Быйыл яҙҙан көҙгә тиклем барған конкурсҡа “Проза” һәм “Поэзия” номинацияларына башҡорт, татар, рус телдәрендә 109 эш ҡабул ителгән.
Шуныһы һөйөнөслө: еңеүселәр араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ, Юлыҡ ауылы ҡыҙҙары, өмөтлө ҡәләм оҫталары Ләйсән Сәлимова һәм Рәзинә Урманшина ла бар. Улар “Проза” номинацияһында ҡатнашып, Ләйсән - “Шарҙар йыйыусы дейеү” хикәйәләр циклы өсөн – 1-се, “Рәмилә-Рокси” хикәйәһе өсөн Рәзинә 2-се урынға лайыҡ булды.
Бынан тыш, конкурсты ойоштороусыларҙың береһе “Аҡбуҙат” журналы үҙенең махсус бүләген тағы бер райондашыбыҙ, шиғырҙар авторы Фәйрүзә Кинйәбаеваға тапшырҙы.
Яҡташтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да емешле ижад һәм уңыштар теләйбеҙ!