

Йылдағыса районыбыҙ мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын район мәҙәниәт һарайында ҡаршы алды. 27 сентябрҙә Тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө, 2 октябрҙә урта махсус һөнәри белем биреү хеҙмәткәрҙәре, 8 октябрҙә Өҫтәмә белем биреү педагогтары көндәре билдәләнеп, 5 октябрь - Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам кисәһе барыһын да бергә йыйҙы. Был көндө улар өсөн мәҙәни усаҡ фойеһында байрамдарын иҫтәлеклерәк итеү өсөн үҙенсәлекле фотоға төшөү урыны һәм матур байрам сараһы ойошторолдо.
Тантаналы кисә башланырҙан алда уҡыусылар видео-яҙма аша уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Байрам сараһы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең “Рәсәй – ул беҙ” бейеүе менән асылды. Балалар ижады үҙәге менән Красноусолдағы 2-се урта мәктәп уҡыусыларының берлектәге хоры башҡарған “Рәхмәт һеҙгә, уҡытыусылар!” йыры һәр кемгә байрам бүләге булып яңғыраны.
Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Заһир Хәкимов, район Советы рәйесе Галина Петрова, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов килде. Байрам кисәһенә килгән барлыҡ уҡытыусыларҙы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын байрамдары уңайынан ҡотлап үттеләр.
- Уҡытыусы - иң мөһим һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Һеҙ балаларға белем бирәһегеҙ, йылылыҡ һәм иғтибар бүләк итәһегеҙ, һәләттәрен асырға ярҙам итәһегеҙ. Мәктәп фәндәрен уҡытыу ғына түгел, ә тормошҡа ла өйрәтәһегеҙ, - тине район хакимиәте башлығы Венер Вахитов. - Беҙҙең мәктәптәрҙә үҙ эшен яратҡан талантлы педагогтар эшләй. Һеҙ Рәсәй мәғарифының иң яҡшы традицияларын һаҡлайһығыҙ, заман менән бергә атлайһығыҙ, һәр уҡыусыға үҙ юлын табырға ярҙам итәһегеҙ. Уҡыусыларығыҙ олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңәләр, илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инәләр, яҡшы белгестәр булып китәләр, ғаилә ҡоралар, лайыҡлы кешеләр булалар. Уларҙың һәр уңышында һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең өлөшө бар.
Ҡәҙерле педагогтарыбыҙ! Һеҙ ябай уҡытыусылар ғына түгел, һеҙ - белем биреүҙән дә күпкә мөһимерәк нәмәләр ышанып тапшырылған остаздар. Ошо байрам көнөндә һеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, түҙемлегегеҙ һәм һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, һүнмәҫ энергия, һөнәри уңыштар теләйем. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ, балалар менән аралашыу ҡыуанысы һәм уларҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланыу тойғоһо алып килһен. Байрам менән, ҡәҙерле уҡытыусылар! – тине Венер Фәнир улы.
Венер Вахитов бер төркөм уҡытыусыларҙы, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен намыҫлы хеҙмәттәре, һөнәри оҫталыҡтары һәм райондың мәғариф системаһы үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”, бер төркөмөн “Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре” билдәләре менән бүләкләне. Йәнә бер төркөм алдынғылар район хакимиәте башлығы ҡулынан Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Заһир Хәкимов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе А.Г.Назаров һәм Фән һәм мәғариф комитеты рәйесе А.В.Хажин исеменән районыбыҙ педагогтарына һөнәри байрамдары – Уҡытыусылар көнө айҡанлы ихлас тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Заһир Әҡсән улы йәнә бер төркөм алдынғы педагогтарға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталарын һәм “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырҙы.
Район Советы рәйесе Галина Петрова ла байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Бер төркөм алдынғылар рәйес ҡулынан район Советының Маҡтау грамоталарын алып ҡыуанды.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов үҙ сиратында хеҙмәттәштәрен, барса педагогтарҙы, педагогик хеҙмәт ветерандарын хеҙмәттәре һәм һөнәри байрамдары менән ихлас тәбрикләп, байрамса кәйеф теләне. Айҙар Айрат улы шулай уҡ үҫеп килгән йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге уңыштары өсөн үҙ эштәрендә матур һөҙөмтәләр күрһәткән бер төркөм педагогтарҙы мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Кисә барышында педагогтарға төбәп бик күп йылы һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде. Ул йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Уҡытыусыларға арнап Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһынан Ралина Фәйзуллина, уҡыусы Тимур Йәнешев йырҙар башҡарҙы, “Быҙыбыт”, “Эксклюзив” өлгөлө хореография коллективтарының, “Айгүзәл” бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре, Самира Йәрмиева менән Карина Мәһәҙиеваның уҡытыусыларға арналған шиғырҙары байрамдарына ҙур бүләк булды.
Кисәне Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин һәр кемдең күңеленә ятышлы итеп алып барҙы. “Бөгөн беҙ һеҙгә сәскәләр һәм йылмайыуҙар менән бергә хеҙмәтегеҙ, түҙемлегегеҙ һәм оҫталығығыҙ, изгелегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, һеҙгә ғаилә именлеге, һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ”, тигән матур теләктәр менән тамамланды тантаналы байрам сараһы.