Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Февраль 2025, 17:10

“Моң шишмәһе шиғриәт”

12 февралдә район мәҙәниәт һарайында шағир, композитор Рәмил Ғимраниҙың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр һәм йырҙарын башҡарыусылар араһында “Моң шишмәһе шиғриәт” тип аталған конкурс уҙғарылды. Был сара Республика Башлығы гранттары конкурсында еңгән композитор Рәмил Ғимраниҙың ижады менән таныштырасаҡ “Шағир данлаған Атайсал” проекты нигеҙендә ойошторолғайны.

“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”

Уҡыусы балаларҙың һәләтен мәртәбәле жюри ағзалары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәжит Ғафури, Ғәли Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, шағир-композитор Рәмил Мөхәмәтхәй улы Ғимрани, РФ-ның Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, БР-ның мәғариф алдынғыһы, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булыусы, КБГИ-ның “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева, район мәғариф бүлеге методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова, район китапханаһы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы Зәйнуллина, “Ғафури” халыҡ театры режиссеры Гөлфирә Тимерйән ҡыҙы Әлмөхәмәтова баһаланы.

Конкурста балалар башҡорт телендә тасури итеп шиғыр һөйләне, шулай уҡ йырҙар яңғыраны. Һуңынан еңеүселәр билдәләнеп, төрлө номинация, урындар буйынса балаларға грамота һәм бүләктәр тапшырылды.  Сараға йыйылыусылар Рәмил Ғимраниҙың ижады менән яҡындан танышып, уның моң шишмәһе булып ағылған шиғырҙарына, йырҙарына тағы ла бер тапҡыр таң ҡалды.  

“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
“Моң шишмәһе шиғриәт”
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас