-1 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
5 Октября , 06:34

Һәр яҡлап өлгөр мөғәллимә

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Шундай алдынғы мөғәллимәләрҙең береһе - 35 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажлы Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Суфия Юлыҡова.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәр яҡлап өлгөр мөғәллимәҺәр яҡлап өлгөр мөғәллимә
Һәр яҡлап өлгөр мөғәллимә

Суфия Әмир ҡыҙы 1991 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү методикаһы һәм педагогикаһы факультетын тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, киң күңеллелек, ихласлыҡ, алсаҡлыҡ һәм бигерәк тә балаларҙы яратыу – быларҙың барыһы уға хас. Алдынғы ҡарашлы, ихтирамға лайыҡ мөғәллимә, уҡытыуҙың яңы алымдарын ҡулланып, бар булмышын һалып эшләй, төп эше менән бергә 12 йыл директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары йөгөн тарта.
Коллегаларын уҡыу сифатын күтәреү маҡсатында һәләтле балалар менән эшләүгә һәм төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашырға, шулай уҡ үҙе лә ҡатнашып, әйҙәй ул. Яратып һайлаған яуаплы ла, тынғыһыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен төплө белем биреп, уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең ихтирам, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, хеҙмәтенән йәм табып, кинәнес алып башҡара. Быйылғы 2025-2026 уҡыу йылында Суфия Әмир ҡыҙы етәкселегендәге 9-сы сығарылыш класс уҡыусыһы (5-се кластан алып класс етәксеһе була) имтихандарҙы уңышлы тапшырып, 4 ҡыҙ – медицина, бер егет программалаусы һөнәрҙәре бу-йынса колледждарға уҡырға ингәндәр.
Эшендә уҡыусыларының һөйөүен, коллегаларының ихтирамын яулаған Суфия Әмир ҡыҙы ғаиләһендә 35 йылға яҡын татыулыҡта йәшәгән тормош иптәше Рәхимйән Шакирйән улына (ул да оҙаҡ йылдар мәктәптә физика-математика уҡытыусыһы булып эшләй) һөйөклө ҡатын, ике ҡыҙы Рәмзилә менән Рузиләгә, кейәүҙәренә хәстәрлекле инәй-ҡәйнә, ике ейәненә яратҡан әсәй булы-уына ҡыуанып йәшәй.
Мәктәптәге төп эштәренән тыш, донъя мәшәҡәттәре менән бер рәттән йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып та өлгөрә Юлыҡовтар, икеһе лә әүҙем йәмәғәтселәр. Суфия Әмир ҡыҙы Ҡауарҙы ауыл Советы депутаты эшмәкәрлеген дә алып бара. Уҡытыусылар байрамы уңайынан юғары категориялы, 35 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажлы С.Юлыҡова балаларға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы” маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Суфия Әмир ҡыҙы үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, ярҙамсыл булыуы, тырышлығы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙанған. Киң күңелле, кешеләргә ҡарата иғтибарлы, изгелексән, гел генә яҡшы ниәттә йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны-мөғәллимәгә иҫәнлек-һаулыҡ теләге килә.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас