+7 °С
Ясно
Антитеррор
Мәғариф
16 Октября , 10:30

Атай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәп

18 октябрь - Атайҙар көнө. Атайлы бала - арҡалы бала, ти халыҡ мәҡәле. Атаһынан яратылып үҫкән ҡыҙҙар иркәле, ә атайлы малайҙар көслө рухлы булып үҫә. Атай кеше ғаиләнең терәге, илдең таянысы, батырлыҡ һәм аҡыл өлгөһө. Ғаиләһе өсөн өҙөлөп, балалары өсөн йән атып торған, эшлекле, аҡыллы, яҡшы атайҙар маҡтауға лайыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәпАтай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәп
Атай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәп

Ошо йәһәттән 15 октябрҙә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Мираҫ” АРТ-залында “Атайҙар академияһы” проектының йомғаҡлау сараһы үтте.  Уны 6 “В” класс ҡыҙҙары Эвелина Әлмөхәмәтова менән Настасья Карпунина алып барҙы.

  • Беҙҙең уҡытыусылар матур проект башлағандар. Сөнки, беҙ атайҙарҙы 23 февралдә, йәиһә Геройҙар көнөндә көтөп ҡала инек, ә быйыл бына ошондай Атайҙар көнөнә арналған проект менән сыҡтылар һәм ул шул тиклем матур башланғыс булды. Беҙ атайҙарҙың ниндәй оҫта бейеүсе, ниндәй оҫта ҡулдары булыуын күреп ҡыуандыҡ. Кемдер йырларға, кемдер бейергә, ирҙәр инструменты тоторға өйрәнде, был яҡтан проект уңышлы ғына килеп сыҡҡан. Үҙеңде кәрәкле итеп тойорға, ирҙәр сифаттарын үҫтерергә бик уңышлы булды. Әлеге ваҡытта күп егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла, беҙ уларҙың өлгөһөндә лә тәрбиәләйбеҙ. Ә бындағы беҙҙең атайҙарыбыҙ нисек өйҙә терәк булырға, атайлыҡ сифаттарын күрһәтергә бик һәйбәт проектта ҡатнаштылар, уларға шуның өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Улар бөтә гимназия өсөн өлгө булған атайҙар, бәйләнештә селтәрендә уларҙың сығыштары яҡтыртыла барҙы. Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, үҙегеҙҙең алып барған эшегеҙҙеңуңышлы итеп алып барыуығыҙҙы теләйем, һәр ваҡыт алдынғы булығыҙ, гимназия менән бәйләнеште өҙмәгеҙ, килеп тороғоҙ, - тине Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова был сараға йыйылыусыларҙы тәбрикләп.

Башҡорт халҡында “Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер” тигән аҡыллы һүҙҙәр бар.  Атай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәп. Ошо көндәрҙә гимназияла атайҙар оҫталыҡ дәрестәре уҙғарып, был уҡыусылар өсөн ғорурлыҡ булып торған. Был сарала ла уларҙың оҫталыҡ дәрестәре видео экран аша күрһәтелде. 6 “В” класс уҡыусыларының “Атайҙар” йыры ла бында килгән атайҙарға матур бүләк булды.

  • Бөгөн беҙ файҙалы һәм тулҡынландырғыс сарала ултырабыҙ. Беҙҙең гимназияла “Киләсәк мәктәбе” тигән фонд эшләп килә һәм яңынан-яңы проекттар тәҡдим итеп, ошо фонд ярҙамы менән уҡыу йортона төрлө үҙгәрештәр индерәбеҙ. Бына һеҙ ултырған АРТ-зал яңыртылды, бөгөнгө сара ла был эште күрһәтеүҙең бер өлөшө булып тора. Шуға ла фонд исеменән һеҙгә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, киләсәктә лә фонд эшен нығытырбыҙ тип уйлайбыҙ, бәлки атайҙар ҙа ҡатнашырҙар, үҙҙәренең фекерҙәрен әйтерҙәр. Бөгөн барлыҡ гимназиябыҙҙың атайҙарын ҡотлайым, әүҙем булғанығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Алдағы көндәрҙә ғаиләләрегеҙҙә именлек булһын, һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ, балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙә янып, көйөп тороғоҙ, бергәләп гимназияны яҡшыраҡ, ялҡынлыраҡ итәйек, - тип сығышын тамамланы “Киләсәк мәктәбе” фонды директоры Раушания Дәүләтбаева һәм “Мираҫ” АРТ-залы проекты етәксеһе Гөлнара Мөхәмәтшина менән берлектә атайҙарға Рәхмәт хаттары, сертификаттар тапшырҙы.

Был мәртәбәле сара эш, донъя  мәшәҡәттәренән арынып сараға килгән атайҙар өсөн яҡшы, файҙалы ял булды. Балаларыбыҙға һәр саҡ атайҙарына арҡаланып, иркәләнеп йәшәргә яҙһын!

Атай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәп
Атай һөнәре, һүҙе, ҡулы – бала өсөн иң ҙур мәктәп
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас