡытыу методикаһы менән таныштырырға Өфөнән Ф.Ш.Сынбулатованы, унан һуң Ә.Т.Мәүлийәрованы саҡырып, аҙналап курстар үткәреүгә өлгәште. Район мәктәп уҡытыусыларын да яңы система буйынса уҡытыуға ылыҡтырҙы. Уҡытыусылар элеккесә аҙналар буйы Өфөлә үткәрелгән курстарҙа ятып уҡыманы. Ауыл уҡытыусыларының ундай мөмкинлеге юҡлығын күҙ уңында тотоп, курстарҙы үҙебеҙҙең район үҙәгендә үткәреүгә өлгәште.
Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы август кәңәшмәләренә, семинарҙарға алдынғы ҡарашлы билдәле педагогтарҙы, новаторҙарҙы, республика кимәлендәге методистарҙы саҡырып, эшлекле кәңәшмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуя ине. БР Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан ойошторолған семинарҙарға, “түңәрәк өҫтәл”дәргә үҙе генә түгел, һөнәри яҡтан үҫешһен өсөн уҡытыусыларҙы ла бергә йөрөтә торғайны. Төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаштыра, сығыш яһарға әҙерләй, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашыусы уҡытыусылар менән бергә янып-көйөп йөрөнө. Шуға ла район уҡытыусылары Өфөнөң, республиканың алдынғы уҡытыусыларынан бер ҙә ҡалышмай төрлө номинацияларҙа урындар яуланылар. Алдан һөйләшеп, ҡала гимназияларына дәрестәр ҡарарға һәм алдынғы методикаларҙы өйрәнергә лә йөрөттө. Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙының көсө һәм тырышлығы менән, башланғыс класс уҡытыусыларының эштәрен ваҡытында күрә һәм баһалай белеүе арҡаһында, хәҙерге көндә гимназияның башланғыс кластарында дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт белем стандарттары нигеҙендә төҙөлгән, федераль дәреслектәр исемлегенә кергән (Ф.Ш.Сынбулатова, Г.Ә.Вәлиева) программалар, уҡыу әсбаптары, дәфтәрҙәр һәм улар буйынса методик ҡулланмалар сығарыусы (Г.Ә.Вәлиева, Д.Д.Әсәнова, И.Ғ.Иҙрисова, Г.Ә.Мәүлетҡолова, Ю.З.Салауатова, А.Ә.Ҡолманова, А.Ф.Ғәлләмова), алдынғы технологиялар менән эшләгән юғары категориялы педагогтар үҫеп сыҡты.
Беҙҙең уҡытыусылар Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы менән бергә эшләгән осорҙарын иҫкә алып, остаздары тураһында бына нимә тиҙәр. Г.Ә.Вәлиева: “Мин форсаттан файҙаланып, Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Гимназия асылыуҙың тәүге көндәренән башлап, беҙҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, Өфө гимназиялары уҡытыусылары Ф.Ш.Сынбулатова, Ә.Т.Мәүлийәрова менән таныштырҙы. Уларҙың әлеге “Әлифба”, “Әҙәби уҡыу”ҙың А-4 форматындағы тәүге “дәреслектәр”е менән танышып, уларҙың дәреслек булып баҫылыуына тиклем күреп, һуңынан үҙебеҙ ҙә “Башҡорт теле” дәреслектәре, программалары, дәфтәрҙәре сығыуға булышлыҡ итеүе, методик ҡулланмалар эшләүебеҙҙә лә уның беҙгә ышанысы, ярҙамы арҡаһында булды. Методик яҡтан көслө һәм һәр уҡытыусыға яңыса эшләү талабы ҡуйған етәксебеҙ булыуы менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ”, - ти. “Башланғыс класс уҡытыусыларын Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә инновацион технологиялар менән таныштырыу, яңы методик алымдар буйынса семинарҙар, курстар ойоштороу, китап авторҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыусы яңы ҡарашлы етәксе ине”, - тип өҫтәй И.Ғ.Иҙрисова. Г.Ә.Мәүлетҡолова ла: “Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы менән Красноусолдың 3-сө мәктәбенә институт бөтөп эшкә ҡайтҡас таныштым. Унда өс йыл эшләү дәүерендә район һәм республика кимәлендә башҡорт теле буйынса семинарҙар үткәрҙек. Ул минең дәрестәргә матур итеп анализ бирҙе, юғары кимәлдә үтеүен маҡтап, йәш уҡытыусының эшенә баһа биреүе күңелемә ҡанат үҫтерҙе. Гимназияға эшкә күсеп китеүемдә лә уның роле ҙур булды. Уны хөрмәт иттек, хатта ҡурҡа ла инек. Эшлекле, сибәр, һәр ваҡыт йылмайып, матур, бөхтә кейенеп йөрөгән етәксе булараҡ күҙ алдында тора”, - ти.
Шулай уҡ башҡа мәктәптәрҙә эшләгән коллегалары ла Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы тураһында тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала. Красноусолдағы 2-се мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Л.В.Пухова: “Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы уҡытыусыларҙың профессиональ үҫешенә ҙур иғтибар бүлде. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабында һәр саҡ ундағы ҡатнашыусыларға ярҙам итте, дәрестәргә анализ эшләгәндә кәңәштәрен бирҙе, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтте, яңылыҡтар менән таныштыра барҙы”, - ти. Красноусолдағы 1-се мәктәптең башланғыс кластарҙа уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре буйынса директор урынбаҫары Е.М.Берлина: “2001 йылда Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы етәкселегендә үҫтереүсе уҡытыу методикаһы менән эшләгән башланғыс кластар уҡытыусыларын берләштергән “Фекерҙәш” клубы барлыҡҡа килде. Был асыҡ дәрес күрһәтеү, методик яңылыҡтар менән бүлешеү кеүек бик ҡыҙыҡлы ижади осрашыуҙар ине”. Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы В.С.Әбйәлилова: “Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы менән беҙ 15 йыл буйы ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнек: ул - методист, мин - башланғыс класс уҡытыусыларының район берекмәһе етәксеһе инем. Уның менән бергә эшләү йылдарын йылылыҡ менән иҫкә алам. Ул үҙенең эшенә ижади ҡарай ине. Беҙҙең методик берекмә Мәғарифты үҫтереү институты менән бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙына коллективта бергә эшләнгән эштәр, дуҫтарса мөхит, оптимистик рух булдырғаны өсөн оло рәхмәт еткерге килә!”.
Методик кабинеттағы хеҙмәттәше Нәфисә Ғиндулла ҡыҙы Ғөзәйерова уның тураһында: “Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙы кабинет мөдире булып 2005 йылда эшләй башланы. 2018 йылда, 55 йәшендә, хаҡлы ялға сыҡты. Ул үҙен уҡытыуҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн педагогтарҙың тырышлығын берләштерә алған талантлы ойоштороусы итеп күрһәтте”, - ти.
Гөлбәҙәр Баязит ҡыҙына иң мөһиме сәләмәтлек теләйбеҙ. Фәнил Ғаяз улы менән бәхетле тигеҙ ғүмер бирһен Аллаһ Тәғәлә.
Айҙар РАФИҠОВ, район мәғариф бүлеге начальнигы.