+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо

4 апрелдә район мәҙәниәт һарайында театр, кино һәм телевидение актрисаһы, Чечен республикаһының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кабо  “Анна Ахматова” моноспектакле менән мәктәп уҡыусылары өсөн сығыш яһаны. Талантлы актрисаның һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек шундай ихласлыҡ, ябайлыҡ менән оҫта итеп  һөйләүе хайран ҡалдырҙы. Ул шулай уҡ Александр Пушкин, Борис Пастернак, Марина Цветаева, Белла Ахмадулина әҫәрҙәрен дә тәҡдим иттте.

Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо

Анна Андреевнаның ижадын яттан һөйләгән Ольга Кабо үҙенең сығышында ауыр яҙмышлы шағирә, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесенә һоҡланыуын, уға ғашиҡ булыуын да йәшермәне. Эйе, шағирәнең әҫәрҙәрендә авторҙың һағыш, борсолоуҙары, рифмаһында йөрәк тибеше, паузала уның күҙ йәштәре асыҡ сағылыш таба.  Шундай тәьҫораттарға бай, һоҡланғыс сығыштан уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалғандыр. Сөнки, актриса уҡыусыларҙа Анна Ахматова әҫәрҙәренә һөйөү, һоҡланыу осҡоно ҡабыҙҙы.  Һуңынан тамашасылар сәхнәгә күтәрелеп, Ольга Игоревна менән фотоға ла төштөләр.

Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Районыбыҙ сәхнәһендә - Ольга Кабо
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: