Бөтә яңылыҡтар
10

Иғтибар: яңы конкурс! “Табын ере – илһам иле”

“Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы советы Ғафури районының “Табын”, Ҡырмыҫҡалы районының “Даирә”, Архангел районының “Инйәр”, Учалы районының “Яйыҡ” гәзиттәре мөхәрририәттәре менән берлектә әҙәби конкурс иғлан итә.

Иғтибар: яңы конкурс!  “Табын ере – илһам иле”
Иғтибар: яңы конкурс! “Табын ере – илһам иле”

Т. Килмөхәмәтов исемендәге “Табын иле – Илһам иле”

әҙәби бәйгеһенең шартнамәһе

 

  1. Дөйөм өлөш

1.1. Әҙәби бәйге Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнап үткәрелә.

1.2. Ижад бәйгеһенең төп маҡсаты һәм бурыстары:

– боронғо Табын ырыуҙары ерендә урынлашҡан Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы райондарында йәшәгән һәләтле кешеләрҙе асыҡлау һәм уларға ижади үҫештә ярҙам итеү, эштәрен халыҡҡа еткереү;

  • конкурста ҡатнашыусыларҙың данлы тарихыбыҙҙың бөйөклөгө, яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы сағылыш тапҡан әҫәрҙәре аша йәш быуында илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләү;
  • Табын ырыуҙарының батырҙарына мәдхиә йырлау, тыуған төйәккә ихтирам уятыу, тарихты өйрәнеү кеүек ынтылыштарҙы пропагандалау.

1.3. Әҙәби-ижад бәйгеһен ойоштороусылар: “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы советы, урындағы бүлексәләр, “Даирә”, “Инйәр”, “Табын”, “Яйыҡ” гәзиттәре мөхәрририәттәре.

  1. Конкурста ҡатнашыусылар

2.1. Конкурста ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленә:

                        – 1-се төркөм: мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;

  • 2-се төркөм: өлкән йәштәге әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәр.

3. Ижади бәйгенең шарттары

3.1. Ижад бәйгеһе ике  номинацияла үткәрелә:

– поэзия (шиғыр, ҡобайыр, поэма һ.б.);

  • проза (хикәйә, эссе, әкиәт һ.б.)

3.2. Һәр кем быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған өр-яңы эштәрен район гәзите редакцияһына 2025 йылдың 1 февраленан 1 ноябренә тиклем “Конкурсҡа” тигән тамға ҡуйып, ебәрә ала.

Искәртмә: ижади эштәр А 4 форматында (14-се шрифт) 5 биттән артмаҫҡа тейеш.

3.3. Бәйгелә ҡатнашыусы үҙе хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифе, әҙәби ҡушаматы, йәшәгән урыны, әҙәби ижад менән нисә йыл шөғөлләнә, әҫәрҙәре ҡайҙа баҫылған, телефоны, электрон почтаһы) һәм фотоһүрәтен ебәрә.

            Искәртмә: Яҙыусылар союзы ағзалары бәйгелә конкурстан тыш ҡатнаша ала.

3.4. Ижади бәйгегә ебәрелгән эштәргә яҙма баһа бирелмәй.

 

  1. Еңеүселәрҙе билдәләү һәм бүләкләү

 

4.1. Конкурсҡа килгән эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләй.

4.2. Беренсе турға килгән эштәр район гәзиттәрендә баҫыла.

4.3. Финалға үткән эштәр “Табын иле – Илһам иле” тип аталған йыйынтыҡта донъя күрәсәк.

4.4. Конкурста еңеүселәр (3 урын) дипломдар, китаптар, бүтән ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән буләкләнә.

4.5. Конкурс еңеүселәрен һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы Ғафури районында ойошторола.

 

Шартнамә “Табын ырыуҙары берләшмәһе”

йәмәғәт ойошмаһы Советының ултырышында

һәм гәзит мөхәрририәттәре тарафынан раҫланды

 

Иғтибар: яңы конкурс!  “Табын ере – илһам иле”
Иғтибар: яңы конкурс! “Табын ере – илһам иле”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: