

Белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылы менән бергә мәктәптә туҡланыу осоро ла башланды. Күп атай-әсәйҙәрҙе балаларының уҡыуы ғына түгел, унда нисек туҡланыуы ла ҡыҙыҡһындыра. Эйе, дөрөҫ аш ҡабул итеү көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф биреп кенә ҡалмай, ул - һаулыҡ нигеҙе лә. Үҫеп килеүсе организмға тейешле һәм сифатлы йылы аш талап ителә. Мәктәптә билдәләүҙәренсә, бындай осрашыуҙар бергәләп балаларҙың һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә һәм дөрөҫ туҡланыу ғәҙәте булдырырға ярҙам итә.
Асыҡ ишектәр көнөндә 1-се мәктәпкә район мәғариф бүлеге начальнигы А.А.Рафиҡов, “Сифат тирмәне” туҡланыу буйынса директоры О.А.Ярышева, уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәре ҡатнашып, улар ашханалағы шарттар, балаларҙың туҡланыу менюһы менән танышты һәм ашнаҡсылар әҙерләгән аш-һыуҙы тәмләп ҡараны.
Беренсе ҡатта урынлашҡан ашхана тәмле аш-һыу еҫтәре менән ҡаршы алды. Ингән ерҙә көндәлек меню яҙып ҡуйылған. Класлап төркөм-төркөм балалар ашап, бер-бер артлы сығып тороуға ҡарамаҫтан, бар ерҙә таҙалыҡ күҙгә салына. Бында ике ашнаҡсы һәм ике кухня хеҙмәткәре 700 уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Ике яҡлап ингән ерҙә ҡулды йыуып, шунда уҡ ҡороторға ҡағыҙ таҫтамалдар ҡуйылған.
- Был көндө махсус рәүештә айырым һый әҙерләнмәй. Атай-әсәйҙәр нәҡ ошо көндә балалары мәктәптә нимә менән туҡлана – шул ризыҡтан ауыҙ итеп баһалай. Уҡыусылар өҫтәлендә нимә урын алыуын үҙ күҙҙәре менән күреп, тәмләп ҡарап, үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙарға яуаптар алып ҡәнәғәт ҡалалар, - тине мәктәп туҡланыуы буйынса яуаплы О.В.Садиҡова (тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары), А.В.Банникова (социаль педагог), С.А.Аралбаева (педагог-психолог) был акцияла ҡатнашыусыларға аңлатма биреп.
Мәктәп директоры Г.В.Петрова атай-әсәйҙәрҙе ашнаҡсылар – Т.И.Семенова һәм О.Г.Ильина менән таныштырғас, барыһы ла өҫтәл артына ултырҙы. Ашнаҡсылар балаларҙың иң яратып ашағаны борсаҡ ашы булыуын, сөнки аш һауытында бер тамсы ла ҡалдырмауҙарын көлөп һөйләп алдылар.
Атай-әсәйҙәр мәктәптә балаларға тәҡдим ителгән аҙыҡты тәмләп ҡараны, меню менән танышты, туҡланыуҙы ойош-
тороу менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ ашнаҡсылар менән аралашты. Акцияла ҡатнашыусылар әҙерләнгән ризыҡтың сифатын юғары баһаланы.
- Тикшереү һөҙөмтәләре бу-
йынса шуны әйтә алабыҙ - мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса бөтә шарттар ҙа үтәлә. Мәктәптә ҡайнар аш менән туҡланыу сифатына юғары баһа бирәбеҙ, йылылығы ла тап килә. Беҙгә балаларҙың тәмле һәм файҙалы аҙыҡ менән туҡланыуы оҡшаны. Туҡланыуҙың сифатлы һәм балансланған булыуы мөһим. Дөрөҫ туҡланыу тәртибе булһын өсөн балаларға балалар баҡсаларынан уҡ дөйөм ҡағиҙәне индерергә кәрәк. Һәр мәктәптә туҡланыу буйынса яуаплылар бар. Сайтта аҙналыҡ меню ла ҡуя барыла, - тине Айҙар Айрат улы һәм 1 “А”, 3 “А”, 3 “Б” кластарының атай-әсәйҙәре.
Тимәк, мәктәптә уҡыусыларға тәмле аштар бешерелә, уларға тырышып уҡырға ғына ҡала. Атай-әсәйҙәр мәктәптә балаларҙың туҡланыуы менән ҡәнәғәт булдылар һәм ашнаҡсыларға рәхмәт әйтеп таралыштылар.