Ошо көндәрҙә Балалар ижады үҙәгенең “Ватан юлдары буйлап” һәм “Ҡурай тажы” берекмәләрендә белем алыусылар Красноусолдағы 2-се мәктәптең тарих музейында булды. Беҙҙе Маргарита Ғарифулла ҡыҙы Ибраһимова асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды һәм ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе. Балалар 2-се мәктәптең нисек төҙөлгәнен белде, мәктәпте төҙөүселәр тапшырған асҡыс та уларҙы бик ҡыҙыҡһындырҙы.
Музей үҙе ҙур түгел, бында Красноусол ауылы тарихының төп биттәре, ауыл һәм мәктәптең нигеҙләнгәндән алып бөгөнгө көнгәсә үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр тормошо менән таныштыҡ. Музей экспонаттары, фотоһүрәттәр, әйберҙәр элеккеләрҙе йәнле итеп күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Барлыҡ экспозицияларҙағы һәр экспонат иҫтәлекле, йөкмәткеле булып сыҡты. Улар аша беҙ ауылыбыҙҙан В.И.Ленинға илселәр барғанын, директорҙар, пионер ойошмаһы, мәктәптең атҡаҙанған уҡытыусылары һәм сығарылыш уҡыусылары, шул саҡтарҙағы бик күп ҡыҙыҡлы факттар тураһында белдек. Уҡыусылар барыһын да иғтибар менән тыңланы, экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. Уларға айырыуса Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Хәрби дан” экспозицияһы оҡшаны. Бында һуғыш ветерандарының портреттары, орден-миҙалдар менән бүләкләнгәндәрҙең исемлеге урын алған. Витриналарға наградалар һәм награда таныҡлыҡтары, рәхмәт хаттары, фронттан һәм фронтҡа яҙылған хаттар, һуғышта ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре, ҡорал макеттары, яугирҙар хаҡында мәҡәләләр ҡуйылған. Маргарита Ғарифулла ҡыҙының олатаһы менән өләсәһе – Хөрмәт Хәбибулла улы менән Екатерина Марковна Йәғәфәровтар, уларҙың бер полк-та хеҙмәт итеүе, һуғыш бөткәс өйләнешеүҙәре тураһында йылы итеп һөйләгәне ныҡ оҡшаны. Е.М.Йәғәфәрова фронтта шәфҡәт туташы булған, сығышы менән Донецк өлкәһенән. Беҙ ябай һалдаттарҙың батырлыҡтары, Украиналағы бөгөнгө хәлдәр, Советтар Союзы Геройҙары, ауылдаштарыбыҙ Горин һәм Пятяри (мәктәп уның исемен йөрөтә) күрһәткән батырлыҡтар тураһында һөйләштек. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының миҙалдарын тотоп ҡарау уғата тулҡынландырғыс булды, сөнки улар Бөйөк Еңеүҙең шаһиттары.
“Үҙеңдең Тыуған илеңде яратырға кәрәк”, - тибеҙ. Ә уны нисек яраталар һуң? Ғөмүмән, был һүҙ нимәне аңлата? Пришвин әйтә: “Тыуған илеңде яратыу, тимәк, уны белеү”, - ти. Балалар өсөн Тыуған ил үҙе йәшәгән урын булып күренә. Балаларҙың илһөйәрлек тойғоһоноң ниндәй кимәлдә тәрән булыуы уларҙың үҙ тыуған төйәге тарихын ни ҡәҙәр яҡшы белеүҙәренән һәм яратыуҙарынан тора.
Балалар музейҙа булыуҙан ныҡ тәьҫирләнделәр. Бик күп йылы тойғолар ҡалды. Диана Ваһапова әйтеүенсә: “Музейҙа беҙ тыуғансы уҡ күп йылдар элек булған, элекке замандарҙан ҡалып, хәҙер ҙур тарихи әһәмиәткә эйә әйберҙәр һаҡлана”. “Минән, нимә ул музей, тип һораһалар, ул – үткәндәр менән осрашып була торған урын, тип яуаплар инем”, - тине Сафия Нуретдинова. “Музейҙа ниндәйҙер үҙенсәлекле һәм ғәҙәти булмаған нәмәләр менән осрашҡан һымаҡ тойғо ҡалды”, - тинеләр Яна Тюрина менән Йәсминә Әбдрәшитова.
Ҡыҙыҡлы экскурсия өсөн Маргарита Ғарифулла ҡыҙына, уға ошондай “Ваҡытты һаҡлаусы” мөйөш йыһазландырыуҙа ярҙам иткән улы, 5 “А” класы уҡыусыһы Тимурға ҙур рәхмәт.
Ирина ШАУЛЬСКАЯ,
Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы.