Александр Сергеевич Пушкиндың тамырҙары легенда буйынса Ратшаға барып олғашҡан Пушкиндарҙың күп тармаҡлы титуллаштырылмаған дворян ырыуына барып тоташа. Пушкин үҙенең килеп сығышы хаҡында шиғри формала ла, прозала ла күп яҙа; ул үҙенең ата-бабаларын боронғо ырыу, иленә тоғро хеҙмәт итеүсе, ләкин хакимдарҙың миһырбанлығын яулай алмаған һәм «ҡыуылып йөрөгән» ысын «аристократия» өлгөһө итеп күрә. Пётр I тәрбиәләнеүсеһе һәм ялсыһы, ә аҙаҡтан хәрби инженер һәм генерал булып киткән, әсәһе яҡлап олатаһы - африканлы Абрам Петрович Ганнибал образына (шул иҫәптән ижади формала) мөрәжәғәт итеүе бер тапҡыр ғына булмай.
Атаһы яҡлап олатаһы Лев Александрович — артиллерия полковнигы, гвардия капитаны. Атаһы - Сергей Львович Пушкин (1767-1848), һүҙ оҫтаһы, һәүәҫкәр шағир. Пушкиндың әсәһе - Надежда Осиповна (1775-1836) Ганнибалдың ейәнсәре. Атаһы яҡлап туғаны Василий Львович (1766-1830), Карамзин даирәһендә билдәле шағир. Сергей Львович менән Надежда Осиповна ғаиләһендә Александрҙан башҡа ҡыҙҙары Ольга (кейәүҙә - Павлищева, 1797-1868) һәм улдары Лев (1805-1852) иҫән ҡала.
Пушкин 1811 йылдың 19 октябрендә асылған Царскосельск лицейында алты йыл ғүмерен үткәрә. Бында йәш шағир 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын кисерә. Шунда уҡ уның тәүге тапҡыр шиғри һәләте асыла һәм юғары баһалана. Лицейҙа үткән йылдар, ундағы дуҫлыҡ тураһында хәтерләүҙәр шағир күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала.
Пушкиндың лицей уҡытыусылары араһында әхлаҡи һәм сәйәсәт фәндәре профессоры А. П. Куницын да була, ул Гёттинген университетында уҡый һәм буласаҡ бик күп декабристарға яҡын тора. Пушкин ғүмере буйы Куницынға рәхмәтен һаҡлап ҡала. Ул — шиғырҙарында бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән берҙән-бер лицей уҡытыусыһы.
Лицейҙа уҡыу осоронда Пушкин күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уны баласағында атаһының библиотекаһында уҡыған китаптары аша ижадтары менән танышҡан ХVII-ХVIII быуат француз шағирҙары илһамландыра. Вольтер һәм Парни йәш Пушкиндың яратҡан авторҙары була. Йәш Пушкиндың яратҡан шағирҙары һәм яҙыусылары «Городок» поэмаһында һанап үтелә (1815 йыл): Вольтер, Гомер, Вергилий, Т.Тассо, Лафонтен, Дмитриев, Крылов, Державин, Вержье, Грекур, Парни, Расин, Мольер, Фонвизин, Княжнин, Озеров, Руссо, Карамзин, Лагарп. Уның башланғыс лирикаһында француз һәм рус классицизмы традициялары ҡушыла. «Еңел шиғриәт»тә танылған мастер Батюшков һәм романтизм башлығы Жуковский Пушкин-шағирҙың тәүге уҡытыусылары була. 1813-1815 йылдар осорона ҡараған Пушкин лирикаһы тормош шатлыҡтары менән ләззәтләнеүгә сарсауҙы һүрәтләгән ғүмерҙең бик тиҙ үтеүе мотивтары менән һуғарылған. 1816 йылдан алып, Жуковский артынса, ул элегияларға мөрәжәғәт итә, был жанрға характерлы булған яуапһыҙ мөхәббәт, йәшлектең үтеүе, күңелдең һүрелеүе кеүек мотивтарҙы үҫтерә. Пушкин лирикаһы әле был ваҡытта башҡаларҙыҡына оҡшаш, әҙәби шартлылыҡ һәм штамптар менән тулы, шуға ҡарамаҫтан ул ваҡытта уҡ ижад итә башлаусы шағир үҙенсәлекле юл һайлай. Камерный шиғриәт менән генә сикләнмәй, Пушкин ауырыраҡ, мәғәнәлерәк темаларға мөрәжәғәт итә. Державиндың фатихаһын алған «Батша ауылында хәтерләүҙәр» (1814), Пушкин был шиғырын 1815 йыл башында Державин булғанда уҡый, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған. Был шиғыр 1815 йылда «Рәсәй музеумы» журналында авторҙың тулы исеме аҫтында баҫтырылып сыға. Ә Пушкиндың «Лициния» мөрәжәғәтендә Рәсәйҙең ул саҡтағы тормошо сағылыш таба, «деспоттың яратҡаны» образында Аракчеев күрһәтелә. Ижад юлының башында уҡ ул үткән быуаттың рус сатирик яҙыусылары менән ҡыҙыҡһына. «Фонвизин күләгәһе» (1815) сатирик поэмаһында Фонвизиндың йоғонтоһо һиҙелһә, «Бова» (1814), «Безверие» әҫәрҙәре Радищев ижады менән бәйле.
1814 йылдың июлендә Пушкин Мәскәүҙә сыҡҡан «Вестник Европы» журналында тәүге тапҡыр матбуғатта сығыш яһай. Ун өсөнсө һанында Александр Н.к.ш. псевдонимы менән ҡул ҡуйылған һәм Кюхельбекерға мөрәжәғәт иткән «Шиғырсы-дуҫҡа» тигән шиғыр баҫтырыла.
Лицей тәрбиәләнеүсеһе булғанда уҡ Пушкин «Арзамас» әҙәби ойошмаһына инә, ул әҙәбиәттәге иҫкеселеккә һәм боронғолоҡҡа ҡаршы сыға һәм уҙған быуат классицизмы ҡанундарын яҡлаған «Рус һүҙен яратыусылар тураһында һөйләшеү» берекмәһе менән бәхәстә ҡатнаша. Яңы әҙәби йүнәлештең иң күренекле вәкилдәренең ижадына тартылып, Пушкинға ул ваҡытта Батюшков, Жуковский, Давыдов шиғриәте көслө йоғонто яһай. Һуңғыһы башта Пушкинға ҡыйыу кәйеф үҙгәреүе, экспрессия, көтөлмәгән образдар берләшеүе кеүек аҡыллы яугир темаһы менән оҡшай, ә һуңынан шағир үҙе «шиғыр уралыуы» тип атай. Һуңғараҡ Пушкин, йәш сағында Давыдовҡа оҡшап, «уның манераһын мәңгегә өйрәндем» тип әйтә. Пушкиндың лицейҙа яҙылған күп кенә шиғырҙары («Пирующие студенты», «Казак», «Наездники», «Усы», «Воспоминание») Денис Давыдовтың лирикаһы менән һуғарылған.
Пушкин лицейҙан 1817 йылдың 9 июнендә колледж сәркәтибе чинында (Рангтар таблицаһы буйынса 10-сы клас) сығарыла, юғары указ менән 13 июндә сит ил эштәре Коллегияһына тәғәйенләнә һәм 15 июндә, императорға ант бланкыһына ҡул ҡуйып, ант бирә.
Был мәлдә атаһы Александрға үҙенең ихаталағы крепостной Никитты тапшыра. Ул Сашаны тәүге көндәрҙән үк белә, уға ысын дуҫына әүерелә, ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тиерлек, Михайловка һөргөнөнән башҡа, уның менән бергә уҙғара.
Пушкин театрҙа даими була, «Арзамас» (ул унда ситтән тороп, Лицейҙың уҡыусыһы булып ҡабул ителгән, «Сверчок» ҡушамат алған) ултырыштарында ҡатнаша, 1819 йылда «Йәшел лампа» әҙәби-театр йәмғиәтенә инә, уның менән «Рәхмәтлек союзы» (ҡара: Декабристар) етәкселек итә.
Тәүге йәшерен ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнашмайынса, Пушкин декабристик йәмғиәттәрҙең бик күп әүҙем ағзалары менән дуҫлыҡ ептәре менән бәйле, исемлектәрҙә таралған «Чаадаевҡа» («Мөхәббәт, өмөт, тыныс дан…», 1818), «Иреклелек» (1818), «Н. Я. Плюсова» (1818), «Ауыл» (1819) сәйәси эпиграммалар һәм шиғырҙар яҙа. Был йылдарҙа Пушкин Лицейҙа башланған һәм «Арзамас» әҙәби йәмғиәтенең программа ҡоролмаһына яуап биргән «Руслан һәм Людмила» поэмаһы өҫтөндә эшләй. Поэма 1820 йылдың майында баҫылған (исемлектәр буйынса быға тиклем билдәле булған). Пушкин һөргөнгә ҡыуылғандан һуң, поэма тирәләй бәхәстәр ҡуба. Ҡайһы бер тәнҡитселәр юғары ҡануниәттең түбәнәйә тип билдәләй. "Руслан һәм Людмила"ла рус-французса телмәр һәм фольклор стилистикаһы менән берләшеүе әҙәбиәттә демократик халыҡты яҡлаусылар яғынан да ығы-зығы тыуҙыра. Катениндың әҙәби эйәрсеһе Д. Зыковтың «Ватан улы»нда («Сыне отечества») баҫылған хат шул турала.