+11 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
23 Октября , 10:55

Балаларҙың туҡланыуы төп иғтибар үҙәгендә

Мәктәптәрҙә туҡланыу нисек ойошторолған? Бөгөн ошо һорауға яуап алыу өсөн Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты ашханаһына атай-әсәйҙәр саҡырылып, был төркөм менән редакция хеҙмәткәре лә булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларҙың туҡланыуы төп иғтибар үҙәгендәБалаларҙың туҡланыуы төп иғтибар үҙәгендә
Балаларҙың туҡланыуы төп иғтибар үҙәгендә

Гимназия ашханаһында башланғыс класс уҡыусыларының төшкө туҡланыу ваҡытына тура килдек. Алдан кластың дежурныйҙары өҫтәлгә һәр балаға йылы аш, икенсе аҙыҡ, икмәк, компот теҙеп ҡуйған ине. Тәрбиәселәре оҙатыуында ашарға килгән балаларҙан нисек ашатыуҙары тураһында һорағас, яуаптар “тәмле” булды, шулай уҡ тәмле аштан айырыла алмағандары баш ҡағып, кемелер баш бармаҡтарын күрһәтеп аңлатты.

Атай-әсәйҙәр ашханалағы шарттар, аҙыҡ-түлек блогының эшмәкәрлеге, балаларҙың туҡланыу менюһы менән танышты һәм ашнаҡсылар әҙерләгән аш-һыуҙы тәмләп ҡараны.

Күренеүенсә, аҙыҡ өҫтәлгә йылы көйө бирелә, көндәлек менюлар тейешле тәртиптә төҙөлгән, аҙыҡ-түлек барлыҡ талаптарға ярашлы әҙерләнә, уҡыусыларға ашау алдынан ҡулдарын йыуыу ойошторолған, ашханала эшләүселәр барлыҡ талаптарҙы үтәргә тырыша. Гимназия ашханаһы һауыт-һаба менән тәьмин ителгән, шулай уҡ санитар нормаларға яуап бирә. Ашханала балаларҙы туҡландырыуға Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы Урманшина етәкселегендәге “Алтын ҡурай” ойошмаһы яуаплы, ашнаҡсылар аштарҙы төрләндереп, тәмле бешерә.

Ашау барҙа – йәшәү бар, тигәндәй, балаларҙың туҡланыуы бында иғтибар үҙәгендә. Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипованың балаларҙың туҡланыуына етди ҡарауы ла күренеп тора. Аш өҫтәле артында балаларҙың, атай-әсәйҙәрҙең фекерен дә ентекле тыңланы.

Гимназия уҡыусыһының әсәһе Зөлфиә Салауатова гимназияла туҡланыу һәйбәт ойошторолоуын билдәләне һәм кискелектә лә йылы аш биреүҙәрен һораны. Был интернатта ҡунған балалар өсөн дә һәйбәт булыр ине, тигән тәҡдимен индерҙе.

Мәктәп туҡланыуын тейешле кимәлдә ойоштороу, уны сифатлыраҡ итеү, мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләләре һуңғы йылдарҙа айырыуса көнүҙәккә әйләнде. Был һорауға ил һәм республика етәкселеге лә ҙур иғтибар бүлә. Эйе, мәктәп туҡланыуы иғтибар үҙәгендә булырға тейеш, сөнки балаларыбыҙ нимә ашауға ҡарап сәләмәтлектәрен баһаларға мөмкин. Был тәңгәлдә гимназияла туҡланыуға һүҙ әйтерлек түгел. Ул тәмле, сифатлы һәм туҡлыҡлы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас